Бер аш ҡалағы эт дегәнәгенә бер стаҡан ҡайнар һыу ҡойоп, талғын утта ун минут ҡайнатырға. Һыуытып, һөҙөргә. Ололарға көнөнә өс мәртәбә яртышар стакан, биш йәшкә тиклемге балаларға бер сәй ҡалағы менән көнө ике-өс, ун ике йәштәгеләргә – өс-дүрт тапҡыр эсергә. Ошо ҡайнатманы ваннаға өҫтәгәндә, файҙаһы тағы ла ҙурыраҡ. Шул уҡ ваҡытта эт дегәнәге төнәтмәһен һөртөргә.
Йоҙ г кесерткән тамырын бер литр һыуға һалып, биш минут ҡайнатырға, егерме минут үткәс, йылы компресс эшләргә. Көнөнә ике-өс мәртәбә ҡабатларға.
Бер стакан ҡайнар һыуға ике-өс тырнаҡ ваҡланған һарымһаҡ һалып, ҡырҡ-алтмыш минут төнәтергә. Сылатҡыс рәүешендә ҡулланырға.