Шоңҡар
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
21 Июль 2020, 19:10

Тамуҡ кискән Сәғирә

Ҡараңғы төндәрҙең береһендә һаҡ аҫтында тимер юл станцияһына юлландыҡ. Эшелонға тейәп, рәхимһеҙлеге киң билдәле булған Равенсбрюк лагерына илтеп яптылар. Һәр кемгә тамға таҡтылар, минеке 17523 ине, уны һул яҡ еңемдә ике йыл ярым йөрөттөм.

Ҡәһәрле һуғыш күпме кешенең ғүмерен өҙҙө, бихисаптар тотҡонлоҡта ғазап кисерҙе. Улар араһында ҡәйнәм Сәғирә Әсләмова ла булған. Был турала үҙе иҫән саҡта түбәндәгеләрҙе һөйләгәйне:
– Һуғыш башланғанда мин Борай районының һаҡлыҡ кассаһында контролер булып эшләй инем. Ябай хеҙмәткәр генә түгел, ә комсомол ойошмаһы секретары ла. Өҫтәүенә, партия ағзалығына кандидат итеп алындым. Тап ошо ваҡытта илебеҙгә ҡара афәт ябырылды. Ир-егет фронтҡа китте. Ҡыҙҙарҙың да һуғышҡа алыныуын ишетеп торабыҙ. Әхирәттәрем менән кәңәшләштек тә бер көн хәрби комиссариатҡа киттек. Комиссар беҙҙең менән күп һөйләшмәне, «Көтөгөҙ!» тип кенә сығарҙы.
Бына ул көн килеп тә етте. 1942 йылдың 27 апреле ине. Райондан фронтҡа ебәреүҙе һорап ғариҙа яҙған 150 ҡыҙ комиссия үттек, утыҙыбыҙҙы һайлап алдылар ҙа Өфөгә оҙаттылар. Бер нисә көндән бар республиканан йыйылған береһенән-береһе зифа, һөйөп-һөйөлөп кенә кейәүгә сығып, бала үҫтерергә тейеш 3746 ҡыҙ, вагондарға тейәлеп, көнбайышҡа юл алды. Хәрби эшелон беҙҙе ут эсендәге Сталинградҡа алып килде. Трактор заводының дөйөм ятағына урынлаштыҡ. Иртәгәһенә 600 кеше араһында мин дә һауа һөжүменән һаҡланыу батальонына тәғәйенләндем. Тәүҙә “Чернышевская” станцияһында ҡыҫҡа ваҡытлы әҙерлек үттек. Өйрәнеүҙәр етерлек булмаһа ла, күҙәтеү пункттарына ҡуйҙылыр. Өс поста беҙ ун туғыҙ ҡыҙ инек. Еңелдән булмаған хәрби хеҙмәт шулай башланып китте.

Бер көн иртән кабель һуҙып йөрөгәндә, һис көтмәгәндә мотоциклдарҙа немецтар килеп сыҡты ла беҙҙе шунда уҡ уратып алды. Тиҙҙән бер нисә машинала тағы ла дошман һалдаттары күренде. Беҙ ике яҡтың да уты аҫтында тороп ҡалдыҡ. Был ҡот осҡос күренештән һуштан яҙғанмын, һуңыраҡ ниндәйҙер һарайҙа ятҡанда ғына аңыма килдем. Шунда әсәйемдән өйрәнгән аяттарҙы уҡыным...
Аҙағыраҡ беҙҙе әсирлеккә эләккән яралы совет һалдаттарына ярҙам күрһәтергә лазаретҡа килтерҙеләр, тик оҙаҡ тотманылар. Яралылар менән бергә вагондарға тейәнеләр ҙә, бикләп, ҡайҙалыр алып киттеләр. Ашарға бирмәйҙәр, саф һауаға ла сығармайҙар. Күбебеҙ ауырый башланы. Бер нисә тәүлектән эшелон туҡтаны, Киев янындабыҙ, тинеләр. 536 әсирҙе бер лагерға килтереп яптылар. Тамуҡ ғазаптары шунда башланды. Икмәк төҫөн күргән дә булманы, бүрттерелгән бойҙай һәм шыйыҡ өйрәнән башҡа бер ни ҙә бирмәйҙәр. Улары ла үлсәүле. Мыҫҡыллауҙар, йәберләүҙәр… Бер аҙҙан беҙҙе Германияға килтерҙеләр. Фашистар ярты меңдән ашыу әсирҙе ҡорал етештереү эшенә йәлеп итмәксе булған. Беҙ баш тарттыҡ, быға нисек ҡулыбыҙ барһын инде?! Ҡустым Мирзахан, совет армияһы офицеры, оло апайым Сабира, медицина хеҙмәткәре, фронтта фашисҡа ҡаршы һуғыша, ә мин уларҙы үлтереү өсөн ҡорал етештерергә тейеш?! Ватаныма, халҡыма, туғандарыма хыянат бит был! Завод эшенән баш тартҡан өсөн беҙҙе рәхимһеҙ язалай башланылар. 500-ҙән ашыу әсирҙе баҫҡан килеш тә һыя алмаҫлыҡ бәләкәй генә бинаға тултырҙылар, ас килеш дүрт тәүлек тоттолар. Был 1943 йылдың февраль аҙағы ине. Ҡараңғы төндәрҙең береһендә һаҡ аҫтында тимер юл станцияһына юлландыҡ. Эшелонға тейәп, рәхимһеҙлеге киң билдәле булған Равенсбрюк лагерына илтеп яптылар. Һәр кемгә тамға таҡтылар, минеке 17523 ине, уны һул яҡ еңемдә ике йыл ярым йөрөттөм.
Тотҡондарға ауыр эш йөкмәттеләр: лагерь эсендә таш ватабыҙ ҙа, шуны арбаларға тейәп, юлға сығарып теҙәбеҙ. Түҙҙек, бөгөлөп төшмәнек. Улай ғына ла түгел, ошо тамуҡ шарттарында ла фашистарға ҡаршы көрәшергә көс таба алдыҡ. Лагерҙа йәшерен ойошма барлыҡҡа килде, уның башында Одесса ҡалаһынан уҡытыусы Евгения Лазаревна Клим ине. Ҡурҡыу белмәҫ был ҡатын шым ғына үҙе тирәһенә ышаныслы әсирҙәрҙе тупланы, улар иҫәбенә мин дә эләктем. Лагерҙағы 33 баракка аш-һыу таратыуға күсерелгәс, уларҙағы беҙҙең кешеләр менән бәйләнеш тотоу бурысы миңә йөкмәтелде. Ашарға биргәндә ҡолаҡтарына бышылдап ҡына тейешле хәбәрҙе еткерә инем. Улар башлыса фронттағы хәлдәргә ҡағылды, етәксебеҙҙең тәғәйен күрһәтмәләре лә була торғайны. Тотҡонлоҡ шарттарында ла фашистарға ҡаршы көрәшкә, шулай итеп, көсөбөҙҙән килгәнсә өлөшөбөҙҙө индерергә тырыштыҡ. Тәү сиратта әсир ҡатын-ҡыҙҙарҙың күңел төшөнкөлөгөнә бирелеүен булдырмаҫҡа кәрәк ине. Ошо йәшерен эшмәкәрлек үҙебеҙҙең рух ныҡлығын да арттырҙы...
Фашистар ойошманың эҙенә төшкәндә 1945 йылдың феврале ине. Күп кенә тотҡондо, шул иҫәптән аш ташыусы 12 ҡыҙҙы ла, сәнскеле тимер сыбыҡ менән уратып алынған, тәҙрәһеҙ штрафблокка яптылар. Былай ҙа таҡы-тоҡо аш паегының яртыһын ғына бирҙеләр, сәстәребеҙҙе ҡырып ташланылар. Йыш ҡына резина таяҡ менән туҡманылар, һуғыуҙары 25-тән 100-гә тиклем етә ине. Ярым үле хәлдә ҡалғас, өҫкә һалҡын һыу һибәләр.
Бер аҙҙан, күмер ташый торған вагондарға тейәп, көнбайышҡа табан алып киттеләр ҙә ике тәүлектән Бельзен-Верген концлагерына тапшырҙылар. Ул — йәһүдтәр өсөн үлем лагеры. Беҙҙе кремация мейесенән таралған ауыр еҫ ҡаршыланы. Иҙәнһеҙ баракка ҡыуып индерҙеләр, ерҙә ятабыҙ, иртәнгә эргәләге кемдер донъя ҡуйған була...
Бында Гитлерға һөжүм итеүҙә ҡатнашҡан немец офицерҙарының ҡатындарын, шул иҫәптән Эрнст Тельмандың тормош иптәшен — ап-аҡ сәсле, мөләйем ҡарашлы Розаны, ҡыҙҙары Ирманы ла осраттыҡ.
Ваҡыт үтеү менән фронт яҡынлашыуы үҙен һиҙҙерә башланы. Март аҙаҡтарында лагерь эргәһендәге урманды таҙартырға алып сыҡҡайнылар, иҫән ҡалып, илгә беҙҙең турала хәбәр итһендәр тип, ике ҡыҙҙы сыбыҡ-сабыҡ аҫтына йәшереп ҡалдырҙыҡ. Быны фашистар белеп ҡалды, һәм беҙҙе штрафблокка яптылар. Ашарға бирмәй, таңға тиклем теҙләндереп тоттолар. Мин һушымдан яҙғанмын. Һалҡын баракка индереп ырғытҡастары аңыма килдем. Унда ярым үлектәр араһында эсергә лә, ашарға ла бирмәй аҙна буйы тоттолар. Мине тиф интектерә башланы. Һаташыуым тураһында эргәләге тотҡондар аҙаҡ һөйләне...

Апрель урталары ине. Лагерь эсенә дөбөр-шатыр бер нисә танк килеп инде. Беҙҙе ҡотҡарыусылар Англия хәрбиҙәре булып сыҡты. Дауаханаға һалдылар, тиҙҙән аяҡҡа баҫтым. Ашар ризығым, эсәр һыуым бөтмәгән булған икән. Шунан инглиздәр мине үҙебеҙҙекеләргә тапшырҙы.
Әсәйем Шәмсехаят, «Ҡыҙығыҙ хәбәрһеҙ юғалды» тигән ҡағыҙ алғас, ҡайғырып оҙаҡ ҡына илаған. 1945 йылдың һалҡын декабрендә ҡайтып ингәс, мине күреүенә хатта ышана алмай торҙо. Йүгереп барып үҙен ҡосаҡлап алғас, тағы ла илап ебәрҙе, был күҙ йәштәре инде шатлыҡтан ине...
Лилиә ӘСЛӘМОВА.

Читайте нас: