Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
23 Июль 2020, 16:40

Өфөлә һис башҡортса белмәйҙәр икән...

Ауыл яғынан ете йәшлек ҡыҙын эйәртеп ҡустым килгәйне. Иртәгәһен өйҙәгеләрҙән кемдер, ҡунаҡ ҡыҙыҡайҙы ла эйәртеп, атаһын туҡталышҡа тиклем оҙатып ҡуя. Кискә табан бала үҙ алдына уйнарға сыҡҡан ерҙән атаһын ҡаршылау маҡсатында әлеге туҡталышҡа йүнәлә. Эй сабый, атаһы ошонан ултырып кикәйне, автобустан ошо ерҙә төшөргә тейеш, йәнәһе. Кирегә юлды онота - ҡәһәр һуҡмағыр. Бөтә өйҙәр ҙә бер иш тәһә Өфө тигәндәрендә.Кис... Ғәйеп ҡыҙыҡай! Күмәкләп ах та ух килеп эҙләйбеҙ, милицияға ла хәбәр иттек. Төн урталарында шылтыраны телефон....Ҡоралай бәрәсендәй туҡталышта алаҡандап йөрөгән ҡыҙыҡайға күптәр иғтибар итә. Кем? Ҡайҙан? Кемдәргә килдең? Яуап юҡ.Көскә берәүҙәр баланы урам аша ятаҡтағы йәмәғәтселек тәртибе бүлмәһенә әйҙәй. Ятаҡтағы бер эшсе ҡыҙ ғына уртаҡ тел атаба ала уның менән. Баҡһаҡ, бала тик башҡортса ғына һөйләшә икән: үҙе, яҡындары, хатта беҙҙең хаҡта һөйләп бирә тегеләргә. Йоҡлатҡас, шуны хәбәр итәләр милицияға, милиция – беҙгә. Таңғы биштә барып алдыҡ баланы – йән түҙәме ни ундай саҡта.Иртәгәһен төнгө мажараларҙы урыҡ-һурыҡ һөйлгәс, бала һығымта яһап ҡуйҙы: “Өфөлә һис башҡортса белмәйҙәр икән!”“Ә хәҙер нисек? Һөйләшәләрме?” – тип һорарға ниәтләйем әле инде буй еткергән ҡыҙыбыҙҙан.Сабир Шәрипов. Ауыл яғынан ете йәшлек ҡыҙын эйәртеп ҡустым килгәйне. Иртәгәһен өйҙәгеләрҙән кемдер, ҡунаҡ ҡыҙыҡайҙы ла эйәртеп, атаһын туҡталышҡа тиклем оҙатып ҡуя. Кискә табан бала үҙ алдына уйнарға сыҡҡан ерҙән атаһын ҡаршылау маҡсатында әлеге туҡталышҡа йүнәлә. Эй сабый, атаһы ошонан ултырып кикәйне, автобустан ошо ерҙә төшөргә тейеш, йәнәһе. Кирегә юлды онота - ҡәһәр һуҡмағыр. Бөтә өйҙәр ҙә бер иш тәһә Өфө тигәндәрендә.Кис... Ғәйеп ҡыҙыҡай! Күмәкләп ах та ух килеп эҙләйбеҙ, милицияға ла хәбәр иттек. Төн урталарында шылтыраны телефон....Ҡоралай бәрәсендәй туҡталышта алаҡандап йөрөгән ҡыҙыҡайға күптәр иғтибар итә. Кем? Ҡайҙан? Кемдәргә килдең? Яуап юҡ.Көскә берәүҙәр баланы урам аша ятаҡтағы йәмәғәтселек тәртибе бүлмәһенә әйҙәй. Ятаҡтағы бер эшсе ҡыҙ ғына уртаҡ тел атаба ала уның менән. Баҡһаҡ, бала тик башҡортса ғына һөйләшә икән: үҙе, яҡындары, хатта беҙҙең хаҡта һөйләп бирә тегеләргә. Йоҡлатҡас, шуны хәбәр итәләр милицияға, милиция – беҙгә. Таңғы биштә барып алдыҡ баланы – йән түҙәме ни ундай саҡта.Иртәгәһен төнгө мажараларҙы урыҡ-һурыҡ һөйлгәс, бала һығымта яһап ҡуйҙы: “Өфөлә һис башҡортса белмәйҙәр икән!”“Ә хәҙер нисек? Һөйләшәләрме?” – тип һорарға ниәтләйем әле инде буй еткергән ҡыҙыбыҙҙан.Сабир Шәрипов.

Ауыл яғынан ете йәшлек ҡыҙын эйәртеп ҡустым килгәйне. Иртәгәһен өйҙәгеләрҙән кемдер, ҡунаҡ ҡыҙыҡайҙы ла эйәртеп, атаһын туҡталышҡа тиклем оҙатып ҡуя. Кискә табан бала үҙ алдына уйнарға сыҡҡан ерҙән атаһын ҡаршылау маҡсатында әлеге туҡталышҡа йүнәлә. Эй сабый, атаһы ошонан ултырып кикәйне, автобустан ошо ерҙә төшөргә тейеш, йәнәһе. Кирегә юлды онота - ҡәһәр һуҡмағыр. Бөтә өйҙәр ҙә бер иш тәһә Өфө тигәндәрендә.
Кис... Ғәйеп ҡыҙыҡай! Күмәкләп ах та ух килеп эҙләйбеҙ, милицияға ла хәбәр иттек. Төн урталарында шылтыраны телефон.
...Ҡоралай бәрәсендәй туҡталышта алаҡандап йөрөгән ҡыҙыҡайға күптәр иғтибар итә. Кем? Ҡайҙан? Кемдәргә килдең? Яуап юҡ.
Көскә берәүҙәр баланы урам аша ятаҡтағы йәмәғәтселек тәртибе бүлмәһенә әйҙәй. Ятаҡтағы бер эшсе ҡыҙ ғына уртаҡ тел атаба ала уның менән. Баҡһаҡ, бала тик башҡортса ғына һөйләшә икән: үҙе, яҡындары, хатта беҙҙең хаҡта һөйләп бирә тегеләргә. Йоҡлатҡас, шуны хәбәр итәләр милицияға, милиция – беҙгә. Таңғы биштә барып алдыҡ баланы – йән түҙәме ни ундай саҡта.
Иртәгәһен төнгө мажараларҙы урыҡ-һурыҡ һөйлгәс, бала һығымта яһап ҡуйҙы: “Өфөлә һис башҡортса белмәйҙәр икән!”
“Ә хәҙер нисек? Һөйләшәләрме?” – тип һорарға ниәтләйем әле инде буй еткергән ҡыҙыбыҙҙан.
Сабир Шәрипов.

Читайте нас: