Тубыҡланып йөрөүҙең файҙаһы.
Тубыҡланып йөрөүҙең бер кемгә лә зыяны юҡ, шунлыҡтан уны һәр кемгә тәҡдим итәләр. Хатта тубыҡ быуындары ауыртҡан кешеләр ҙә был ҡытай техникаһын ҡулланып ҡарай ала. Баҡтиһәң, тубыҡтар арҡа, аяҡ, умыртҡа бағанаһы мускулдарының үҙгәреүенән, зәғифләнеүенән ауырта икән. Икенсе төрлө әйикәндә, ауыртыу аҙ хәрәкәтләнеүҙән барлыҡҡа килә.
Тубыҡланып йөрөүҙе ҡытай медицинаһы бик күп ауырыуҙарҙы дауалау ысулы тип иҫәпләй. Ысынлап та, был ысулдың башҡа физик күнекмәләргә ҡарағанда өҫтөнлөгө күп. Уның бауыр һәм бөйөр ауырыуҙарынан да файҙаһы ҙур. Сөнки тубыҡта эске органдарҙың эшмәкәрлеген көйләүсе нөктәләр урынлашҡан.
Күнекмәләргә көнөнә ун–ун биш минут ваҡыт бүлеү ҙә етә. Иҙәнгә йомшаҡ юрған түшәйһең дә, тубыҡтарға ғына таянып, ашыҡмай ғына йөрөйһөң. Тубыҡҡа көс төшкәндә ауыртыу барлыҡҡа килә икән, карауатта йөрөргә мөмкин. Һуңынан аяҡтарҙың мускулдары нығынғас, иҙәнгә лә төшөргә була.
Башҡортостан календарынан алыны.