Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
24 Июль 2020, 15:20

Сейәнән компот

"Нисегерәк сейә компоты эшләйһегеҙ, өйрәтегеҙ әле?! "-тип һорап яҙыуҙар башланды, тиҙ генә яҙып ҡуяйым тағы ла . Мин нисек эшләйем - шулай яҙам , бүтән төрлө компот эшләү рецепты эҙләгәнем дә юҡ, сөнки үҙемсә эшләгән компоттар яҡшы килеп сыға, бер ҡасан атылмай һәм тоноҡланмай, шул көйө яҡшы һаҡлана. Компоттарҙы күп кенә итеп эшләргә тырышам, ураҙа мәлендә көн дә бер өс литрлыҡ банка асырға тура килә, үҙең эшләгән компотыңа бер ни етмәй инде . Таҙа итеп йыуылған банкаларҙы стерилизовать итәм, ҡапҡастары менән бергә, 30 минуттан да кәм тотмайым парҙа. Компот эшләй торған сейәләрҙе бер-аҙ ваҡытҡа һалҡын һыуға һалып торорға, эсендә ҡорттар булыуы мөмкин, шулар өҫкә сыҡһындар өсөн. Һыуҙы һарҡытҡас сейәләрҙе тағы ла берҙе сайырға. Стерильный банкаларға яҡынса яртыһына тиклем сейәләрҙе һалып, 500мл банка менән шәкәр ҡомо һалып сығырға ( был юлы мин 0.33 г бокал менән һалдым шәкәр ҡомон) , бер устай ғына ҡара емештәр ҙә һалдым (черника), компоттарға матур төҫ бирер өсөн . Ҙур кәстрүлдә һыуҙы ҡайнаттым, минең кәстрүл 20 литрлыҡтыр, 8 өс литрлыҡ банка компот әҙер була бер ҡайнатҡанда , шул ҡайнар һыуҙы сейә менән шәкәр өҫтөнә банкаларға ҡойоп сығырға ла тимер ҡапҡастар менән ҡаплап торорға , 20 минут тирәһе көтөргә . Шунан һуң банкаларҙағы һыуҙы сейәләре менән ҡуша кәстрүлгә кире ҡойорға, банка төбөндәге шәкәр ҡомон да сайып ҡойорға, ҡайнатып сығарырға , 10 - 15 минут тирәһе ҡайнатырға . Эҫеләй, ҡайнар көйө компотты кире банкаларға ҡойоп, тигеҙ генә өлөшкә бүлеп сейәләрен дә һалып сығырға . Тимер ҡапҡастар менән нығытып ябырға ла түңкәреп йылы әйбергә төрөп һыуынғанса түңкәреп ҡуйырға . Бындай күләмдә эшләнгән компот көслө концентрациялы килеп сыға, шуның өсөн ҡыш көнө компотка бер-аҙ ҡайнатып һыуытылған йәки һалҡын һыу ҡушып күбәйтеп эсергә була, ҡайсаҡ бер өс литрлыҡ банканан ике банка компот сығарырға була, ырамлы ла булып сыға. ????Былары минең кисә үткән төн эшләп ҡуйған компоттар, әлегә 14 өс литрлыҡ банка эшләнем бер төндә.Гөлгөнә Байегетова.

Читайте нас: