Абитуриентҡа имтихан ваҡытында һорау бирәләр:
– Һеҙ Аҡмулла менән танышмы?
– Юҡ.
– Ә Ерәнсә сәсән менән?
– Юҡ.
– Ә Салауат Юлаев, Зәки Вәлиди, Шәйехзада Бабич, Ниғмәти, Рәми Ғарипов, Мостайҙар менән?
– Юҡ.
– Сығырға мөмкин.
Сыҡҡас, ишек янында өймәлшеп торған башҡа абитуриенттар быны һырып ала:
– Ҡабул иттеләрме?
– Юҡ, бында блатың, брат-ысватың буйынса ғына ҡабул итәләр икән, - тигән була, ти.
Бер сирле дауаханала операция өҫтәлендә ята икән, ти. Хирургтан һорай был:
- Доктор, операция уңышлы үтһә, мин гитарала уйнай алырмынмы икән?..
- Әлбиттә уйнай аласаҡһың!!!
- Шәәәәәәәп!!! Доктор, мин бит бығаса бөтөнләй гитарала уйнай белмәй торғайным!.
Əбей менән бабай сəй эсеп ултыра икән. Әбей:
- Бабай, ҡара әле, йәшниктән ситуәция ла ситуәция тип хәбәр һөйләйҙәр, уныһы нимəне аңлата ул?..
- Бына, əбей, əгəр мин күрше Гөлъямалға инеп сəй эсһәм - был ситуация була инде...
- Атағатаҡ! Әгəр мин күрше Сабирға инеп сəй эсеп сықһам!?..
- Һин, дауай, бында проституция менəн ситуацияны бутап ултырма йәме!
Походҡа барғанда уҡытыусы уҡыусыларҙан:
– Беҙ ҡайһы яҡҡа – төньяҡҡамы әллә көньяҡҡамы китеп барабыҙ? – тип һорай.
Нәзир күп уйлап тормаҫтан:
– Көньяҡҡа, – тип яуаплай.
– Ни өсөн шулай уйлайһың?
– Атлаған һайын эҫе була бара бит.