Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
28 Июль 2020, 22:15

Алтындан да ҡәҙерлерәк бала икән...

Борон байлығы, дәрәжәһе менән тирә-яҡҡа даны таралған бер батша һәм урта ғына хәлле уның күршеһе йәшәгән, ти. Бер мәл, батша был донъяла йәшәүенең мәғәнәһен юғалтҡан төҫлө була. Ауыҙына ғына ҡарап тороп, бар нәмәгә өнһөҙ генә бойһонған ҡала халҡы менән хакимлыҡ итеүҙән дә, кистәрен өйөнә, үҙен һәр ваҡыт ҡосаҡ йәйеп ҡаршы алып торған ҡатыны янына ҡайтыуҙан да йәм тапмай, һөмһөрө ҡойолоп йөрөй башлаған.Ә күршеһенең, киреһенсә, йөҙө көндән-көн ҡояш кеүек балҡый, ти. Осоп-талпынып эштән ҡайта, ауыҙ эсенән күңелле көйҙө көйләй-көйләй йорт эштәрен башҡара икән. Кистәрен иһә өйҙәренән шарҡылдашып көлгән тауыштары ишетелеп торған. Оҙаҡ ваҡыт күршеһенең был үҙгәрешенең серенә төшөнә алмай йөрөй торғас, батша уның үҙенән туранан-тура һораған, ти. Тегенеһе: “Ә беҙ, ҡатыным менән, һәр кис бер-беребеҙгә урындыҡта алтын туп тәгәрәтеп күңелдәребеҙҙе күтәрәбеҙ”, - тигән.Был яуапҡа, ат башындай алтын тапҡандай булып, батша шатланып өйөнә ҡайтып киткән. Шул кисте үк ҡатыны менән өйөндә ятҡан иң ҙуры тип һаналған, иң ҡиммәтле таштарҙан биҙәлгән алтын туптарының береһен урындыҡҡа ҡуйып тәгәрәтә лә башлағандар. Әммә икеһе лә күңел йыуатырлыҡ бер ҡыҙыҡ та тапмағандар. Күршеләре кеүек көлөү түгел, киреһенсә, йөҙҙәрен болот ҡаплап, юҡтан ғына үсегешеп, бергә йәшәй башлауҙарынан алып беренсе тапҡыр бер-береһенә арҡаларын ҡуйышып йоҡлап киткәндәр, ти...Ир – ир, ҡатын – ҡатын урынында булһа...Ғафури райоынының Ҡауарҙы ауылында биш бала тәрбиләүсе Алһыу һәм Илгиз Мөхәмәтдиновтар үҙҙәре лә күп балалы ғаиләлә үҫәләр. Илгиз – ун ике бала араһында кинйә, Алһыу иһә, киреһенсә,өс һеңле-ҡустыһына апай. Икеһендә лә бәләкәйҙән туғандарға ихтирам, хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләнә.Өйләнешкәндә ғаилә башлығы район үҙәгендәге күп профилле училищела белем алып, әрме хеҙмәтендә йөрөп ҡайтырға ла өлгөрөп, мәктәптә шофер булып эшләп йөрөһә, Алһыу яңы ғына өлгөргәнлек аттестатын ҡулына алып оло тормош юлына тәүге аҙымдарын яһап ҡына тора. Шунлыҡтан: “Ир менән ҡатын араһындағы алты йәш айырма ғаилә ҡорғанда һиҙелмәне?” – тип һорағас, хужабикә: “Илгиз бәләкәс бала булараҡ иркәрәк, ул ваҡытта егерме дүрт йәшлек булһа ла донъяға ҡарата сабыйҙарса бер ҡатлы егет ине. Ә мин, киреһенсә, етди ҡарашлы, үҙемә лә, янымдағыларға ла талапсанмын. Етмәһә, гүзәл заттар ир-егеттәргә ҡарағанда өс – дүрт йылға тиҙерәк тә өлгөрә тиҙәр бит. Шуға ла йәш айырмаһы әллә ни һиҙелмәне. Иң мөһиме, ир – ир, ҡатын – ҡатын урынында булһын”, - тип йылмайып яуап бирҙе.Башта үҙҙәре урам алып, ваҡытлыса торорға бәләкәс кенә аласыҡ әтмәләгәнсе ҡайны-ҡәйнә йортонда күмәкләшеп йәшәйҙәр. Бөгөнгө көндә ауыл ситендә, урманға терәлеп тигәндәй ултырған ҙур ихаталы йортта ун һигеҙ баш умарта, биш һыйыр, биш ат, егерме бишләп һарыҡ һәм кәзә аҫырайҙар.Ғөмүмән, Мөхәмәтдиновтар барына риза булып, ситтән ярҙам көтөп ята торғандарҙан түгел. Ун йыл дауамында Алһыу һыйырҙарының ағынан ҡорот, ҡаймаҡ, эремсек әҙерләп район үҙәгендәге баҙарға аҙнаһына бер нисә тапҡыр алып бара. Һәр йыл һайын күпләп ҡорт балы, мал һатҡан ғаиләнең тырышлығы район хакимиәте тарафынан да ситтә ҡалмай. 2012-се йылда район кимәлендә ойошторолған “Иң яҡшы хужалыҡ” конкурсында “Ауыл хужалығын үҫтереүҙә һәм әҙер продукция менән халыҡты тәьмин итеүҙә” тип аталған номинацияла еңеп сығалар.Балалары ла үҫеп торалар, ҡул араһына кереп баралар. Тырышлыҡтары уҡыуҙа ла һиҙелә. БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалында башҡорт һәм төрки филологияһында белем алыусыөлкән ҡыҙҙары Наҙгөл коммерция нигеҙендә уҡырға инһә, йыл ярым эсендә яҡшы өлгәшкән, йәмәғәт эштәрендә актив ҡатнашҡан ҡыҙ үҙен университет эсендә тик яҡшы яҡтан ғына күрһәтеп өлгөрөп, бюджетҡа күсерелә.Яуаплылыҡ тойоп үҫәләрҒаилә башлығы өс йыл элек ауыл мәҙәниәте йортонда йылытыусы булып эшләп йөрөгәндә “ҡыҫҡартыуға” эләгә һәм вахта менән Себер тарафтарына юллана. Әлбиттә, айҙар буйы атай кеше ситтә йөрөгәндә, береһенән береһе бәләкәс балалар менән донъя йөгөн һөйрәү ҡатын-ҡыҙ өсөн еңелдән түгел. Ауыл ерендә, бигерәк тә. Атаһы эшкә киткәндә IX класта уҡыған Илназ был ваҡытта күптән ҡул араһына керһә, ҡыҙҙар кеүек хисле, күп ваҡыт уйынға әүрәгән Илфат өсөн һынылыш осоро була тиһәң дә яңылыш булмаҫ. Быйыл иһә, ун ике генә йәшлек үҫмер ағаһы Стәрлетамаҡҡа уҡырға кергәс, мал-тыуарҙы тәрбиәләү, кәртә-ҡуралағы башҡа эштәр тулыһынса уның иңенә төшә. Әсәһе менән иртән уҡырға киткәнсе үк малдарҙы сығарып, яҙын-көҙөн көтөүгә ҡыуып, ашарҙарына һала. Ә был ваҡытта иң бәләкәс һеңлеһе менән ун йәшлек Айгөл ултырып тора. Апаһы үҙе менән ҡалғанда уны ҡурҡытмаҫ өсөн, Әминә иламай, мыжымай ғына түҙеп тора икән. Бары тик уның бер бармағын тотоп ятһа ла риза, тип көлә өлкәндәр.Оҙайлы карантин, ниһайәт, Мөхәмәтдиновтар ғаиләһен бер нисә айға бергә йыйған. Студенттар март аҙағында уҡ Стәрлетамаҡтан ҡайтарылһа, Илгиз дүрт ай самаһы эшенә бара алмаған. Был арауыҡта эш хаҡы алмаған оҫта ҡуллы, техниканы яҡшы белгән атай кеше сараһын тапҡан – ауылдаштарына төҙөлөш эштәрендә ярҙамлашҡан. Илназ менән икәүләшеп кенә тиерлек яңы һарайҙарының башын да ябып ҡуйғандар.Әсәйҙең ҡояштары нисәү?Сабыйы тыуғас та әсәйҙең йөрәге ике кешелә тибә башлай. Быға тиклем унһыҙ нисек йәшәгәнмен дә, тормоштоң ниндәй ҡыҙығынтапҡанмын икән тип тә аптырайһың. Ә һуңынан икенсегә, өсөнсөгә әсәй булғанда, был осраҡта хәстәре, һөйөүе тағы ла арта, күбәйә төшә. Күптәрҙең: “Әйтерһең дә, йөрәгем ҙурайып, айырым-айырым урындарға бүлгеләнгән кеүек булды”, - тигәндәрен йыш ишеткәнем бар. Алһыу ҙа ошо фекерҙә.“Ситтән ҡарағанда, быйыл йыл башында ғына тәүге ауазын һалған төпсөкбикәм Әминәмде генә ҡарап, тәүлек әйләнәһенә уның менән мәж килгән кеүекмен. Ысынында иһә уны имеҙеп, иркәләп ултырғанда уртансылары мәктәптән ҡайтыуҙарына ашарҙарына хәстәрләргә кәрәк тип уйлайһың. Ситтә уҡыған ике олоһоноң хәлдәре нисек икән, имен-аман йөрөһөндәр инде тип, борсолаһың.Әлбиттә, Наҙгөл менән Илназ бәләкәс саҡтарында ваҡытым уларҙы ҡарауға күберәк тә бүленгәндер. Әммә хәҙер ағай-апайҙары ла бәләкәстәр өсөн өҙөлөп торалар. Әле Әминәне лә һәр береһе үҙенә әүрәтергә тырышып, тешһеҙ ауыҙын бер йырып йылмайыуына һөйөнөүҙәрен ҡарап тороуы үҙе бер кинәнес.Һәр бала үҙ ризығы, үҙ бәхете менән тыуа. Тегенеһе юҡ, быныһын булдырырға кәрәк тип, йәштәр бәпәй алып ҡайтыуҙы оҙаҡҡа һуҙып йөрөмәһендәр ине. Әлегә тиклем, быныһын ниңә таптым икән, ҡарауы ауыр тип, күп балалы бер әсәйҙең дә уфтанғанын күргәнем юҡ.Минең өсөн иһә, һәр береһе ҡояш кеүек. Үҙҙәренә генә хас холоҡ-һыҙаттары, һөйөүҙәре менән ауыр саҡтарҙа күңел күгемде йылытыусы, яҡтыртыусы, йыуатыусы нур булып торалар. Ә ата-әсәнең төп бурысы, яңы ғына морон төртөп килгән сәскә кеүек нәфис сабыйҙарыңды ел-ямғырҙан ҡурсалап, тәрбиәләп тороп, ғүмер көҙҙәреңдә күкрәп сәскә атып, ғорурлығыңа әйләнһендәр өсөн, ваҡытында дөрөҫ йүнәлеш биреп, осор ҡанаттарын нығытыу”....Үҙен алдағаны өсөн үпкәләгән батша, икенсе көн үк кисен күршеһенең тәҙрәһенән йәшенеп кенә уларҙы күҙәтергә барған, ти. Урындыҡтың ике башында ултырған ата-әсәһенә ауа-түнәталпынып әле береһенең, әле икенсеһенең ҡосағына йүгергән сабыйҙы күргән дә эшеңдән талпынып ҡайтыр, йәшәүҙең мәғәнәһен табыр өсөн үҙенә лә тиҙерәк атай булырға кәрәклегенә төшөнгән.

Борон байлығы, дәрәжәһе менән тирә-яҡҡа даны таралған бер батша һәм урта ғына хәлле уның күршеһе йәшәгән, ти. Бер мәл, батша был донъяла йәшәүенең мәғәнәһен юғалтҡан төҫлө була. Ауыҙына ғына ҡарап тороп, бар нәмәгә өнһөҙ генә бойһонған ҡала халҡы менән хакимлыҡ итеүҙән дә, кистәрен өйөнә, үҙен һәр ваҡыт ҡосаҡ йәйеп ҡаршы алып торған ҡатыны янына ҡайтыуҙан да йәм тапмай, һөмһөрө ҡойолоп йөрөй башлаған.
Ә күршеһенең, киреһенсә, йөҙө көндән-көн ҡояш кеүек балҡый, ти. Осоп-талпынып эштән ҡайта, ауыҙ эсенән күңелле көйҙө көйләй-көйләй йорт эштәрен башҡара икән. Кистәрен иһә өйҙәренән шарҡылдашып көлгән тауыштары ишетелеп торған. Оҙаҡ ваҡыт күршеһенең был үҙгәрешенең серенә төшөнә алмай йөрөй торғас, батша уның үҙенән туранан-тура һораған, ти. Тегенеһе: “Ә беҙ, ҡатыным менән, һәр кис бер-беребеҙгә урындыҡта алтын туп тәгәрәтеп күңелдәребеҙҙе күтәрәбеҙ”, - тигән.
Был яуапҡа, ат башындай алтын тапҡандай булып, батша шатланып өйөнә ҡайтып киткән. Шул кисте үк ҡатыны менән өйөндә ятҡан иң ҙуры тип һаналған, иң ҡиммәтле таштарҙан биҙәлгән алтын туптарының береһен урындыҡҡа ҡуйып тәгәрәтә лә башлағандар. Әммә икеһе лә күңел йыуатырлыҡ бер ҡыҙыҡ та тапмағандар. Күршеләре кеүек көлөү түгел, киреһенсә, йөҙҙәрен болот ҡаплап, юҡтан ғына үсегешеп, бергә йәшәй башлауҙарынан алып беренсе тапҡыр бер-береһенә арҡаларын ҡуйышып йоҡлап киткәндәр, ти...
Ир – ир, ҡатын – ҡатын урынында булһа...
Ғафури райоынының Ҡауарҙы ауылында биш бала тәрбиләүсе Алһыу һәм Илгиз Мөхәмәтдиновтар үҙҙәре лә күп балалы ғаиләлә үҫәләр. Илгиз – ун ике бала араһында кинйә, Алһыу иһә, киреһенсә,
өс һеңле-ҡустыһына апай. Икеһендә лә бәләкәйҙән туғандарға ихтирам, хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләнә.
Өйләнешкәндә ғаилә башлығы район үҙәгендәге күп профилле училищела белем алып, әрме хеҙмәтендә йөрөп ҡайтырға ла өлгөрөп, мәктәптә шофер булып эшләп йөрөһә, Алһыу яңы ғына өлгөргәнлек аттестатын ҡулына алып оло тормош юлына тәүге аҙымдарын яһап ҡына тора. Шунлыҡтан: “Ир менән ҡатын араһындағы алты йәш айырма ғаилә ҡорғанда һиҙелмәне?” – тип һорағас, хужабикә: “Илгиз бәләкәс бала булараҡ иркәрәк, ул ваҡытта егерме дүрт йәшлек булһа ла донъяға ҡарата сабыйҙарса бер ҡатлы егет ине. Ә мин, киреһенсә, етди ҡарашлы, үҙемә лә, янымдағыларға ла талапсанмын. Етмәһә, гүзәл заттар ир-егеттәргә ҡарағанда өс – дүрт йылға тиҙерәк тә өлгөрә тиҙәр бит. Шуға ла йәш айырмаһы әллә ни һиҙелмәне. Иң мөһиме, ир – ир, ҡатын – ҡатын урынында булһын”, - тип йылмайып яуап бирҙе.
Башта үҙҙәре урам алып, ваҡытлыса торорға бәләкәс кенә аласыҡ әтмәләгәнсе ҡайны-ҡәйнә йортонда күмәкләшеп йәшәйҙәр. Бөгөнгө көндә ауыл ситендә, урманға терәлеп тигәндәй ултырған ҙур ихаталы йортта ун һигеҙ баш умарта, биш һыйыр, биш ат, егерме бишләп һарыҡ һәм кәзә аҫырайҙар.
Ғөмүмән, Мөхәмәтдиновтар барына риза булып, ситтән ярҙам көтөп ята торғандарҙан түгел. Ун йыл дауамында Алһыу һыйырҙарының ағынан ҡорот, ҡаймаҡ, эремсек әҙерләп район үҙәгендәге баҙарға аҙнаһына бер нисә тапҡыр алып бара. Һәр йыл һайын күпләп ҡорт балы, мал һатҡан ғаиләнең тырышлығы район хакимиәте тарафынан да ситтә ҡалмай. 2012-се йылда район кимәлендә ойошторолған “Иң яҡшы хужалыҡ” конкурсында “Ауыл хужалығын үҫтереүҙә һәм әҙер продукция менән халыҡты тәьмин итеүҙә” тип аталған номинацияла еңеп сығалар.
Балалары ла үҫеп торалар, ҡул араһына кереп баралар. Тырышлыҡтары уҡыуҙа ла һиҙелә. БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалында башҡорт һәм төрки филологияһында белем алыусы
өлкән ҡыҙҙары Наҙгөл коммерция нигеҙендә уҡырға инһә, йыл ярым эсендә яҡшы өлгәшкән, йәмәғәт эштәрендә актив ҡатнашҡан ҡыҙ үҙен университет эсендә тик яҡшы яҡтан ғына күрһәтеп өлгөрөп, бюджетҡа күсерелә.
Яуаплылыҡ тойоп үҫәләр
Ғаилә башлығы өс йыл элек ауыл мәҙәниәте йортонда йылытыусы булып эшләп йөрөгәндә “ҡыҫҡартыуға” эләгә һәм вахта менән Себер тарафтарына юллана. Әлбиттә, айҙар буйы атай кеше ситтә йөрөгәндә, береһенән береһе бәләкәс балалар менән донъя йөгөн һөйрәү ҡатын-ҡыҙ өсөн еңелдән түгел. Ауыл ерендә, бигерәк тә. Атаһы эшкә киткәндә IX класта уҡыған Илназ был ваҡытта күптән ҡул араһына керһә, ҡыҙҙар кеүек хисле, күп ваҡыт уйынға әүрәгән Илфат өсөн һынылыш осоро була тиһәң дә яңылыш булмаҫ. Быйыл иһә, ун ике генә йәшлек үҫмер ағаһы Стәрлетамаҡҡа уҡырға кергәс, мал-тыуарҙы тәрбиәләү, кәртә-ҡуралағы башҡа эштәр тулыһынса уның иңенә төшә. Әсәһе менән иртән уҡырға киткәнсе үк малдарҙы сығарып, яҙын-көҙөн көтөүгә ҡыуып, ашарҙарына һала. Ә был ваҡытта иң бәләкәс һеңлеһе менән ун йәшлек Айгөл ултырып тора. Апаһы үҙе менән ҡалғанда уны ҡурҡытмаҫ өсөн, Әминә иламай, мыжымай ғына түҙеп тора икән. Бары тик уның бер бармағын тотоп ятһа ла риза, тип көлә өлкәндәр.
Оҙайлы карантин, ниһайәт, Мөхәмәтдиновтар ғаиләһен бер нисә айға бергә йыйған. Студенттар март аҙағында уҡ Стәрлетамаҡтан ҡайтарылһа, Илгиз дүрт ай самаһы эшенә бара алмаған. Был арауыҡта эш хаҡы алмаған оҫта ҡуллы, техниканы яҡшы белгән атай кеше сараһын тапҡан – ауылдаштарына төҙөлөш эштәрендә ярҙамлашҡан. Илназ менән икәүләшеп кенә тиерлек яңы һарайҙарының башын да ябып ҡуйғандар.
Әсәйҙең ҡояштары нисәү?
Сабыйы тыуғас та әсәйҙең йөрәге ике кешелә тибә башлай. Быға тиклем унһыҙ нисек йәшәгәнмен дә, тормоштоң ниндәй ҡыҙығын
тапҡанмын икән тип тә аптырайһың. Ә һуңынан икенсегә, өсөнсөгә әсәй булғанда, был осраҡта хәстәре, һөйөүе тағы ла арта, күбәйә төшә. Күптәрҙең: “Әйтерһең дә, йөрәгем ҙурайып, айырым-айырым урындарға бүлгеләнгән кеүек булды”, - тигәндәрен йыш ишеткәнем бар. Алһыу ҙа ошо фекерҙә.
“Ситтән ҡарағанда, быйыл йыл башында ғына тәүге ауазын һалған төпсөкбикәм Әминәмде генә ҡарап, тәүлек әйләнәһенә уның менән мәж килгән кеүекмен. Ысынында иһә уны имеҙеп, иркәләп ултырғанда уртансылары мәктәптән ҡайтыуҙарына ашарҙарына хәстәрләргә кәрәк тип уйлайһың. Ситтә уҡыған ике олоһоноң хәлдәре нисек икән, имен-аман йөрөһөндәр инде тип, борсолаһың.
Әлбиттә, Наҙгөл менән Илназ бәләкәс саҡтарында ваҡытым уларҙы ҡарауға күберәк тә бүленгәндер. Әммә хәҙер ағай-апайҙары ла бәләкәстәр өсөн өҙөлөп торалар. Әле Әминәне лә һәр береһе үҙенә әүрәтергә тырышып, тешһеҙ ауыҙын бер йырып йылмайыуына һөйөнөүҙәрен ҡарап тороуы үҙе бер кинәнес.
Һәр бала үҙ ризығы, үҙ бәхете менән тыуа. Тегенеһе юҡ, быныһын булдырырға кәрәк тип, йәштәр бәпәй алып ҡайтыуҙы оҙаҡҡа һуҙып йөрөмәһендәр ине. Әлегә тиклем, быныһын ниңә таптым икән, ҡарауы ауыр тип, күп балалы бер әсәйҙең дә уфтанғанын күргәнем юҡ.
Минең өсөн иһә, һәр береһе ҡояш кеүек. Үҙҙәренә генә хас холоҡ-һыҙаттары, һөйөүҙәре менән ауыр саҡтарҙа күңел күгемде йылытыусы, яҡтыртыусы, йыуатыусы нур булып торалар. Ә ата-әсәнең төп бурысы, яңы ғына морон төртөп килгән сәскә кеүек нәфис сабыйҙарыңды ел-ямғырҙан ҡурсалап, тәрбиәләп тороп, ғүмер көҙҙәреңдә күкрәп сәскә атып, ғорурлығыңа әйләнһендәр өсөн, ваҡытында дөрөҫ йүнәлеш биреп, осор ҡанаттарын нығытыу”.
...Үҙен алдағаны өсөн үпкәләгән батша, икенсе көн үк кисен күршеһенең тәҙрәһенән йәшенеп кенә уларҙы күҙәтергә барған, ти. Урындыҡтың ике башында ултырған ата-әсәһенә ауа-түнә
талпынып әле береһенең, әле икенсеһенең ҡосағына йүгергән сабыйҙы күргән дә эшеңдән талпынып ҡайтыр, йәшәүҙең мәғәнәһен табыр өсөн үҙенә лә тиҙерәк атай булырға кәрәклегенә төшөнгән.
Читайте нас: