Йәш ғаиләләргә, яңы никахлашҡандарға махсус ғашиҡтар меднәре яһайҙар. Йыйнаҡ ҡына мендәр тышлығы нағышлап сигелә, ә кәпрәненә ете төрлө үлән һалына:
Кесерткән ‒физик һәм әхлаҡи боҙомдарҙан һаҡлай. Ҡайын япрағы ‒ сафлыҡ бирә Имән япрағы ‒ ныҡлыҡ, тоғролоҡ өҫтәй Әрем ‒ хуш еҫ бирә, хистәрҙе көсәйтә Андыҙ япрағы ‒ туғыҙ төрлө хис, йөҙ төрлө дауа бирә. Мәтрүшкә ‒ наҙ, нәзәкәт тыуҙыра, тынысландыра, яҡшы йоҡлата Бөтнөк йәки кейәү үләне‒ хуш еҫ тарата, тәнгә рәхәтлек бирә.