Кеше ҡурҡһа, уның йөрәге урынынан ҡуҙғала икән. Күскән йөрәкте һыйпап, һамаҡлап урынына ултыртҡандар, һыйпағанда ошолай тип әйткәндәр:
Әғүҙү би-ләһи минәш-шайтанир-ражим,
Бисмиллаһир-рахманир-рахим.
Сәбәп минән булһын, шифа Алланан булһын.
Ҡара башлы ҡан йөрәк, елпенмә, талпынма.
Ҡара башлы ҡан йөрәк, урыныңа ултырғыл!
Елпенмә, талпынма, урыныңа ултырғыл!
“Башҡорттарҙың дауалау һәм ҡурсалау магияһы” китабынан.