Шоңҡар
-18 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
5 Август 2020, 21:10

Улығыҙ эшен балалар туҡмауҙан башлаған икән

— “Ике” һуҡтығыҙ, — ти малай.

Кәрим Ирек улы бишенсе класс балаларының дәрескә әҙерлеген тикшерә лә Нуретдин исемле малайға “икеле” ҡуя. Өйгә ҡайтҡас, атаһы:
— Нисә алдың, улым? — тип һорауы була, Нуретдин илай башлай. — Ниңә илайһың? — тигәс, ул:
— Кәрим ағай “ике” һуҡты, — тип яуаплай. Шул уҡ көндө Нуретдиндең атаһы Кәрим Ирек улының әсәһенә магазинда:
— Улығыҙ эшен балалар туҡмауҙан башлаған икән, — тип әйтә.
Иртәгәһенә Кәрим Ирек улы унан бөтә уҡыусылар алдында:
— Нуретдин, мин һиңә һуҡтыммы? — тип һорай.
— Һуҡтығыҙ.
— Нисә һуҡтым?
— “Ике” һуҡтығыҙ, — ти малай.
— Ҡайһы ереңә һуҡтым, күрһәт әле, — ти уҡытыусы. Нуретдин, көндәлеккә, тигәс, уҡыусылар шарҡылдап көлә башлай. Кәрим Ирек улы еңел һулап, Нуретдингә:
— Бөгөн үк атай-әсәйеңә көндәлегеңде күрһәт, — тине.
Беҙҙең ауылда билдә ҡуйҙы тимәйҙәр, ә “һуҡты” тип һөйләйҙәр шул.

Ҡасим ӘЛИБАЕВ.
Читайте нас в