Шоңҡар
-15 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
8 Август 2020, 23:05

ЫНЙЫ - МӘРЙЕН ТЕШ ИКӘН...

Зәлифәһен мәсхәрәләмәксе булған әҙәм аҡтығына тәғәйенләнгән киҫкен һуғыу , теге ялтарып арала Зәлифәкәйенең ауыҙ тәңгәленә тура килде.

Таңһылыу Вәлиева
Хикәйә

Туйға барһаң, туйып бар, тигәндәй, берәй ергә ҡунаҡҡа саҡырылһа, Зәлифә әбей тәүҙә өйҙә тамағын туйҙырып ала. Ғиззәт ҡарт уның был ғәҙәтен күптән белеп бөткән, Зәлифәһе ҡунаҡҡа китмәҫтән берәй сәғәт алда, ҡарт әйтмешләй, кәпитәлне һыйланып алалар икәүләшеп. Ҡайһы саҡта ҡатыраҡ бешкән итте ҡабып ебәреп, ни сәйнәп йота алмай, ни кире сығарып һала алмай, мөйшәндәп ултырмаҫ өсөн, хәҙер иткә лә үрелә һалмай Зәлифә ҡунаҡта. Ауыҙ эсендә әүәләп - әүештереп сәйнәмәй генә йотоп ебәрә торған ризыҡтарҙы - бутҡаны, аштың һалмаһын өҫтөн күрә, ит һурпаһына ғына бешкән бер - ике картуф ашай.
- Кеше, киреһенсә, ҡунаҡта ашап булмай туйып барһаң, тиер ине. Һин генә йөрөйһөң юҡты ғәҙәт итеп, - тип мәрәкәләгән була ҡарты, туйып барыуҙың сәбәбен белһә лә.
Сәбәбе - тештә. Дөрөҫөрәге - үҙ тештәреңдең юҡлығында. Улай тиһәң, Зәлифә йәшендәгеләрҙең бөтәһендә лә, Ғөбәйҙә әхирәте әйткәнсә, "һөкөмәт" теше. Һөкөмәт теше менән ҡырҡа тешләп, ҡыртылдата сәйнәп ашап булмай ризыҡты, Улыраһың шунан кеше араһында мөйшәндәп...
Ҡыҙыҡ ул ауыл әбейҙәре. Үҙҙәренән үҙҙәре көлөргә тиһәң, уларҙы ҡуш. Теш тигәндә, бигерәк тә.
- Төндә лә һалмайым мин тешемде, яланғас ауыҙым өшөй, сисһәм, - тиһә береһе, икенсеһе эләктереп алырға әҙер генә тора:
- Анау сама аҡса түләп, эшләтеп алып, буш һалып ҡуйып ни... Төндә шығырҙатып булһа ла ятам мин аны!
- Атай яһаған теш кенә бисплатный ине уыл...
Ауыҙҙарын ҡулдары менән ҡаплап, көлөшкән була үҙҙәре.
Зәлифә тыңларға ярата тиңдәштәренең мәҙәк хәбәрҙәрен. Әйҙә, ғәйбәт һөйләгәнсе, үҙҙәренән көлһөндәр - гонаһтары түгелер, исмаһам.
Ярай уныһы, олоғайғас тешең бөтһә.. Зәлифә утыҙ йәшендә алғы тештәрһеҙ ҡалды. Ғиззәте ҡыра һуҡты.
Бер сәйер яғы ла булды Зәлифәнең тештәренең Ауырға ҡалдымы Зәлифә, - бөттө, дүрт ай буйы алһыҙ - ялһыҙ һыҙлар ине тештәре. Шуныһы ғәжәп - балаға йән керҙеме, , булды, етте, тигәндәй шып туҡтай теш һыҙлауы. Яралған баланың һөйәге өсөн кальций кәрәк, организм уны һеҙҙең тешегеҙҙән ращщепләйт итеп ала, тип аңлатҡайны тыуған баланы ҡабул итеп тороусы йәш кенә шәфҡәт туташы. Дүрт ир балаға яңаҡ тештәрен теге туташ әйткән кальций итеп ғәҙел бүлеп бирҙе Зәлифә. Ә алғы тештәрен Ғиззәте ҡыра һуҡты.

Көҙгөгә ҡарап кейенә Зәлифә, йәш саҡтағы ғәҙәтен ҡалдырмай һаман. Яулығына, күлдәгенең төҫөнә ҡарап, муйынсаҡтарын алыштырып тора. Көҙгәләге үҙенә йылмайҙы ҡупшыҡай әбей. Үҙенекенән айырылмай ҙа ул ҡуйҙырған тештәре. Шулай ҙа...
Тип - тигеҙ итеп теҙеп ҡуйылған аҡ ынйы кеүек , ап - аҡ, иатур булды Зәлифәнең тештәре йәш сағында. Йылмайһа, йөҙө яҡтырып, һылыулығы бермә - бер артып киткәндәй була.. Ә сыңғыратып көлөп ебәрһә инде, шул аҡ ынйылар нәфис сыңлы утыҙ ике ҡыңғырау булып бер юлы зыңғырлай ине.
Шул ап - аҡ ынйы тештәре ҡауыштырҙы Зәлифәне Ғиззәт менән.
Киске уйынға күрше ауылдан дуҫтары менән килгән Ғиҙҙәт:
- Кем көлдө ошонда яңы? Шул матур итеп көлгән ҡыҙ ҡайһығыҙ ул? - тип таптырып ҡараны, яуап биреүсе, әлбиттә, булманы. Ҡайһы ҡыҙ мин көлдөм матур итеп, тип анау сама әзмәүерҙең алдына сығып баҫһын...Ҡурҡмай... Икенсе уйынға Зәлифә барманы, өсөнсөһөндә Ғиззәт үҙе булманы, дүртенсе шәмбелә ҡойоп ямғыр яуҙы. Бесән мәле еткәс, киске уйындар туҡтап торҙо. эй иатур, ҡабатланмаҫ мәлдәр... Зәлифә менән Ғиззәт яратып, һағынып иҫләп алалар йәш саҡтарын.
- Армияла разведротала ике йыл буйы хеҙмәт итеп, мин матур итеп көлгән ҡыҙҙы тапмай буламмы? Таптым! Ғүмерлек йәрем иттем! Бынау сәсәкле шәлеңде яурыныңа һалам, тип сығарҙыңмы шкафыңдан? ОНотоп ҡуйма.
Хәбәрен һөйләй - һөйләй янына килеп баҫҡан ҡартының ҡулынан шәлен алып, сығырға ыңғайлаған ерҙән Зәлифә туҡталды.
-Әйтәм, ике айҙан һуң килгәнеңдә туп - тура килеп, эргәмә баҫтың шул.
-Һеҙҙең ауылдағы агентурам шәп эшләне, хаҡын йәлләмәй түләп торғас...
- Ҡыйғас ҡара ҡаш икән,
Ынйы - мәрйен теш икән, - тип йырлап килеп торҙоң яныма. Ынйы - мәрйен тешем ҡайҙа булды шунан?
- Ана, Мөнирәң ҡул болғай, барһаң, бар ҙа ҡунағыңа... Нимә һөйләһәң дә әпкилә лә тешен ҡыҫтыра. Күстәнәс апҡайт. Өйҙә кинйә малайым көтөп ҡалды, тиген.
Урам буйлап аҡ - суҡ булып кейенешеп-яһанышып аятҡа китеп барған әбейҙәр араһында иң матуры уның Зәлифәһе шул. Килешле кәүҙәһен төҙ генә тотоп, Рафиға шикелле ҡанатын да ян - яҡҡа йәймәй, Гөлзифа һымаҡ тертәндәмәй генә, арҡырыһы - буйы бер булған Хәмиҙәләй туйтанламай ҙа, ҡаҡ таҡта Миңнурыйҙай ел ыңғайына сайҡалмай ҙа йөҙөп кенә атлап бара уның әбейе.
- Буйың зифа тал ғына,
Ирендәрең бал ғына.
Йырлаған һайын яңы һүҙҙәр өҫтәй ҙә ебәрә Ғиззәт ошо йырына. Ҡыйғас ҡара ҡаш икән, ынйы - мәрйен теш икән тигән ереенә генә теймәй.
Кәләшенең ынйы - мәрйен тештәрен үҙе һындыра һуҡты шул Ғиззәт, аҫҡыларын да, өҫкөләрен дә. Теш кенәме, ирендәрен дә ҡырҡа һуҡты тешкә ҡуша.
Былай булды.
Еләк уңғайны Зәлифәнең утыҙы тулған шул йәйҙә. Тәгәрәп ятты, ишелеп уңды. Бисәләр йыйып торҙо, таң атыуға урынына икенселәре бешеп торҙо. Зәлифәһе, еләк өсөн былай ҙа үлеп барған нәмә, һынын килтерҙе - биҙрәләп ташыны ла ҡуйҙы. Төшкә тиклем бер күнәк, төштән һуң бер күнәк. Көндөҙ йыя, төндә шуны эш итеп бөтмәйенсә ятмай. Бер көн Ғиззәт беснлектәрҙе ҡарап ҡайтам, кеше төшөп ҡуймаһың, билдә һалырмын, тип, ат егеп, салғы алып сығып китте. Төштән һуң ғына ҡайтып инде. Кирәй ҡыуағы тигән сабынлыҡтарында үлән дә шәп, үлән араһында күләгәлә ҡып - ҡыҙыл булып бешкән суҡ - суҡ бөрлөгән дә шәп ине. Иртәгеһенә икәүләп киттеләр Кирәй ҡыуағына. Ғиззәт бесән сапты, Зәлифә ҡыуана - көлә, йырлай - йырлай бөрлөгән тирҙе.
- Был сама бөлдөргәндән ер йөҙө үәринйә ҡайнатам, мин, Ғиззәт. Рәхмәт алып килеүеңә.
- Алла бирһәне нисек әйтмәй ултыраһың ул һин?
Сәй эсеп алғас, Ғиззәт һаҙ ҡыҙырымынан быҙауҙарға йомшаҡ йәш бесән сабып алайым, тип йылға буйына төшөп китте, Зәлифә һауыт - һабаһын сайып, төрөп, төйнәп, арбаға һалды ла үҙе лә арбаға ултырып, бөрлөгәндең өҫтөндә йыйғанда төшкән үләндәрҙе, япраҡтарҙы сүпләп ала башланы. Шул тиклем әүрәгәндер инде, һаҡал - мыйыҡ баҫҡан ике ирҙең алдына ҡайһы ике арала килеп торғанын да күрмәй ҡалған. Нисек үлән ҡыштырлағанды ишетмәгән, нишләп Кетмер өрмәгән?! Ирҙәрҙең береһе төйөнсөктө ҡутара башланы, икенсеһе Зәлифәнең бөрлөгәнле биҙрәһен ҡулынан һелкетә тартып алып ергә ҡуйҙы ла ҡатындың ҡулдарын артҡа шаҡара тотоп, арбанан һөйрәп төшөрҙө. Зәлифәнең аяғына эләгеп, биҙрә тәгәрәп китте. Йәп - йәшел үләнгә ҡып - ҡыҙыл ҡан тамсылары сәсрәнеме ни? Зәлифә ҡысҡыра ла алмай - ғифрит ирҙең йөн баҫҡан ауыҙы уның ирендәрен ялмап алған. Ауыр кәүҙәһе менән Зәлифәнең өҫтәнә ятып алып, бер ҡулы менән йыртҡыс шикелле ырылдып Зәлифәнең эс кейемен өҙгөләй, икенсе ҡулының таш шикеле ҡаты бармаҡтарын муйын тамырына батыра бара, батыра бара... Ҡалғанын хәтерләмәй Зәлифә, иҫтән яҙған. Ғиззәтенең һөйләүенән генә белә артабан ниҙәр булғанын.
Кетмер ярһып саңҡылдағанға боролоп ҡарап, Ғиззәт арба янында ниндәйҙер хәтәр барлығын шундуҡ аңланы. Йәшен тиҙлегендә тиһәң дә, һә тигәнсе, тиһәң дә, оҙаҡ булыр -. күҙ асып йомғансы Ғиззәт арбаһы янында ине инде., Зәлифәһен көсләргә маташыусының башын үҙенә бороп, йөҙөн йәнасыҡҡа емерә һуҡты. Тегенең башы улай ауып төшә, былай ауа, аларған күҙҙәрендә йән әҫәре юҡ. Ярһыған Ғиззәт уның башын тызып тик ултырғанын аңлап ҡалып, Зәлифәһенең өҫтәнән күтәреп алды ла ергә ҡуша һуҡты. Разведчиктар әҙерләү мәктәбендә үҙләштергән һөнәре ҡасандыр киләсәктә Кирәй ҡыуағында кәрәк буласағы биш ятһа ла уйына килмәҫ ине Ғиззәттең.
Бында барған фажиғәгә Ғиззәт килмәҫ элек битараф ҡалып ашанып маташҡан ир, Ғиззәттең салғыға барып йәбешкәнен күреп, уның ниәтен аңлап, салғыға һабына Ғиззәттең ҡулдарын ҡуша ҡыҫып тотто.
- Брат, успопкойся... Брат, не стоит мараться о дерьмо...Брат... Братан... Остынь... Прости.
Зәлифәһен мәсхәрәләмәксе булған әҙәм аҡтығына тәғәйенләнгән киҫкен һуғыу , теге ялтарып арала Зәлифәкәйенең ауыҙ тәңгәленә тура килде. Ғиззәт йоҙроғон тартып алып өлгөрҙө, юғиһә кәләшенең төп - төҙ генә текә танауы, уртаһында уйымы булған матур эйәге йәнселә ине.Шулай ҙа ҡырлы йоҙроҡ Зәлифәнең алғы ынйы - мәрйен тештәрен тирә һуғып өлгөрҙө, ҡырҡылан ирендәре ҡанап китте. Ҡан күргәс, тилерер сиккә еткән Ғиззәт ырғып тороп салғыһына йәбешкәйне.
Төрмәнән ҡасыусыларҙы эҙләп осоп үтеп барыусы вертолетты икенсе ҡасҡын кейемен сисеп болғап, аҡланға төшөрттө, йөҙө танығыһыҙ булып иҙгеләнгәнен тоҡ шикелле һөйрөп алып кабина эсенә ташланылар.
- Собаке собачья смерть.
Элекке разведчиктың бер ниндәй ҙә язаға тарттырылмаясағын әйттелер ҙә күтәрелеп остолар.
Быларҙың береһен дә белмәне иҫһеҙ Зәлифә. Йәш бесәндең үткер, көслө еҫенә айынып китте ҡайтышлай.
Тәне ҡыйралып килә, ирендәре шешкән, ауыҙы эсенә әллә ҡом, әллә таш тулған. Ә Ғиззәте ҡайҙа?
- Ғиҙҙәт... Ғиҙ - ҙәәт!
- Тере! Терее!!! Зәлифәкәйем минең, терекәйем, йәнекәйем ...
- Ғиҙҙәт? Ә ҡайҙа?..
-Юҡ! Кирәй ҡыуағы тигән ер ҙә юҡ донъяла, Ҙәлифәкәйем, һаҡауым минең...
Ауылдыҡылар Зәлифә, аттары алып ҡасып, арба аҫтында ҡалып, тештәрен шунда һындыррған, үҙе саҡ ҡалған, Ғиззәт атын ағасҡа бйәләп ҡуйып ярып алған тигән хәбәргә ихлас ышандылар.
Шулай ул ынйы - мәрйен тештәрҙең ҡиссаһы.

-Ээй, Ҡиҙҙәт, күҫтәнәҫ аҫайһыңмы? Кәйефе һәйбәттер Зәлифәһенең, шаярып һөйләшә.
- Ашайым, ҡыйғас ҡара ҡашҡайым,
Ынйы - мәрйен тешкәйем!
Читайте нас в