Шоңҡар
-29 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
15 Август 2020, 23:40

Унда... тауыҡ тиҙәге ята ине.

— Бәлки, үҙең генә биреп ебәрерһең, — тип мөлдөрәп ҡарай улар ун – ун ике йәштәрҙәге ҡыҙыҡайға.

— Кемдән алабыҙ?
— Һорап тораһың тағы, Фәтихә апайҙан инде. Вәт, уныҡы көмөшкә тәк көмөшкә!
Ауылыбыҙҙа тиҫтәләгән кеше көмөшкә менән кәсеп итһә лә, халыҡ айырыуса бирге оста йәшәүсе Фәтихә апайҙыҡын юғары баһалай. “Был тиклем дә оҫта кеше булыр икән!” — тип үҙен дә, көмөшкәһен дә маҡтай-маҡтай эсәләр уның.
Ул көндө баштары ҡутарылып килгән Самат менән Морат Фәтихә апайҙың йортона юллана. Әммә “йүнсел” ҡатын ҡайҙалыр йомош менән сығып киткән икән.
— Бәлки, үҙең генә биреп ебәрерһең, — тип мөлдөрәп ҡарай улар ун – ун ике йәштәрҙәге ҡыҙыҡайға. — Һин бит хәҙер ҙур үҫкәнһең, әсәйеңдең “сәмәйе” ҡайҙа икәнлеген беләһеңдер.
— Беләм, беләм! — Ҡыҙыҡай йүгереп барып шкафтан бер яртыны ала. — Бына ул! Ағайҙар, ә бына быныһын күпме һалырға белмәйем, үҙегеҙ самалап ҡушырһығыҙ әле, — тип ҡағыҙ менән бәләкәс кенә төргәк һона.
Егеттәр, ҡайһылай башлы ҡыҙыҡай тип, “баш йүнәтергә” ултыра. Самат, инде рюмканы кәгеп, төргәкте асып ҡараны. Унда... тауыҡ тиҙәге ята ине.
Читайте нас в