Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
18 Август 2020, 15:50

“Бер кем дә, бер кемде лә эҙәрлекләмәйәсәк”

Республика Башлығы нимәләр вәғәҙә итте?

Кисә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Ҡуштауҙы яҡлаусы әүҙемселәр менән осрашты тип хәбәр иткәйнек. Киске туғыҙҙа башланған һөйләшеү ике сәғәттән ашыу барып, төнгө 12-селә саҡ тамамланды. Һәр теләгән кеше үҙенең фекерен, дәғүәләрен белдерҙе, республика етәксеһенә һорауҙарын биреп, уға яуаптар алды.

Ҡуштауҙағы бәрелештәрҙән һуң, әүҙемселәр шуны белдергәйне: райондарҙа “Сода”ның тауҙы эшкәртеүенә ҡаршы сыҡҡан әүҙем кешеләрҙе үҙ ҡараштары өсөн ғариза яҙҙыртып эштәренән бушата башлағандар. Осрашыу ваҡытында әүҙемселәр бындай кешеләрҙең артабанғы яҙмышы менән ҡыҙыҡһынды.

– Ныҡлы вәғәҙә бирәм, бер ниндәй ҙә репрессиялар булмаясаҡ. Беҙгә Ҡуштауҙың артабанғы яҙмышын хәл итер өсөн тәүҙә тынысланырға кәрәк. Бер-беребеҙҙе хөрмәт итәйек, – тине Радий Хәбиров. – Бер кем дә, бер кемде лә эҙәрлекләмәйәсәк.

Шул уҡ ваҡытта республикала тау башында булған низағтар буйынса прокурор тикшереүҙәре башлана. Осрашыу барышында белдерелеүенсә, вазифаларға ҡарамай һәр кемдең ғәмәлдәренә баһа биреләсәк. Ишембай ҡалаһы прокуратураһына ялыуҙар килә башлаған да. Теләге булған һәр кем прокуратураға видеояҙмалар һәм шаһит күрһәтмәләрен ебәрә ала.

Төбәк етәксеһе белдереүенсә, проблеманы хәл итер өсөн ул экстремистарҙан башҡа барлыҡ битараф булмаған кешеләр менән осрашырға әҙер. Кисәге осрашыуҙа әүҙем йәмәғәтселәр, ғалимдар, блогерҙар, хәбәрселәр, Кеше хоҡуҡтары буйынса совет ағзалары һәм башҡалар ҡатнашты.

Фото: Башҡортостан Башлығы матбуғат хеҙмәте.

Читайте нас: