Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
30 Август 2020, 15:30

“Иван Ғөзәир”

Атай, киленеңдең һөтө бит ул, балаға һауып ҡалдырған.

Элегерәк беҙҙең күрше ауылда Ғөзәир исемле бер ҡарт йәшәне. Тәүҙәрәк, сәй эсергә яратҡанғамы, уны “сәйхур Ғөзәир” тип йөрөттөләр. Улы Зәбир әрменән мәрйә килен алып ҡайтҡан. Ғүмер буйы ауылда йәшәгән Ғөзәир ҡарттың да, әбейенең дә урыҫса белеме самалы ғына булыуы, әлбиттә, ғәжәп түгел.
Йәштәрҙең улдары донъяға килгәс, Вәзир тип исем биргәндәр. Килендәре Надя, үҙенә уңай булһын тиепмелер, улдарын Васька тип йөрөтә икән. Ә Ғөзәир ҡарттарҙың Васька исемле ата бесәйҙәре лә булған. Бер көн был киленгә йомош менән район үҙәгенә дауаханаға барырға кәрәк булған. Ҡышҡы сатлама һыуыҡта унда-бында алып йөрөмәҫ өсөн имсәк балаһын ҡарарға иренә ҡушып киткән. Ҡәйнәһенә ҡалдырһа ла булғандыр бит инде... Үҙенең күкрәк һөтөн стаканға һауып, шкафҡа ҡуйған да, иренә: “...өс сәғәттән Васькаға эсерерһең”, — ти икән.
Шул мәл Ғөзәир ҡарт тыштан өшөп килеп ингән. Ғәҙәтенсә, сисенеп, сәй эсергә туп-тура түрбашҡа үткән, ә улы ҡатынын оҙатырға сығып киткән. Әбейенең тыштан ингәнен дә көтөп тормаҫтан, бабай сәйҙе үҙе яһап эсергә булған. Баяраҡ килененең “Васька... молоко...” тигәнен яҙа-йоҙа ишетеп ҡалған бабай янында мыраулап йөрөгән бесәйен ҡыуып ебәргән: “Мынау һыйыр һыуалыр мәлдә Васьканы ҡайғырта. Мәрйә мәрйә инде... Бында ҡайның бар әле...”. Һөйләнә-һөйләнә стаканда торған һөттө алған да үҙенең сынаяғына мул ғына һалып эсеп ҡуған...
“Аһ-аһ, нишләп улай һөтһөҙ сәй эсеп ултыраһың?” — тип соландан бер банка тотҡан әбейе Бибиямал, уның артынса улы килеп инә. “Нишләп ҡара сәй булһын, мына бит...” – тип стакан төбөндәге һөт һарҡындыһын һемереп ҡуя бабай.
Улы: “Атай, киленеңдең һөтө бит ул, балаға һауып ҡалдырған”, — тип сәңгелдәктә йоҡлап ятҡан кескәй Вәзиргә күрһәткәс, ҡарт: “Уф, мәрйә, ҡылдың бит ҡылыҡты...” — тип уҡшый-уҡшый тышҡа йүгереп сығып китә...
Был хаҡта әбейе мәҙәк итеп башҡаларға ла һөйләгеләп йөрөгәс, элекке “сәйхур Ғөзәир” һуңынан мәрйә һөтөн эскән “Иван Ғөзәир” булып киткән...
Хәлил Һөйөндөков.
Читайте нас: