Шоңҡар
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
30 Август 2020, 23:50

ЙӨРӘК ЯРАЛАРЫ УҢАЛМАЙ...

Һушыма килгәндә шул урында торған эскәмйәгә һуҙып һалғандар ине. Ә теге бала юҡ.

Иртәгәһенә Фәнзилә апай ҡайтып китте. Һеңлеһе шылтыратҡан икән. Ҡыҙы тыңламай, әсәһен таптыра, ти. 40 йәшлек ҡыҙы... Был тарих нисә йыл йөрәгемдә йөрөнө лә йөрөнө...
Фәнзилә апай менән шифахананың дауалау корпусындағы магнит терапияһы бүлмәһендә йәнәшә койкаларға тура килдек. Тиҙ арала уртаҡ тел тапҡан ике ханым ярты сәғәттән бергәләп фитобарҙа үлән сәйе һемерә ине инде.
Быуындары һыҙлау менән яфалана икән яңы танышым. Быны әйтмәһә лә күренеп тора – таяҡҡа таянып, бик ыҙалап атлап йөрөй. Шуға үҙен бик һаҡлай. Ашханала ла үҙенә ярағандай ғына ризыҡтарға заказ бирә, беҙҙең кеүек тәмлерәгенә түгел.
Кистәрен корпус алдындағы ял итеү урынына сығып сәғәттәр буйы һөйләшеп ултырабыҙ. Яйлап ҡына атлап та йөрөйбөҙ.
Кәүҙәгә ҡураныс ҡына күренгән апайҙың эске йәшәү көсө һоҡландыра. Оптимист! Халыҡ тарихы, проблемалары хаҡында һөйләгәндә айырыуса теремекләнеп китә. Йәне-тәне менән үҙ иленең патриоты.
Минән байтаҡҡа алда килгән апайҙың ҡайтыр мәле лә яҡынлаша.
-Мотлаҡ миңә ҡунаҡҡа килеп сыҡ. Мин улай алыҫҡа йөрөй алмайым. Машинала оҙаҡ барһам, аяҡтарым ҡата ла ҡуя. Һин йәшһең бит әле, үҙеңде һаҡла. Айырыуса күңел төшөнкөлөгөнән, стрестарҙан һаҡланырға тырыш. Тап стресс мине ошо көнгә ҡалдырҙы.
Әйткәндәй, беҙгә килһәң, минең ҡыҙыма аптырамаҫһың. Аҡылына әҙерәк зыян килһә лә, үҙе зыянһыҙ ғына кеше ул, - тине бер көндө.
-Һеҙҙең яҡҡа юл төшөрмө икән ул, белмәйем. Бер яҡ ситтәрәкһегеҙ бит. Бигерәк алыҫ, - тип ҡуйҙым.
-Хәҙер ней машиналар зыйлап тора. Йәш кешегә ул ғына юл нимә инде. Килеп ҡайт.
Ҡыҙым тураһында әйтә бирһәм дә артыҡ әһәмиәт бирмәнең, ахыры...
-Тормош бит. Төрлө хәлдәр була.
- Минең ошо хәлгә ҡалыуым да ҡыҙыма бәйле бит.
-Нисек? – Үҙемдең ҡапыл биргән һорауыма үҙем тертләп киткәндәй булдым. Бәлки, кешенең иң ауыртҡан ерелер был тема.
-Эй-й, һөйләй башлаһам, шул мәлдәрҙе яңынан кисергәндәй булам шул. Әйҙәле, анауы яҡтан урап киләйек.
Яйлап ҡына аллея буйлап киттек. Тын алырға ла ҡурҡҡан һымаҡ шым ғына атлайым. Бары тик Фәнзилә апайҙың таяғының асфальтҡа һуғылып шаҡылдаған тауышы ғына ишетелә. Хәйер, апай үҙе лә бер нисә тапҡыр ауыр тын алып, уфтанғандай итеп ҡуйҙы.
Бер ҡауымдан һуң телгә килде.
-Ике бала үҫтерҙек. Өлкәне – малай. Екатеринбургта юғары уҡыу йортон тамамлап, шунда уҡ төпләнеп ҡалды. Яҡшы йәшәйҙәр килен менән. Үҙебеҙҙең мосолман балаһына өйләнде. Беҙгә ҡайтҡандары араһында ейәнем менән ейәнсәремә башҡортса өйрәтеп мәж киләм. Буйтым һупалайҙар хәҙер.
Ир баланан һуң тыуған ҡыҙсығыбыҙҙы уғата көтөп алдыҡ. Ағайы менән икеһенең аралары 10 йәш. Нишләптер Хоҙай икенсе балабыҙҙы ныҡ көттөрҙө. Ул тыуғас, өйөбөҙҙә ҡояш ҡалҡтымы ней. Бары тик уның орбитаһында ғына өйөрөлдөк. Ағайы һеңлеһе өсөн үлә яҙып торҙо инде. Ҡыҙыбыҙ ҙа сос булды – 9 айында атлап китте, йәше тулып үтеүгә аруҡ булып теле асылды. Тере ҡурсаҡ булды инде барыбыҙ өсөн дә. Көндөҙгө йоҡоһонан уянһа, кемалыҡтан эргәһенә саба инек.
Мәктәпкә барғанынса уҡырға, яҙырға өйрәнеп бөттө. Хатта ағайының ятлап ултырған шиғырҙарын унан алда отоп алып һөйләп аптырата ине. 4 йәшлек сағында уҡ балалар баҡсаһында яңғыҙ бейей башланы. Сөнки телевизорҙан ҡарап, әллә күпме бейеү өйрәнеп бөткәйне. Ә тауышы... Селтерәп кенә аҡҡан шишмә тауышымы ней. Ошондай һәр яҡтан килгән баланы бирер өсөн Хоҙай оҙаҡ көттөргәндер инде, тип уйлай торғайным.
Унынсыны бөткәс, баш ҡалаға юлланды. Беҙҙе аптыратып, документтарын техник вузға биреп ҡайтҡан. Ныҡыш нәмә ней, имтихандарын уңышлы тапшырып, уҡырға ла инеп китте. Ҡайҙа ул мәлдә хәҙерге һымаҡ кеҫә телефоны. Айына бер-ике тапҡыр переговорға биреп һөйләшһә, беҙ шуға ла шат.
Бер мәлде ҡыҙымдан тауыш-тын ишетелмәй башланы. Ярай, сессия мәле, ваҡыты юҡтыр, тине атаһы, минең тынысһыҙланыуыма ҡарап.
Мин дә әҙерәк тынысланғандай булдым. Ай ярым үтеп китте шулай. Юҡ, тынысланып булмай бит. Ҡышҡы каникулға ҡайтыр мәле лә етте. Ҡыҙыбыҙ юҡ. Бер көн йән-фарман йыйынып сығып киттем Өфөгә.
Ятағындамын. Бүлмәһенең ишегенә барып еткәс, бер гилке хәл йыя алмай торҙом. Нимә тип аҡланыр икән был бала, тип уйлайым. Әсә күңеле балала, бала күңеле далала шул, тейем. Шаҡыным. “Ишек асыҡ” тигән тауышты ишетеп, эскә атланым. Бәй, минең ҡыҙымдың койкаһында бөтөнләй ят бер ҡыҙ һуҙылып төшөп ята. Мин ингәс, йыбанып ҡына тороп ултырҙы.
-Зилиә ҡайҙа, уҡыуҙамы әллә?
Теге ҡыҙ күҙен шарҙай итеп ҡараны ла күрше койкалағы ҡыҙҙы уята башланы. Шунда ғына мөйөштәге карауатта ла кеше бар икәнен аңғарҙым. Быныһын таныйым, ҡыҙымды урынлаштырышырға килгәндә танышҡайныҡ.
-Ирина, һаумы! Зилиә ҡайҙа!
Ирина күҙҙәрен ҙур итеп асты ла йәһәтләп ситкә боролдо.
-Нимә булды? Әйтегеҙ!
Минең асырғанып ҡысҡырыуыма тәҙрәләр сыңлап китте хатта.
-Ул... больницала.
-Нимә булды? Ҡайһы больницала?
Ҡыҙ йәнә баҙап ҡалды. Унан телгә килде.
-Психбольницала...
Ниммәә? – Үҙемдең тауышымды үҙем таныманым.
Нисек итеп бүлмәнән сығып йүгергәнемде лә, нисек деканатҡа барып еткәнемде лә артыҡ хәтерләмәйем. Унда нимәлер аңлатып маташтылар. Һыу эсергәндәре, ниндәйҙер дарыу ҡаптырғандары ярым-ярты ғына булып иҫемдә ҡалған.
Бына мин теге дауаханала... Әллә күпме процедуралар үтергә, нимәгәлер имза ҡуйырға тура килде, ахыры. Асыҡ ҡына хәтерләмәйем.
Ҡыҙымды алып килергә киттеләр. Йөрәгем бына-бына туҡтар кеүек. Хәлем тамам бөттө.
Килә минең балаҡайым. Әй, юҡ, ул түгел дә инде. Яңылышҡандар бит. Минең зәңгәр күҙҙәре янып торған ҡыҙым урынына көл төҫлө күҙҙәрен мәғәнәһеҙ итеп әллә ҡайҙа төбәгән ҡыҙҙы алып килеп баҫтырҙылар. Сикәләре ике алма кеүек тулышып торған көләкәс Зилиәм эргәһенә быны йәнәш ҡуйырлыҡ та түгел. Ас яңаҡлы, оҙонсараҡ битле йонсоу ғына бер ҡыҙ. Ул да кемдеңдер ғәзизелер инде, тип йөрәк һыҡтап ҡуйҙы. Минең ҡәҙерлемдең сәстәре оҙон, ҡуйы, был күшеккән тауыҡ кеүек – сәсен әллә ҡырғандар ҙа яңы үҫеп килә, әллә мода ҡыуып, үҙе шулай үҫтергәнме – аңларлыҡ түгел.
-Был минең ҡыҙым түгел! Минең ҡыҙымды алып килегеҙ. Аманова Зилиәне!
-Беҙ һеҙгә тап шул пациентты алып килдек тә инде.
-Нисек?
Шул ваҡыт... ҡолағы эргәһендәге миңе күҙемә салынды бит. Шул ерҙә иҫемде юйғанмын. Һушыма килгәндә шул урында торған эскәмйәгә һуҙып һалғандар ине. Ә теге бала юҡ.
Әкрен генә тороп ултырҙым. Аҡ халатлы берәү дарыу һуҙа. Нимә икәнен дә һорамай алып ҡаптым.
-Килтерегеҙ баламды...
Тағы алып килделәр теге баланы. Битараф ҡараш, мәғәнәһеҙ ҡараған күҙҙәр. Өҫ-башы ла әрпеш. Ниндәйҙер буйлы халатмы, күлдәкме кейҙереп ҡуйғандар.
Барып ҡосаҡлап алдым. Тик ҡымшанһасы балам. Нисек битараф ҡиәфәттё торған, шулай баҫып тороуын дауам итте. Минең асырғанып ҡысҡырыуым, илауым, өҙгөләнеүем бар ней уға, юҡ ней...
Фәнзилә апайҙың күҙҙәренән өҙлөкһөҙ йәштәр тама икәнен шунда ғына абайлап ҡалдым. Ипләп кенә ҡултыҡлап алдым. Унан алдағы эскәмйә яғына борҙом юлыбыҙҙы.
Бер ни тиклем ваҡыттан һуң апай һүҙен дауам итте.
- Ә хәл былай булған. Ҡыҙымдың ятағынан уҡыған еренә тиклем ара алыҫ ҡына. Был яҡшы уҡығас, бер нисә фәненән “автомат” алған - һынау тоттормай “5”-ле ҡуйғандар. Бер имтиханы ғына ҡалған тапшырырға. Уҡытыусыһы бер ҡарышҡырыраҡ бәндә булған. Расписание буйынса иң һуңғыһы булып торған был имтиханға кире килеп йөрөгәнсе, уҡытыусы менән һөйләшеп, төркөмөнән алдараҡ бирергә теләгән инде балаҡайым. Инәлеп-ялбарып, күндергән теге уҡытыусыһын. Тегеһе, фәлән көнгә теүәл сәғәт иртәнге 8-гә килһәң генә ваҡытым була, тигән. Балаҡайым төнө буйы керпек тә ҡаҡмай имтиханға әҙерләнеп сыҡҡан да, таңғы етеләр тирәһендә автобус туҡталышына йүгергән.
Автобустар лыҡа тулы килеп тик торғас, сираттағы берәүһенә тығылырға уйлаған. Тупһаһына баҫҡан икән, ишеге ябылмаған. Ишек ябылмайынса, ҡуҙғалмайым, тип водитель ҡысҡырына башлаған. Зилиәм, бахыр, теге уҡытыусыһын күҙ алдына килтереп, һаман төшмәй ныҡышҡан. Шул ваҡыт алдында торған бер ир, эшкә һуңлатаһың, салага, тип терһәге менән генә этеп тә ебәргән, ишеге ябылған автобус ҡуҙғалып та киткән. 25 градус һыуыҡта боҙ ҡатҡан асфальтҡа соңҡаһы менән генә төшөп, иҫен юйған балаға ярҙам итерлек кеше булмаған... Күпме ятҡандыр, туҡталышҡа яңынан кешеләр йыйыла башлағас ҡына “тиҙ ярҙам” саҡырғандар. Уныһы күпме ваҡыттан килгәндер, шул мәлгә тиклем боҙло ерҙә иҫһеҙ ятҡан балаҡайым. Кем балаһы кемгә ғәзиз инде. Эйй... Шунда береһенең башына килмәгән бит, исмаһам, туҡталыштағы эскәмйәгә күтәреп һалайыҡ, тиергә. Мейеһенә һыуыҡ та үткәндер инде шунда.
Дауаханала ла кемдеңдер кеме булыу, сирленең туғандары йүгереп йөрөүе йыш ҡына хәл иткес роль уйнай бит. Бахырымдың сумкаһын да кемдер алып киткән. Ҡолаған сағында ҡулынан ысҡынып, ситкә, автобустар туҡтай торған ергә шыуып киткән булған икән уныһы. Шуға документһыҙ-ниһеҙ, урамдан табып килтерелгән сирлегә иғтибар ҙа етмәгәндер, тейем. Иҫенә килгәс тә үҙенең кем икәнен әйтә алмаған шул. Ә иптәштәре, бының күп имтихандары “автомат” булғас, ҡайтып киткәндер, тип уйлағандар, имеш.
Бына шундай бәләгә тарып ҡуйҙыҡ. Аяҙ көндә йәшен аттымы ней... Бер көйгә һалынған донъямдың аҫты өҫкә килде. Тормош моңом өҙөлдө...
Ҡыҙымды алып ҡайттыҡ. Тик ул беҙҙе танымай ҙа, хатта күрмәй ҙә һымаҡ. Сит өйгә килеп ингән һымаҡ ҡыйыуһыҙ ғына йөрөй. Күберәген ҡарашын алыҫҡа төбәп тик ултыра. Аша, тимәһәң, ашамай, йоҡларға ят, тимәһәң, ятмай...
Шулай ҙа яйлап ылыға төштө. Үҙем менән бергә магазиндарға алып йөрөй башланым. Кешеләр ҡырын-мырын ҡараһа ла, унда минең эшем юҡ. Әҙме-күпме тормошҡа өйрәнһен, тинем. Унан ҡапыл үҙем ауырып киттем. Аяҡ-ҡул быуындарым шешеп сыҡты. Аяҡһыҙ ултырған көндәрем артты. Шундай көндәрҙең береһендә, ирем эштә булғас, ҡыҙымды магазинға икмәккә сығарҙым. Юҡ та юҡ был. Аптырандым, алйыным. Стенаға йәбешә-йәбешә сыҡтым урамға. Ҡараһам, күршелә йәшәгән таныш ҡатын ҡыҙымды етәкләп алып килә ята. Арттарынан көсөгөбөҙ йүгереп килгән була.
-Нишләп ҡыҙ баланы был хәлендә яңғыҙын сығараһығыҙ. Бер төркөм үҫмерҙәр уратып алғандар ҙа гараждар яғына өҫтөрәйҙәр. Танып ҡалып, саҡ арындырып алдым тегеләрҙән. Ярай, иғтибар итеп ҡарағанмын. Мынауы көсөккенәһенең сәңкелдәүенә иғтибар иттем, - тей теге ҡатын.
Эйе, шул бала әҙерәк әүрәһен, тип көсөк алған булғайныҡ. Тышҡа гел бергә алып сыға торғайныҡ. Ҡыҙыма ныҡ эйәләшеп китте теге мәхлүк. Шуға иптәш булһын тип магазинға ла эйәртеп сығарғайным.
Бынан һуң баламды яңғыҙ сығарыу бөттө. Үҙем дә артыҡ йөрөй алмайым. Ирем эштән ҡайтҡас ҡына ҡайһы бер көндәрҙә уға йәбешеп тышта йөрөп алам. Баланы ла ҡалдырмайбыҙ. Ҡыҙым күпме ашағанын, туйғанын белмәй башланы. Көндәр буйы эте менән уйнай, мультиктар ҡарай, йоҡлай. Шуға кәүҙәһе ҡалынайып китте.
Бына шулайыраҡ беҙҙең хәлдәр. Бына әле бер туған һеңлем ҡалды эргәһендә. Ирем вафат булып китте былтыр.
Табиптар ауырыуымдың сәбәбен стреста күрә... Йөрәк яраларым тәрән минең шулай, уңалырҙай түгел...
Иртәгәһенә Фәнзилә апай ҡайтып китте. Һеңлеһе шылтыратҡан икән. Ҡыҙы тыңламай, әсәһен таптыра, ти. 40 йәшлек ҡыҙы... Был тарих нисә йыл йөрәгемдә йөрөнө лә йөрөнө... Теге терһәге менән йәш кенә ҡыҙ баланы этеп төшөрөп ҡалдырған ир ни хәлдәрҙә икән, тип уйлайым йыш ҡына. Эстәге кешеләрҙе этеберәк, шул баланы тартып ҡына алған булһа икән дә бит. Нескә генә бер бала һыйырлыҡ ҡына урын эшләргә булыр ине инде, моғайын...
Эйе, һаҡһыҙ яһалған бер аҙым ғына ла кешеләр яҙмышын емерә ала икәненә асыҡ дәлил был хәл. Ә Фәнзилә апайҙың адресын да, телефонын да юғалтҡанмын. Күпме ваҡыт үтте бит. Тик бер терһәк арҡаһында селпәрәмә килгән яҙмыш тарихы ғына йыш иҫкә төшә...
Т. БАҺАУЕТДИНОВА.
Читайте нас: