Гел генә йылмайып, йомшаҡ ҡына һөйләшкән Зәлфирәнән быны көтмәгән Зөбәйер бер аҙ хатта ҡаушап китте, әйтерһең, бер нисә көн эсендә уны алмаштырғандар. Йән асыуы менән ишекте япты ла сығып китте. Рамаҙандарға барғыһы килмәне. Хәҙер Кифаяһы үҙеңде битәрләргә тотонор, ни әйтһәң дә, Зәлфирәнең әхирәте. Ауылға ла юлдар ябыҡ, белә ул үҙенең Сәғиләһен, ғәфү итмәйәсәк. Ни эшләрәгә? Ҡайҙа барырға? Зөбәйер, ҡайҙа барып, ҡайҙа һуғылырға белмәй, ҡала урамдарын тапап арығас, паркка инеп, эскәмйәгә ултырҙы. Ошо ваҡытта уның был яҡты донъяла бер минут та, бер секунд та йәшәгеһе килмәй ине. Уның өсөн бөтә тормошо селпәрәмә килеп, артабан йәшәүҙең мәғәнәһе ҡалмаған кеүек тойолдо. Тик бер генә юл…
Салбарындағы ҡайышын систе лә, ҡаршыһындағы тирәккә табан атланы. Инде ағасҡа барып еткәйне, ҡыштырлаған тауышҡа әйләнеп ҡараһа, ниндәйҙер бер кеше бая ул ултырған эскәмйәгә килеп ултырҙы. Таушалып бөткән салбар, ҡаҡашҡан алама ғына футболка кейгән, һаҡал-мыйыҡ баҫҡан ир тәмләп-тәмләп икмәк ашай башланы. Икмәкте күргәс, ул үҙенең дә бик ныҡ асыҡҡанын тойҙо, ирендәрен ялап-ялап алды. Ҡаршылағы ир Зөбәйергә ҡарап алды ла, әллә уның асыҡҡанын һиҙеп, икмәген һондо. Зөбәйер, юҡ-юҡ, тип башын һелкте, нисектер уға ошо берәҙәк ир менән икмәк бүлешеүе ғәрлек һымаҡ ине, ә үҙе һаман күҙҙәрен ошо икмәк һынығынан ала алманы. Уның хәлен аңлағандай, бысрап бөткән ҡара сумкаһын тотоп, баяғы ир Зөбәйер янына килде.
Сумкаһынан консерва, ҡатыҡ сығарҙы. Әҙерәк тамаҡ ялғап алғас, Зөбәйергә хәл ингәндәй булды. Тик ул арала көн кисләп, быҫҡаҡлап ямғыр ҙа яуа башланы. Һүҙҙән һүҙ сығып, һөйләшеп киттеләр. Зөбәйер, ауылдан килгәйнем, вокзалда йоҡлап китеп, бөтә әйберҙәремде юғалттым, барыр урыным юҡ, тигәс, был ир уны үҙе янына саҡырҙы. Былай ҙа ҡояшта ҡап-ҡара булған йөҙөн, күптән ҡырынғыс күрмәгәнгә, йөн баҫҡан, күҙ ҡабаҡтары шешенеп, күҙҙәре саҡ-саҡ күренеп тора, башына кейгән тишелеп бөткән һалам эшләпә ситтәренән күренгән, күптән һабын күрмәгән, саллана башлаған сәстәре кейеҙләнеп ҡатҡан иргә сирҡанып ҡараһа ла, Зөбәйер көсәйгәндән-көсәйә барған ямғырға күшегеп, тәндәре ҡалтырана башлағас, был ирҙең артынан эйәрҙе.
Бөрәҙәк ир киоск янында туҡтап, кеҫәһенән таушалып бөткән аҡса сығарып, һыра алды. Йәшәгән урыны бер йорттоң подвалында булып сыҡты. Шыҡһыҙ, бысраҡ подвалда иҫкереп бөткән дивандан, тумбочканан, ултырғыс урынына ике түмәрҙән башҡа бүтән әйбер күренмәй ине.
Ир хужаларса ҡайҙандыр ике стакан сығарып ултыртты, сумкаһынан икмәк киҫәктәре, консерва сығарҙы һәм стакандарға һыра ҡойоп: “Йә, танышыу хөрмәтенә”, - тип Зөбәйергә стакан һуҙҙы. Күптән һыу төҫө күрмәй, ҡарайып бөткән стаканға ҡарап, Зөбәйер бер аҙ эсергәме, юҡмы, тигәндәй икеләнде, етмәһә, ошондай шарттарҙа көн күргән был ирҙең әллә ниндәй ауырыуҙар менән дә ауырыуы ихтимал.
Ул арала күршеһе стаканындағы һыраны эсеп бөтөп, Зөбәйергә ҡараны. Зөбәйергә текәлгән һорғолт күҙҙәре шундай моңһоу ине. Ирекһеҙҙән, ошо ҡарашҡа ҡаршы тора алмайынса, Зөбәйер һыраһын эсә башланы. Һаман да йылына алмаған тәненә, һыра эскәс, ниндәйҙер йылылыҡ таралды, тәндәре еңеләйеп киткәндәй тойолдо.
Үҙенән күпкә оло тип иҫәпләгән ир Зөбәйерҙең тиңдәше булып сыҡты. Исеме Зиннәтулла булһа ла, уны барыһы ла “Зина” тип йөрөтә икән. “Нисек был хәлгә ҡалдың?”, - тип һорамайынса түҙмәне Зөбәйер. “Зина”ның күҙҙәре йәшләнеп китте. Бер аҙ ултырғас, үҙ башынан үткән ошо хәлдәрҙе бәйән итте. “Минең дә бит типһә тимер өҙөрлөк, ғәйрәтле сағым бар ине. Һыҙҙырып гармунда уйнай инем. Заводта алдынғы токарь булдым. Үҙебеҙҙә кранда эшләгән сибәр, уңған Зөбәржәткә өйләндем. Завод ике бүлмәле фатир бирҙе. Зөбәржәтем тупылдатып ике малай табып бирҙе. Гөрләтеп донъя көтөп ятҡанда, ана шул “перестройка” тигән нәмә, бөтә донъябыҙҙың аҫтын өҫкә килтерҙе. Завод көрсөккә ултырҙы. Эш юҡ, эш булмағас, аҡса юҡ. Зөбәржәт, ҡатын кеше, нисектер һатыу эшенә бәйләнеп китте.
Ә мин… нисек көн уҙғарырға белмәй, төшөнкөлөккә бирелдем, был тормошта үҙемдең кәрәкһеҙлегемде тойҙом, тик араҡы ғына күңелде йыуата ине. Етмәһә, Зөбәржәт һәр көн мине артыҡ тамаҡ күреп, битәрләй ҙә башланы. Ир булараҡ ,“ирлегемде” күрһәтеп, уға йоҙроҡ менән ынтылдым, әсәһен яҡлашҡан малайҙарға ла өлөш тейә ине. Түҙмәне Зөбәржәт, балаларҙы алды ла ҡайҙалыр олаҡты.
Ә мин “герой” аулаҡта ҡалдым. Аулаҡ булғас, шешәләш дуҫтар ҙа табылды. Бер көн бик ныҡ эсеүҙән һуң уянып китһәм, урамда ятам. Фатирыма инәйем тиһәм, ниндәйҙер әҙәмдәр мине үҙ фатирыма индермәйҙәр. Бына шулай, эскән баш менән договорға ҡул ҡуйғанмын. Ә унан алған аҡсаны бер аҙнала “дуҫтар” менән эсеп тә бөттөк. Шунан бирле мин урамда. Үҙем ғәйепле. Әгәр шул саҡта Зөбәржәткәйемде тыңлаһам…
Хәҙер инде һаулығым да ҡаҡшаны. Үлергә лә күп ҡалмағандыр. Иң аяныслыһы - үле тәнемде ҡәҙерләп ергә ҡуйырлыҡ кешем юҡ. Мин бит күреп торам, беҙҙең һымаҡ берәҙәктәрҙе экскаватор менән соҡор ҡаҙалар ҙа, аятһыҙ-ниһеҙ, кейем-һалымың менән шунда ташлайҙар”.
Йоҡлай алманы был төндә Зөбәйер. Сәғиләһе, балалары күҙ алдына килде. “Йә, ни ҡыйраттың һуң? Кемгә нимә иҫбат иттең? Бары беткә үсегеп тунын яҡҡан кеше хәлендә ҡалдың”. Матрац киҫәген иҙәнгә түшәп, бөгәрләнеп йоҡлап ятҡан “Зина”ға ҡарап, бөтә тәндәре ҡалтырап китте, әйтерһең, унда “Зина” түгел, ә Зөбәйер үҙе ята. Таң һыҙылыу менән ул тиҙерәк ошо бысраҡ, һыуыҡ, һаһыҡ подвалдан сығыу яғын ҡараны.
Ҡала урамдары тып-тын. Бер әҙәм күренмәй. Ҡайҙа барырға? Ни эшләргә? Ҡолаҡ төбөндә ниңәлер туҡтауһыҙ “Зина”ның “Иң аяныслыһы – үле тәнемде ҡәҙерләп ергә ҡуйырлыҡ кешем юҡ”, - тигән һүҙҙәре яңғыраны ла яңғыраны. Ошо минутта ул үҙенең үлеп Сәғиләһен, балаларын һағынғанын тойҙо. “Ҡайтырға, ҡайтырға… Сәғиләмә, балаларыма”. Ул ҙур-ҙур аҙымдар менән тура вокзалға атланы, ә күҙҙәренән эркелеп-эркелеп йәштәре ҡойола ине.
Тик, вокзалға килеп еткәс, үҙенең кеҫәһендә бер тин аҡса юҡлығын иҫенә төшөрөп, тирә-яҡҡа ҡаранып алды. Бәлки, берәй таныш-фәлән осрамаҫмы икән тип, вокзал эсен дә байҡап сыҡты.
Берәй тәмәке төпсөгө ҡалмағанмы тип, салбар кеҫәһенә ҡулын тыҡты һәм ҡорт саҡҡандай ҡапыл тертләп китте. Кеҫәһенән таушалып, йомарланып бөткән ун һумлыҡтарҙы сығарып, үҙ күҙҙәренә үҙе ышанмай, бер аҙға шаңҡып ҡалды. Ҡайҙа күрҙе ул был аҡсаларҙы? Был бит “Зина”ның аҡсаһы, кисә һыра алғанда ошо аҡсаны ул үҙенең салбар кеҫәһенән сығарғайны. Ни эшләргә? Тәндәре берсә эҫеле - һыуыҡлы булып, тиргә батты Зөбәйер. Шулай ҙа ҡалтыранған ҡулдары менән аҡсаларҙы һанай башланы. Теүәл 150 һум, әйтерһең, уның ауылына билеттың ошо хаҡ тороуын белгәндәр. Аҡса араһынан ниндәйҙер ҡағыҙ киҫәге ергә төшөп китте түгелме? Эйелеп йомарланған ҡағыҙ киҫәген алды, уны яҙҙы. Унда сатай-ботай: “Ғаиләңә ҡайт”, - тип яҙылған ине. Шунда ғына ул “Зина”ның ниндәй ауылдан, билет хаҡы күпме тора тип төпсөнгәнен аңланы.
Поезд тыуған ауылы яғына яҡынлашҡан һайын Зөбәйерҙең йөрәге үрһәләнеп-үрһәләнеп типте. Ул сығып киткәндә әле яңы ғына йәшәрә башлаған үләндәр күпереп үҫкән.
Поезд туҡтар-туҡтамаҫ һикереп төштө Зөбәйер. Биш саҡрым юлды йүгерә-йүгерә атланы. Тик ауылға етәрәк аҙымдарын яйлатты. Бына ул тауға менеп етте. Ә тау аҫтында уның ауылы йәйелеп ята. Ана, уның өйө лә күренә. Баҡсала кемдер йөрөй түгелме? Картуф күмәләр шикелле? Эйе, аҡ яулыҡлы ҡатын - Сәғилә, эшләпә кейгәне - ҡыҙы, ә бейсболкалыһы - улы. Шунда ғына ул үҙенең быйыл хатта ер һөрөп, картуф та сәсмәгәнен иҫенә төшөрҙө.
Сығып китеүҙәре бик еңел булһа ла, ай-һай, ауыр икән кире ҡайтыуҙары…
Тау башындағы яңғыҙ ағас төбөнә барып ултырҙы Зөбәйер. Армиянан ҡайтҡан көн ине был. Кисен клубҡа китте. Уйындар башланғайны. Зөбәйер ситтәге эскәмйәгә ултырҙы ла, егеттәрҙең һәм ҡыҙҙарҙың бейегәндәрен күҙәтә башланы. Шул саҡ уның күҙе аҡ кофта, ҡара юбка кейгән таныш булмаған ҡыҙға төштө. Ауыл ҡыҙҙарына бөтөнләй оҡшамаған: һомғол буйлы, ҙур ҡара күҙле, һорғолт бөҙрә сәстәре яурынына һирпелгән. Ул ниңәлер бер яҡ ситтә ултыра. Бар ҡыйыулығын йыйып, Зөбәйер уның янына килеп, бейергә саҡырҙы. Ҡыҙ ҙа ҡаршы килмәне. Ул көндө ул уны оҙатырға барҙы. Уҡытыусы икән, быйыл ғына педучилище тамамлап килгән. Шулай дуҫлашып киттеләр. Ә инде икенсе көҙгә шаулатып туй ҙа яһанылар. Һүҙ юҡ, яратып өйләнде Зөбәйер. Сәғиләһе лә уңған, егәрле булып сыҡты. Тик донъя көтә барған һайын үҙ ҡатынына
күнегеп бөтә икәнһең, әйтерһең, ул тере кеше түгел, ә өйҙәге кәрәк бер әйбер һымаҡ. Йәш саҡта тыуған көндәр ҙә иҫтә була, уғата бүләген дә онотмайһың.
Ә йылдар үткән һайын ҡатыныңа ҡарата йылы һүҙгә бөтөнләй һаранланаһың. Ә бына Рамаҙан, ауыл егете булһа ла, бер ҙә генә тартынманып тормай, эштән ҡайтып килеүе була: “Йәнекәйем, һағындым һине”, - тип Кифаяһын суп итеп үбеп ала. Байрам булһа, сәскәләр алып ҡайта. Ә тегенеһе уғата: “Алтыным, йөрәк майым”, - тигән була. Сәғиләгә ҡасан сәскә бүләк итте әле Зөбәйер? Ҡыҙы тыуғанда, ә уға инде хәҙер ун ете лә тула. Шулай булғас, ниңә һыуынмаһын ара, һыуыныр шул. Үҙебеҙ ғәйепле, башҡорт ҡатыны үҙе башлап һиңә иркәләнмәҫ инде.
Хәҙер инде ул күршеһе Сәғиткә лә асыуын онотто. Дөрөҫ йәшәй күршеһе, беҙҙең һымаҡ һаман колхозда йәбешеп, бына-бына тағы күтәрелеп китер , тип өмөтләнеп ятманы. Күтәреп сығып китте лә, ана, ағас эшенә кереште. “Ә минең унан ни ерем кәм?” – тип уйланы Зөбәйер. “Их, әгәр Сәғиләм ғәфү итһә… икенсерәк йәшәр инем, икенсерәк”, - тип өмөтләнде Зөбәйер.
Ауылдың үҙ тормошо. Ана һыу буйында көтөү ята, һыйырҙарҙың ҡайһыныһы көйшәй-көйшәй ял итә, ҡайһыныһы эҫелектән һыу эсә. Үҙҙәренең һыйыры күренмәҫме тип, бик текләне Зөбәйер, тик көтөү алыҫ булғас, таный алманы. Унан инде уның күҙе һыу буйында йөҙгән ҡаҙҙарға төштө. Ҡаҙҙар тигәндәй, ул киткәндә генә ҡаҙ бәпкәләрен баҫып сығарған ине. Сәғилә йәшел үләнгә ҡаҙ бәпкәләрен теҙгәс, ниндәй итеп осоп килде ата ҡаҙ, оҙон муйындарын һуҙып, һәр бәпкәһен иркәләп сыҡты, инә ҡаҙға рәхмәт әйткәндәй, үҙенең суҡышын уның суҡышына терәне. Ә аҙаҡтан, өйөрөн ҡурсалаған айғырҙай, тыпырсына-тыпырсына бәпкәләре тирәһендә өйөрөлдө, әйтерһең, шатлығынан бейей ине.
Көн кисләй башланы. Бына әтәс тауыштары ла ишетелде. Әтәс тигәндәй, үҙҙәренең сыбар әтәсе иҫенә төштө. Һаман да тауыҡтар араһында йөрөйҙөр әле ҡуҡырайып. Һәр тауыҡты баҫҡан һайын, бына мин ниндәй тип, ҡанаттарын һелкеп-һелкеп алалыр. Бахыр тауыҡтар уға ярышып-ярышып себеш баҫҡан булалар, ә әтәс сабыйҙарына битараф, бары көн дә яңынан- яңы тауыҡ баҫтырыуын дауам итәлер. Ата ҡаҙ һәм әтәс. Ҡарап тороуға йорт ҡоштары тип аталһалар ҙа, ҡайһылай улар араһында ҙур айырма. Ата ҡаҙ эргәһендәге бәпкәләргә яҡын барырмын тимә, осоп ҡунып һинең башыңа менән суҡырға әҙер, ә әтәс… себештәрен бар тип тә белмәй, хатта ем өсөн талашып, суҡып китергә лә тартынмай.
Беҙ, ирҙәр, шул әтәс һәм ата ҡаҙҙарға бүленәбеҙ түгелме һуң? Ә бит ғорур ата ҡаҙға ҡарап һоҡланабыҙ, ә ҡуҡырайған әтәсте барыһы ла үҙ итеп етмәй, ә инде күшекһә? Аяныс хәл.
Үҙ уйынан үҙе тертләп китте Зөбәйер. Инде таң да һыҙыла башланы. Күҙе мунса янында ятҡан утын өйөмөнә төштө. Кемдер утынды ярып ҡараған, тик бына ниңәлер нәҙектәрен генә ярған, ә йыуандарына көсө етмәгән. “Бәй, улым ҡул аҫтына инеп килә бит”, - тип шатланып ҡуйҙы Зөбәйер. Унан инде ҡулына балта алып, тоҫҡап түмәргә һуҡты. Уның ҡулында балта уйнап торҙо, ә түмәрҙәр кәмеп, утын өйөмө үҫкәндән үҫте… Хатта ул тышта туҡылдаған тауышҡа сыҡҡан Сәғиләне лә аңғарманы. Сәғилә утын ярыусы үҙенең ире Зөбәйер икәнен күргәс, бер ни өндәшмәйенсә, ишек яңағына һөйәлде. Тик уның артынса йүгереп сыҡҡан улы ғына бөтә урамды яңғыратты: “Атай! Атай!” Зөбәйер ҙә, балтаһын ташлап, үҙенә йүгереп килгән улын ҡосаҡлап алды. Улын күкрәгенә ҡыҫты, башынан һыйпаны, йәшләнгән күҙҙәрен улының сәстәренә йәшерҙе. Ә улы уның ҡосағынан ысҡынды ла: “Әсәй, атайым ҡайтты”, - тип ҡыуаныслы ҡысҡырып, әсәһенә йүгерҙе.
Баҫҡан урынында түмәрҙәй ҡатты, Зөбәйер, тамағына ниндәйҙер төйөр килеп тығылды, ни йотоп, ни төкөрөп булмай, ә күҙҙәре һаман да ишек яңағына һөйәлгән, бер аҙ һурығып ҡалған
Сәғиләгә текәлде. Ә улы ике арала йүгерә, йә бер әсәһенең, йә бер атаһының ҡулынан тартҡылай. Ул бала әле аңлап та етмәйҙер, ошо бәләкәй генә аралыҡта ниндәй тәрән упҡын ятҡанын.
Ниһәйәт, Сәғилә турайҙы, иңендәге шәлен рәтләп яурынына һалды, ишекте асты ла, боролоп: “Йә, ниңә урам уртаһында ҡаттың, өйгә ин”, - тине. Ошоно ғына көткәндәй, Зөбәйер иркен итеп тын алды, әйтерһең, өҫтөнән ауыр йөк төштө, өҫ башын ҡаҡҡыланы ла ныҡлы, ышаныслы аҙымдар менән өйөнә табан атланы.