Шоңҡар
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
18 Сентябрь 2020, 18:00

Йәнһеҙ ҡурсаҡтар яҙмышы

Хөкөм эскәмйәһенә ултырған һылыу йәш ҡатынды күреп, уны бында яңылыш килеп эләккән, тип кенә уйларға була ине. Күҙҙәре зәңгәр сихри даръяға сорнаған, тулҡын-тулҡын булып ятҡан алтын оҙон сәстәр, бүлтәйеп торған сабый ирендәр, сәхнә йондоҙҙары хыял иткән тән төҙөлөшө – барыһы ла уны билдәле рәссамдарҙың картинаһы һүрәтләгән алиһәләргә тиң итә ине. Ул яҡлаусыһы менән кәңәшләшкәндән һуң судты айырым тәртиптә үткәреүҙе һораны. Эйе, булған ваҡиғаларҙы тәфсирләп яңынан хәтеренә төшөрөүе уға үтә лә ауыр булыр ине.

ЙӘНҺЕҘ ҠУРСАҠ ЯҘМЫШЫ
Хөкөм эскәмйәһенә ултырған һылыу йәш ҡатынды күреп, уны бында яңылыш килеп эләккән, тип кенә уйларға була ине. Күҙҙәре зәңгәр сихри даръяға сорнаған, тулҡын-тулҡын булып ятҡан алтын оҙон сәстәр, бүлтәйеп торған сабый ирендәр, сәхнә йондоҙҙары хыял иткән тән төҙөлөшө – барыһы ла уны билдәле рәссамдарҙың картинаһы һүрәтләгән алиһәләргә тиң итә ине. Ул яҡлаусыһы менән кәңәшләшкәндән һуң судты айырым тәртиптә үткәреүҙе һораны. Эйе, булған ваҡиғаларҙы тәфсирләп яңынан хәтеренә төшөрөүе уға үтә лә ауыр булыр ине.

Марина бала саҡтан бик матур булыуына маһайып үҫә. Ата-әсәһе лә иң тәмле шоколад ҡабындағы ҡыҙҙар һүрәтенә оҡшап торған берҙән-бер балалары өсөн бер нимә лә йәлләмәй. Иң матур күлдәктәр, таҫмалар иң тәүҙә уны биҙәй. Мариночканың бүлмәһендә лә береһенән-береһе ҙурыраҡ булған ҡурсаҡтар барыһының да һушын киттерә. Ҡыҙ матур ҙа, бик зиһенле лә булып үҫә. Беренсе класҡа тиклем уҡырға ла, яҙырға ла өйрәнгән ҡыҙ мәктәпкә алты йәше тулмаҫ элек бара. Йырларға ла, бейергә лә әүәҫ ҡыҙыҡайҙы сәнғәт мәктәбенә лә бирәләр. Наҙға төрөнөп кенә үҫкән Маринаның бала сағы һиҙелмәй ҙә үтеп китә. 16 йәше саҡ тулған ҡыҙ ҡулына өлгөргәнлек аттестаты алып, бер ҡасан да оҙаҡҡа ҡалдырмаған ата йортонан, ҙур ҡалаға юл ала. Бер нисә юғары уҡыу йортона инә ул. Шулай ҙа яҡыныраҡ урынлашҡан Магнитогорск ҡалаһын үҙ итә.

Мәктәп йылдарында уҡ һылыуҡайға күптәр ғашиҡ була. Тик ҡыҙ барыһына ла һалҡын ҡала. Шаулы студент йылдарының яҡты йондоҙо булып килә уға мөхәббәт. Ҡыҙҙар теленән төшмәгән Маратик та Маринаны оҡшата. Ҡала егетенең ҡыйыулығы, саялығы оҡшай ҡыҙға. Тик таңға тиклем барған дискотекалар, йылға булып аҡҡан һыра-шараптар Маринаның тормошон ҡырҡа үҙгәртә. Ул лекцияларҙы ҡалдыра башлай. Тәүҙә гел “бишле”гә уҡыған, остаздары өлгө итеп ҡуйған студентка зачет, имтихандарын тапшыра алмай. Мәктәп уҡыусыһы булһа, был хәл шунда уҡ ата-әсәһенә еткерелер ине. Тик юғары уҡыу йортонда улай түгел шул. Маринаны саҡыртып һөйләшеп ҡарағандан һуң да тәртибе үҙгәрмәгәс, уны институттан ҡыуалар. Ата-әсәһе түләп уҡытҡан Маратик иһә студенттар рәтендә ҡала.

Марина кинәт килеп эләккән рәхәтлек донъяһынан кинәнес ала. Улар Мараттың фатирында йәшәйҙәр, төнө буйы кәйеф-сафа ҡоралар ҙа, кискә тиклем йоҡлайҙар. Унан тағы сығып китәләр. Ҡайһы саҡта дуҫтарын фатирға алып килеп, күңел асыу бында дауам итә. Ҡыҙ ата-әсәһе янына бер мәртәбә генә ҡайтып килә. Әсәһенең Маринаның өҫтөндәге ҡиммәтле кейемдәрҙе күреп аптырауына: “Ситтән тороп уҡыуға күстем. Уның ҡарауы эшләйем, ғүмер буйы һеҙҙән аҡса көтөп ята алмайым бит инде”, – ти. Ата-әсәһе тәүҙә уның кәңәшләшмәй эш итеүенә асыулана, унан ҡыҙҙарының үҙаллы булыуына һөйөнә генә. Марина: “Мин йыш ҡайтып йөрөй алмайым. Егетем бар, ваҡыты булғанда таныштырырға алып ҡайтырмын, тиҙҙән өйләнешербеҙ ул”, – тип тә шаңҡыта атаәсәһен.

Ысынлап та, ҡыҙ һуңғы осор йыш ҡына кейәүгә сығыу тураһында уйлана. Мараттың айырым фатиры, бынамын тигән машинаһы бар, ата-әсәһе бай. Матур итеп туй үткәрһәләр, әхирәттәренең һушын алырлыҡ туй күлдәген дә кейһә! Марина уяулы-йоҡоло ятҡан Маратикка уйҙарын асып һалды. Тегеһен ҡорт саҡтымы ни! Һикереп килеп ултырҙы ла: “Һинең башың эшләмәйме әллә?! Хәҙерге йәштән өйләнергә мин кемгә ниндәй насарлыҡ эшләгән! Ошолай йәшәүе мең рәхәт!” – тип ярһыны.
Марина аптырап: ”Һуң һин мине яратам тейһең бит”, – тине. Егет уға эре генә ҡарап: ”Беләһеңме, мин “яратам” тип әйткән берәүгә өйләнһәм, быға тиклем йөҙләгән ҡатыным булыр ине”, – тип һаһылдап көлдө.

Ҡыҙ башҡа был хаҡта һүҙ ҡуҙғатмаҫҡа тырышты. Сөнки ул үҙен Маратикһыҙ күҙ алдына ла килтерә алмай ине. Мөхәббәте ысын йөрәктән килә ине уның. Ә ул Марат өсөн бары тик матур уйынсыҡ ҡына. Өйләнешеү тураһында һүҙ ҡуҙғатҡас егеттең һыуыныуын тойҙо. Марат яңғыҙҙары ҡалғанда ғына түгел, ә дуҫтары, сит кешеләр алдында ла уға ҡысҡырып йә этеп ебәрер булып китте. Өҫтәүенә, бер көн әсәһе килеп Марат менән һөйләшеп ултырҙы ла, үҙҙәренә сәй әҙерләгән Маринаға ҡарап: “Үҙең беҙҙең аҡсаға йәшәүең етмәгән, был ауыл ҡыҙын да беҙҙең елкәгә ултырттыңмы? Һиңә аҡылға ултырырға, үҙебеҙ кеүек бай ғаилә менән туғанлашырға ваҡыт. Хәйерселәр бөтмәҫ ул”, – тине.

Марина был әсе һүҙҙәрҙе ишетеп, илап ебәрҙе. Һөйгәне килеп уны йыуатыр, ҡосағына алыр, әсәһенән яҡлашыр, тип уйлағайны. Тик тегеһе: “Ярай, әсәй, ҡыҙма, ул былай ғына бит ул, ваҡытлыса... Мин һине аңланым”, – тине. Был һүҙҙәрҙән һуң ҡыҙ бөтөнләй ҡойолоп төштө. Ә егет ныҡ үҙгәрҙе. Марина уның йортонда хәҙер ялсы һымаҡ ине: йыйыштыра, йыуа, таҙарта, дуҫтары килһә, ҡабымлыҡтар әҙерләй, өҫтәлгә ултырта... Ҡыҙ башта шул тиклем илерткес-иҫерткес һөйөү һүҙҙәрен бышылдаған Маратикты һағынды. Тик уныһы хәҙер башҡа ҡыҙҙар менән ҡосаҡлашырға, йоҡо бүлмәһенә инеп китергә лә тартынманы. Егет үҙенең тотошо менән ҡыҙҙың артыҡ булыуын, уға сығып китергә кәрәк икәнлеген күрһәтә ине. Марина барыһын да аңлаһа ла, сығып китә алманы. Ғорурлығының алҡымына баҫып, түбәнһенеп, кәмһетелеп Марат янында йәбешеп йәшәне. Уныһы хәҙер ҡыҙға ҡул күтәреүҙән дә тартынмай башланы. Марина ата-әсәһе янына ҡайтып китергә лә уйланы тәүҙә. Тик уҡыуынан ҡыуылыуын һөйләргә ҡурҡты, етмәһә Маратһыҙ ҙа йәшәй алмай ине.

Бер көн ул Маринаға матур итеп кейенергә ҡушты. Егеттең һәр һүҙен һорау бирмәйенсә үтәргә өйрәнгән ҡыҙ иң ылыҡтырғыс күлдәген, бейек үксәле туфлиҙарын кейҙе, матур итеп биҙәнде. Мараттың үҙенә ҡарап ҡәнәғәт йылмайыуынан дәртләнеп китте. Бәлки, барыһы ла яҡшы булыр? Маринаның һылыулығын, күндәмлеген күреп, Марат унан яҡшыраҡ кәләш таба алмаясағына ышаныр, уға тәҡдим яһар. Төнгө клубҡа килделәр. Бында Маратикты бер һылыу ғына ҡыҙ килеп ҡосаҡлап, үбеп алды. Егет уны иркәләп алды ла: “Һин көтөп тор, мин оҙаҡҡа түгел”, – тине. Марина аптырап уға ҡараны, тик ниҙер һорарға ҡыйманы. Икенсе ҡатҡа күтәрелеп, ниндәйҙер бүлмәгә инделәр. Унда өс ир ултыра ине. Марат Маринаны алға этеп: “Бына ул. Минән башҡа бер кеме лә булманы. Ауыл ҡыҙы”, – тине лә сығып китте. Бәләкәй буйлы, һимеҙ ҡорһаҡлы ир ҡыҙҙың янына килеп уны тотҡослап ҡарай башланы. Марина уны этеп ебәреүе булды, шунда уҡ, битенә ныҡ итеп һуғыуҙан, ишек төбөнә осоп барып төштө. “Буйһонорға өйрән! Һин минең ҡолом хәҙер. Марат кәрт отошо өсөн һине бүләк итте”, – тигән ҡот осмалы һүҙҙәр яңғыраны.
Марина Арик менән йәшәй башланы. Хәҙер уға барыбер ине. Әйтерһең дә, уның күңелйөрәген һурып алғандар. Йәне күптән үлгән, ирҙәргә оҡшаған тәне генә тороп ҡалды. Тик Мараттан үс алыу тойғоһо менән генә йәшәне ул. Ҡайҙан ғына уның буйы етһен инде тәтәй егеткә? Шуға күрәлер инде Марат арҡаһында бар ир-егеттәргә көслө нәфрәт уянды. Бик сибәр булһа ла, өндәшмәҫ һалҡын Марина Арикты тиҙ ялҡытты. Ул дуҫының ҡыҙға күптән күҙҙәре майланып ҡарауын күрә ине. Шуға күрә тыуған көнөнә Маринаны бүләк итте...
Ҡыҙ үҙен уйынсыҡ итеп тотоуҙарына күптән күнгән ине. Тик һуңғы “хужаһы” ғына, ул теләгәндә йылмайырға өйрәтеү өсөн, уны фәхишәләр араһына алып барып тыҡты. Ҡот осҡос ҡоллоҡтан, ыҙаларҙан уянып киткәндәй булған Марина, уңайын табып, тыуған яғына ҡасты. Ата-әсәһе ҡыҙының уҡымауын да, эшләмәүен дә күптән ишеткән ине. Ҡәҙерле булып үҫкән баланы һалҡын ҡаршыланы улар. Ҡарашынан иҫ киткес һалҡынлыҡ килгән Маринаны улар буш торған өләсәһенең йортона күсерҙеләр. Ата-әсә һәм бала араһындағы мөнәсәбәт тә өҙөлгән ине инде. Марина уларға үпкәләмәне. Сөнки ата-әсәһе Марат менән йәшәгәнендә уны эҙләп табып, теҙләнеп тигәндәй, ҡайтырға өгөтләнеләр. Тик ул риза булманы. Бәлки, шул саҡта ҡәҙерлеләрен тыңлаһа, был хәлгә төшмәҫ ине.
Күргән-кисергәндәренән саҡ арына башлаған Марина эшкә төшөргә булды. Дауахананан белешмә талап ителгәс, табипҡа күренде, төрлө анализдар тапшырҙы. Сираттағы ҡабул итеүҙә уны тағы ла анализға ебәрҙеләр. Унан инде табип менән етди һөйләшеү булды. Ул Маринаның ВИЧ-инфекциялы булыуын хәбәр итте. Үлемесле сиргә дусар ителгәнен ишеткәс, донъя туҡтап ҡалғандай булды. Тыуған ҡалаһында эшләү, йәшәү, кейәүгә сығыу, бала табыу хыялдары бер секунд эсендә селпәрәмә килде. Табиптың ВИЧ-инфекцияһы менән дә йәшәүҙәрен, тик үҙегеҙҙе һаҡларға кәрәк, шулай уҡ енси бәйләнешкә инер алдынан һеҙ ауырыуығыҙ тураһында иҫкәртергә тейешһегеҙ, тигән һүҙҙәре һауала аҫылынып ҡалды. Маринаның нәфрәте тағы ла көсәйҙе, йылдар артында ҡалған Маратты ҡәһәрләне.
Алик менән урамда танышты улар. Мөләйем, аҡыллы йәш ир Маринаға бик оҡшаны. “ВИЧ-инфекциялы булыуымды әйтеү менән, ул минән ҡасасаҡ”, – тип уйланы Марина. Улар бер йыл самаһы осрашты. Марина үҙенең үлемесле сир менән ауырығанын әйтмәне. Бер яҡтан бар ирҙәр, үҙенең юҡҡа сығарылған яҙмышы өсөн Аликтан үс алды ул. Тик ир өйләнешеү, балалар тураһында һүҙ ҡуҙғатҡанда ғына ауыр ине Маринаға. Себер тарафтарына эшкә йыйынған Алик дауаханаға медицина тикшереүе үтергә китте. Үҙенең ВИЧ-инфекциялы булыуын ишеткән ир аҡылдан яҙыр сиккә етте. Унан һуңғы енси бәйләнештәре хаҡында һорағастар, Маринаның исеме яңғыраны. Уның ВИЧ-инфекциялы булып күптән теркәүҙә тороуы асыҡланды. Ир Маринаның бындай әшәке аҙымын ғәфү итә алманы. Ул ҡатынды судҡа бирҙе. Эйе, ВИЧ-инфекциялы кеше үҙенең сире тураһында мотлаҡ иҫкәртергә тейеш. Бының өсөн РФ Енәйәт кодексында енәйәти яуаплылыҡ ҡаралған.
Хөкөм ителеп, шартлы рәүештә иркенән мәхрүм ителгән Марина үкендеме икән? Ҡасандыр үҙ яҙмышы селпәрәмә килтерелгән кеүек, бер ғәйепһеҙ кешенең тормошон юҡҡа сығарыуҙан күңел тыныслығы ала алдымы? Юҡтыр. Ғазап уттарына утын өҫтәү генә булғандыр был үс...


Әхлаҡи күҙлектән сығып, исемдәр үҙгәртеп алынды.
Автор: Гүзәл Иҫәнгилдина
Читайте нас: