Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
21 Сентябрь 2020, 20:30

Фатима Янбаева: "Егеттәр ҡарамаҫ тип хафаландым"

Үҫмерлек мәленән алып мин үҙ көсөмдән ҡурҡа башланым. Кейәүгә алмаҫтар тип хафаландым. Сөнки тәбиғәтем менән мин етәксе һәм диктатормын. Үҫмерлек осорна саҡлы барыһы ла яҡшы ине: балалар баҡсаһында, мәктәптә лидерҙарҙы яраталар. Һәм миңә рәхәт ине.

"Үҫмерлек мәленән алып мин үҙ көсөмдән ҡурҡа башланым. Кейәүгә алмаҫтар тип хафаландым. Сөнки тәбиғәтем менән мин етәксе һәм диктатормын. Үҫмерлек осорна саҡлы барыһы ла яҡшы ине: балалар баҡсаһында, мәктәптә лидерҙарҙы яраталар бит. Һәм миңә рәхәт ине. Әммә танауға еҫ керә башлап, ғашиҡ булыу, холҡомда үҫмерҙәргә хас һыҙаттар – үҙһүҙлелек, үҙтәнҡит, төрлө комплекстар барлыҡҡа килгәс, мин малайҙарға тыныс ҡыҙҙар оҡшауына иғтибар иттем.
Әгәр ҙә үҙемде артабан ада ошолай тотһам, бер кемгә лә оҡшамаҫмын тип уйланым.
Әммә тормош бының бары тик ғаиләлә нығынған фекер һәм минең баштағы стереотиптар икәнлеген күрһәтте.
Үҙ кешемде мин тап үҙемде диктатор, ошойтороусы, етәксе булараҡ үтә сағыу күрһәткән мәлдә тап иттем.
Ҡыҙҙар, үҙ көсөгөҙҙән ҡурҡмағыҙ. Был көс һеҙгә юҡҡа ғына бирелмәгән. Яңғыҙ ҡалам тип хафаланмағыҙ. Күреп торорһоҙоҙ, мәле еткәс үҙегеҙҙән көслөрәк ир-ат табылыр, һәм һеҙҙең көслө булыуығыҙ уға оҡшар.
Әгәр ҙә ул ысынлап та рухи йәһәттән көслө икән, һеҙҙең көсөгөҙҙө баҫырға тырышмаҫ, киреһенсә, иңегеҙгә ҡанат ҡуйыр, яңы башланғыстарға дәртләндерер..."
Читайте нас: