Шоңҡар
-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
24 Сентябрь 2020, 23:25

МӘРХӘМӘТЛЕЛЕК (ХИКӘЙӘ)

– Эй, Ҡарабайымды, – тип Ғәлим уның арҡаһынан һөйҙө. – Һуғыш касафаты кешеләргә генә түгел, һеҙгә лә тейҙе. Ҡуй, сит-ят ерҙә йөрөмә. Ҡайт. Тыуған ереңдән дошман табанын ялтыратты. Ҡайт инде, ҡайт.

Ғәлимдәрҙең ротаһы көнсығышҡа ҡарай атланы ла атланы. Рота тигәс тә, исеме генә ҡалғайны. Ҡайҙа беҙҙекеләр, ҡайҙа дошмандар икәнен белгән юҡ. Рота командиры капитан Иванов Ғәлим менән сержант Василийҙы разведкаға ебәрергә булды.
– Ҡайҙа дошман икәнен асыҡлағыҙ. Ниндәй көс менән һөжөм итәләр. Беҙ бында илбаҫарҙарҙы ҡаршы алырбыҙ. Ярай, хәйерле юл.
– Старший сержант Петров.
– Есть.
– Осрашыу урыны ошо ерҙә.
– Китергә рөхсәт итегеҙ.
Ғәлим менән Василий көнбайышҡа ҡарай ҡуҙғалды. Ысынлап та бөтә нәмә буталды. Ҡайҙа кемдәр икәнен белгән юҡ. Дошман тиһәң, беҙҙекеләр булып сыға, беҙҙекеләр тиһәң, ниместәр өҫтөңә менеп килә.
Бәлә уйламағанда ғына килеп сыҡты. Василий ниндәй тауыш икәнен белергә киткәйне, шул яҡтан автоматтар атҡан тауыш ишетелде. Ғәлим шул яҡҡа табан йүгерҙе. Василий ун-унбиш нимес менән алышҡа ингәйне.
– Василий, был яҡҡа, – тип ҡысҡырҙы винтовкаһынан ата-ата. Ләкин Василий яраланғайны. Ғәлим уны ҡултыҡлап алды ла урманға ҡарай ыңғайланы. Василийҙың яраһы ныҡ ине, буғай, аҙ ғына барғас, бәлтерәне лә төштө.
– Мине ҡалдыр, – тине Василий. – Оҙаҡҡа бармам, ахыры. Һин кит, приказываю. Мин уларҙы тотоп торормон.
– Һеҙ нәмә, иптәш сержант.
– Барығыҙ. Приказды үтәгеҙ. Һеҙгә әле капитанға доклад яһарға кәрәк.
– Есть.
Ғәлим бар көсөнә урманға ҡарай йүгерҙе. Артта автомат тауыштары яңғыраны. Күп тә үтмәне, бөтәһе лә тынды. Ғәлим урман буйлап йүгерҙе лә йүгерҙе. Уның артынан дошмандар эҙәрлекләй ине. Шул саҡ ул соҡорҙа ҡара шәүләне абайлап ҡалды. Яҡын барып ҡараны. Ҡапҡанға эләккән икән. «Ҡара эт булһа кәрәк, – тип уйланы ул. –Бисараҡай». Тештәрен ыржайтып ята. Бик уҫал хайуанға оҡшаған.
– Тыныслан, тыныслан. Ҡотҡарырмын. Исмаһам беҙ тыуған яҡты күрә алмағанға, беҙҙең урынға һин йәшә. Түҙ, түҙ, Ҡарабай.
Ғәлим елкәһенән шинелен алды ла тағатып ебәрҙе. Эттең башын шинелдең еңенә тыҡҡас бөтөнләй тешләшә алмай ине. Башы еңгә ингәс, үҙ яҙмышына бойһондо. Бәлки хәле лә самалы булғандыр.
– Бына, бына, маладис, – тип һыйпаны Ҡарабайҙың арҡаһынан. Үҙе ҡапҡанды ысҡындырҙы. Эттең аяғы һынмағайны, шулай ҙа яраһы ныҡ ине.
– Ярай, Ҡарабай, хуш бул. Мин киттем.
Ғәлим Ҡарабайҙы һуңғы тапҡыр һыйпаны ла алға ҡуҙғалды. Ҡараңғы төшөүгә роталарын барып тапты.
– Дошман беҙҙән биш саҡрым тирәһендә, – тип доклад яһаны Ғәлим.
– Дошманды ҡаршы алырға әҙерләнергә! –тип команда бирҙе капитан Иванов.
Иртәнсәк дошмандар күренде. «Бик иркен киләләр, сәйәхәткә сыҡҡандармы ни! – Ғәлимдең асыуы килде.
– Рота, пли!
Ғәлимдәрҙең ротаһы алышҡа инде. Һуғыштың иң ҡыҙған мәлендә фашистарҙың танкыһы күренде. Ғәлимдең эргәһендә генә снаряд шартланы. Ул ауыр ыңғырашып окоп эсенә сүкте. Уның өсөн бөтә ер ҡараңғыланды.
Ғәлим ап-аҡ ағартылған бүлмәлә иҫенә килде. Госпиталь икән. Операция яһағандар. Һул ҡулының суғы юҡ. Снаряд ярсығын күкрәгенән, уң аяғынан алғандар. Бер аҙна иҫһеҙ ятҡан. Иптәштәре үҙебеҙҙең яҡҡа алып сыҡҡандар. Рота командиры Иванов та бында ята икән. Уның үпкәһенән фашист пуляһын алғандар.
Көн үткәрә алмай ятҡанда Ғәлим этте ҡапҡандан ысҡындырыуын һөйләне.
– Ул эт булмағандыр, – тине капитан Иванов. – Элек был яҡҡа командировкаға килгәнем булды. Бындағы урмандарҙа ҡара бүреләр осрай. Ул бүре булырға тейеш. Снаряд шартлауынан, автомат тауышынан күҙенә аҡ-ҡара күрмәй ҡото алынып сабып барғанда, ҡыштан ҡалған ташландыҡ ҡапҡанға эләккәндер. Үҙеңдең ғүмереңде ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, уны ҡотҡарып дөрөҫ эшләгәнһең.
Өс айҙан аҡһай-аҡһай, ҡул суҡһыҙ булып тыуған ауылына ҡайтып төштө Ғәлим. Ауыл уны нисектер моңһоу ғына ҡаршылаған кеүек күренде. Һуғыш алдынан ауылдан нур һибелеп торған кеүек ине. Урамда бер әҙәм дә күренмәй. Бөтәһе лә колхоз эшендә булһа кәрәк. Ноябрь башы булһа ла ҡар күп яуғайны. Ул берҙәм һуҡмаҡтан ғына ишек алдына инде. Һәр ваҡыттағыса өй асыҡ. Өйҙә берәү ҙә юҡ. Әсәһе фермала булһа кәрәк. Атаһы фронтта. Өйҙән кире сыҡты. Һарайҙары яғына ыңғайланы. Ялан кәртәлә бер һыйыр менән бер быҙау көйшәп ята.
Бына ҡапҡанан әсәһе лә күренде. Ғәлим йүгереп барып уның менән күреште. Әсәһе, Ғәлиә апай, улай йүгерҙе, былай йүгерҙе. Нимәгә тотонорға ла белмәне.
– Эй, аллам, эй, аллам. Атаҡ-атаҡ, ни эшләп тышта торабыҙ әле. Әсәһе артынан Ғәлим өйгә инде.
Ғәлимдең ҡайтыуына ике-өс көн үтеп тә китте. Ҡулынан килгәнсе кәртә-ҡураһын йүнәтте. Һөйгәне Фәриҙә Сәғит менән йәшәп ятыуын әсәһе арҡыры белде. Кемдер көсләп, кемдер ҡурҡытып алған тинеләр.
Бер көндө уны колхоз идараһына саҡырттылар. Инһә, колхоз рәйесе Сәғит икән. Бергә уйнап үҫкәйнеләр. Хәҙер Сәғит Әмирович булып киткән. Бронь биргәндәр.
– Әйҙүк, әйҙүк, Ғәлим дуҫ, – тип ҡулын һуҙҙы Сәғит. Күрештеләр. – Ниңә инеп тә сыҡмайһың.
– Хәлде үҙең күреп тораһың инде.
– Әйҙә, хисапсы булып кил. Унда эшләгән Батырҙы фронтҡа алдылар. Урын буш.
– Ярай, улай булғас. Ҡасан эшкә тотонорға?
– Иртән уҡ эш башла. Ярай, хуш, Ғәлим дуҫ.
1944 йылдың ҡышы ла килеп етте. Аттар аҙайғас, һыйыр егә башланылар. Фронттан күңелле хәбәрҙәр килә: дошманды көнбайышҡа ҡыуалайҙар. Ләкин юғалтыуҙар ҙа күп, өй аша ҡара ҡағыҙ килеп тора.
Ноябрь аҙаҡтарында Ғәлим колхоз рәйесе Сәғит менән күрше ауылға йыйылыш үткәрергә барҙылар. Йыйылыш оҙаҡ барҙы, шуға ҡайтырға бик һуң сыҡтылар. Колхоз айғыры ҡайтыуға шәберәк юрта.
– Иртәгә районға сығам. Кәңәшмә буласаҡ. Эх, һуғыш бөтһә, иркен тын алыр инек.
Арттан ниндәйҙер шәүләләр күренде. Айғыр, ниҙер һиҙеп, шәберәк елергә тотондо. Ғәлим артына әйләнеп ҡараны.
– Сәғит, беҙҙең арттан бүреләр ҡыуа төштө булһа кәрәк.
– Әйҙә, айғыр, – тип Сәғит айғырҙың арҡаһына дилбәгә менән ҡаҡты. Айғыр шәберәк елергә тотондо. Ләкин бүреләр яҡынайғандан яҡынайҙы.
– Әйҙә, малҡай! – Айғыр сабырға кереште.
– Әйҙә, сап ҡына!
– Давай, малҡай, бирешмә!
Ғәлим мылтығын һалып алмағанына үкенде. Ул һул ҡулы яғына тоҡан кеүек нәмә эшләп, мылтыҡтан атырға өйрәнгәйне.
Айғыр йән-фарман сабыуын белде. Бүреләр ҙә ҡалышырға теләмәне. Айғыр арыны, сабыуын яйлатты. Бүреләр санаға килеп етте. Әгәр улар ат алдына сыға ҡалһалар…
– Ғәлим, бүреләр беҙҙе тереләй ашай ҙаһа.
– Һуғыштан тере ҡайтып та үҙ еребеҙҙә бүренән таланып үлербеҙ микән?
Сәғит айғырҙы ни хәтлем ҡыуһа ла, малҡай, яйлағандан яйланы.
– Бер ыңғай өс йән харап була, – тине Сәғит. – Етәксеһеҙ колхоз ни эшләр? Айғырһыҙ ҙа хужалыҡҡа ауыр буласаҡ. Ҡәләмең һынһа, колхозға һинән ни файҙа? Ана, Фәриҙәгә лә кәрәгең булманы, миңә кейәүгә сыҡты, – тип Сәғит Ғәлимде сананан тибеп төшөрҙө.
– Өс йән урынына берәү генә ҡорбан булһын. Ярай, бәхил бууул!!! – Сәғиттең тауышы төндө ярҙы.
Ғәлим тәкмәсләп көрткә барып төштө. Алайтып-былайтып аяҡ-үрә баҫһа, бүреләр уны уратып алғайны.
– Килегеҙ, барыбер берегеҙҙе алып китермен, – тине Ғәлим йән асыуы менән һыңар усын йомарлап. Шул саҡ Ғәлим өсөн аңлайышһыҙ ваҡиға башланды. Бүреләр үҙ-ара һуғыша башланы. «Мине бүлешә алмайҙар былар», – тип уйланы ул.
Төн ҡараңғы ғына. Ләкин бүреләрҙең берәм-берәм урманға ҡарай һыпыртыуҙарын абайланы Ғәлим. Бына ике генә бүре ҡалды. Алыш бик ҡаты ине. Шунан файҙаланып, Ғәлим аҡһай-аҡһай ауылға ҡарай ҡуҙғалды. Бүреләрҙә уның ҡайғыһы юҡ ине. Сатанлаған аяҡ менән күпме йүгерәһең. Артына ҡарай-ҡарай, шәберәк барырға тырышты.
Бер аҙҙан уға бер шәүлә яҡынлауын күрҙе. Ғәлим бышлыҡты. Барыбер уның ҡыуып етәсәген аңлап, туҡтаны. Хәл алып һуңғы алышҡа әҙерләнде. Бүре лә бер-ике метр ҡалғас туҡтаны. «Ул да хәл ала булһа кәрәк, – тип уйланы Ғәлим.– Нисауа, былай ғына бирешмәм».
Бүре Ғәлимгә яҡынлаша башланы. Килеп еткәс, уға ташланаһы урынға, аяғына уралып иркәләнергә тотондо. Шунан аяҡ-ҡулдарын өҫкә күтәреп арҡаһына ятты. Эттәрҙең был ҡылығын белә ине Ғәлим. Мин һинеке, һиңә бойһонам тигәнде аңлата ул. Ғәлим һаҡ ҡына уға эйелде. Бүре ҡара ине. «Туҡта, туҡта, теге бүре түгелме?» Бүрене һаҡ ҡына һөйөп алды. Шуны ғына көткәндәй, бүре һикереп тороп, иркәләнә башланы. Моронон уның битенә лә тейҙереп алды. Ғәлимдең күңеле күтәрелеп китте. Улар шулай уйнай-уйнай ауылға килеп еттеләр. Бүре туҡтаны. Ауылға ингеһе килмәне.
– Мине ошонда көтөп тор, – тине Ғәлим. – Мин хәҙер һиңә ашарға килтерәм.
Бүре уны моңһоу ғына оҙатып ҡалды. Кире килһә, бүре урынында юҡ ине.
– Ҡарабай, Ҡарабай!
Ләкин бер нәмә лә күренмәне. Ғәлим ауылға боролдо.
Ғәлим ишек шаҡыуҙарына уянып китте. Марат икән.
– Һин бындамы? Кисә йыйылыштан ҡайтышлай рәйескә бүреләр һөжүм иткән. Һине сананан осоп ҡалған, тигән булалар. Хужа үҙе районға киткән. Шул бүреләрҙе ауларға сығабыҙ. Әйҙә, мылтығыңды ал да сәғәт унда ҡуҙғалабыҙ.
– Мин һуңға ғына йәйәүләп ҡайттым.
– Ну, һин, шилма, берәүҙе табып алдыңмы? Кеше бушты һөйләй ҙә инде. Сананан осоп ҡалған, имеш.
Ғәлим бер һүҙ ҙә әйтмәне.
– Ярай, һөйләштек.
Марат сығып китте. Сәй ҡайнауға әсәһе лә ферманан ҡайтты. Сәй эскәс, мылтығын алып, идараға китте. Һунарға тиклем үҙ эше менән булырға ине иҫәбе.
Һунарсылар ун биш кеше йыйылды. Сәғәт ун тулыуға саңғы кейеп урманға ҡуҙғалдылар. Ҡар ат тубығынан ине. Шул арала егермеләп ат менгән йәштәр урман яғынан килеп сыҡты. Улар һөйләүенсә, бүреләр йы­йылышып Үткәрмә урманында яталар, имеш. Һунарсылар Үткәрмә урманына барғансы төш мәле еткәйне. Мылтыҡлылар урмандың үр яғында бүреләрҙең сығыуын көтөп ятырға булды. Һыбайлылар аҫ яҡтан өҫкә ҡарай ҡыуырға тейештәр. Бына һунар операцияһы ла башланды. Аҫтан «һайт» та «һайт» тигән тауыштар ишетелә башланы. Ғәлим йәтеш урын һайлап, бүреләрҙе ҡаршыларға әҙерләнде. Ул арала уңдан да, һулдан да, мылтыҡтар ата башланы. Бүреләрҙең сыйылдағаны менән мылтыҡ тауышы буталды. Ғәлимдең күҙенә ағастар араһынан бер бүре күренде. Ул атырға әҙерләнде. Нығыраҡ ҡарағас, ҡара икәнен шәйләп ҡалды.
– Ҡарабай, Ҡарабай, – тип саҡырҙы Ғәлим ныҡ тауышланмай ғына. Ҡарабай Ғәлимгә ҡарай сапты. Килеп етте лә уның янына ятты.
– Эй, Ҡарабайымды, – тип Ғәлим уның арҡаһынан һөйҙө. – Һуғыш касафаты кешеләргә генә түгел, һеҙгә лә тейҙе. Ҡуй, сит-ят ерҙә йөрөмә. Ҡайт. Тыуған ереңдән дошман табанын ялтыратты. Ҡайт инде, ҡайт.
Бүре һәлмәк кенә атлап икенсе үҙәккә төшөп китте.
Һунар уңышлы булды: биш бүрене атып алдылар. Береһе генә ҡасып ҡотолғанын белделәр. Ғәлим бер һүҙ ҙә өндәшмәне.
– Уныһын да атып алырбыҙ. Ҡасып күп йөрөмәҫ, – тине Марат.
Иртәгеһен идараға китеп барһа, урамда Сәғит осраны. Ул юғалып ҡалғандай булды.
– Был һинме, Ғәлим дуҫ?
– Мин булмай кем булһын.
– Ғәфү ит инде, Ғәлим дуҫ.
– Һинең менән дуҫ булғансы, бүре менән дуҫ булыуың мең артыҡ, – тип Ғәлим сатанлай-сатанлай идараға йүнәлде. Сәғит башын эйгән килеш тороп ҡалды.
Ғәлим башҡа Ҡарабайҙы күрмәне. Ҡайтып киткәндер. «Кешеләргә генә түгел, хайуандарға ла тыуған ер ҡәҙерле, күрәһең», – тип уйланы ул.
Сәлих Ваһапов.
Читайте нас: