Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
24 Сентябрь 2020, 17:15

Сабырлыҡ - ул ҡатын затынандыр

Һуңғы тамсы шул саҡ таммай ҡала,Әмәл табам йәшәй алырлыҡ...

САБЫРЛЫҠ

Сабырлыҡ ул ҡатын затынандыр.
Һыны һылыу, буйы һомғолдор.
Йөҙө тыныс, тауышы яғымлы,
Ҡараштары серле, һынсылдыр.

Ҡара тулҡын кеүектер сәстәре.
Наҙ бөркәлер серле күҙҙәре.
Иңдәрендә сәсәкле селтәр шәл.
Нәзәҡәтле кейгән күлдәге.

Йөҙөк - беләҙектәр аҡ көмөштән.
Тәсбих тотҡан ҡулын ҡаушырған.
Бар хәстәрҙе, барса донъя ғәмен
Беҙгә, ҡатын - ҡыҙға, тапшырған.

... Түҙемемдең сигенә сығып, ҡайсаҡ
Түңкәргәндәй булһам донъяһын,
Ошо һын янымда пәйҙә булып,
Әсәләрсә һона ҡулдарын.

Һуңғы тамсы шул саҡ таммай ҡала,
Әмәл табам йәшәй алырлыҡ.
Яндарымдан ғына китә күрмә,
Йәндәремде етем итә күрмә,
Ҡатын Мадоннаһы - Сабырлыҡ.

Т. Вәлиева/ҡарасурина.
2010.
Читайте нас: