Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
25 Сентябрь 2020, 13:05

"Яратам" һүҙе ирҙәр телендә нисек яңырай?

Ҡатын-ҡыҙҙың нимәләр кисереп, нимәләр әйтергә теләүен ир-ат һирәк осраҡта ғына төшөнәлер. Беҙ ҙә ир-аттың ҡылығын йыш ҡына дөрөҫ аңламайбыҙ. Әйҙәгеҙ, үҙ-ара нисегерәк аралашыуыбыҙҙы хәтергә төшөрөп, бер аҙ йылмайып алайыҡ. Һәм, әлбиттә, һығымталар яһайыҡ.

Ир-ат менән ҡатын-ҡыҙҙы төрлө планетанан, тиҙәр. Ысынлап та, шулайҙыр, күрәһең. Сөнки фекерләүебеҙ ныҡ айырыла. Ҡатын-ҡыҙҙың нимәләр кисереп, нимәләр әйтергә теләүен ир-ат һирәк осраҡта ғына төшөнәлер. Беҙ ҙә ир-аттың ҡылығын йыш ҡына дөрөҫ аңламайбыҙ. Әйҙәгеҙ, үҙ-ара нисегерәк аралашыуыбыҙҙы хәтергә төшөрөп, бер аҙ йылмайып алайыҡ. Һәм, әлбиттә, һығымталар яһайыҡ.
1. Әгәр ҡатын-ҡыҙ ир-атҡа: “Һин миңә оҡшайһың”, – ти икән, был осраҡта ул ҡаршы енес вәкиле менән аралашыуы мауыҡтырғыс булыуын күҙ уңында тота.
Ир-ат иһә быны: “Һинең менән енси мөнәсәбәткә инергә теләйем”, – тип ишетеп, әүҙем рәүештә һөжүм башлай һәм, әлбиттә, маҡсатына өлгәшә алмай. Сөнки ҡатын-ҡыҙ ундай мөнәсәбәттәргә әҙер түгел әле.
2. Ир-ат: “Һин миңә оҡшайһың”, – ти һәм, әлбиттә, уның менән енси мөнәсәбәткә инеү хаҡында һүҙ йөрөтә.
Ҡатын-ҡыҙ быны уға уның менән аралашыуы оҡшай тип ҡабул итә һәм үҙе хаҡында күберәк һөйләй башлай. Ә ир-ат быға әҙер түгел әле.
3. Ҡатын-ҡыҙ: “Ниһайәт, яҙ етте! Урамда шундай матур итеп ҡоштар һайрай, тиҙҙән бар донъя йәшеллеккә күмеләсәк”, – тип тирә-йүн менән һоҡлана икән, йыш осраҡта бүләккә сәскә алыу хаҡында хыяллана.
Ир-ат яҙ тигән һүҙҙе генә ишетә һәм машинаһының тәгәрмәстәрен алмаштырырға кәрәк тигән фекергә килә.
4. Ҡатын-ҡыҙ: “Һиңә тиклемге егетем шундай алама ине”, – тип әлегеһенең өҫтөнлөгөн билдәләргә тырыша.
Ир-ат “һиңә тиклемге” тигәнде генә ишетә лә сығырынан сыға.
5. Ир-ат: “Бына минең машинам!” – ти һәм уның ни тиклем уңышлы һәм “текә” булыуына һоҡланыуҙарын теләй.
Ҡатын-ҡыҙ быны үҙен һатып алырға теләйҙәр, йәғни уны машина өсөн генә лә ир-ат менән осрашырға әҙер тигән фекерҙәләр, тип ҡабул итә.
6. Ҡатын-ҡыҙ: “Беҙҙең мөнәсәбәтте бөтөнләй аңламайым”, – ти өйләнергә ваҡыт икәнлеген белгертергә теләп.
Ир-ат һорауҙы ғына ишетә һәм: “Мөнәсәбәттәр һәйбәт, беҙгә бергә рәхәт, һиңә тағы ла нимә оҡшамай?” – ти.
7. “Бәлки, өйләнешербеҙ?” – ти ир кеше, ысынлап та өйләнергә теләп.
Ҡатын-ҡыҙ быны: “Мин һине яратмайым. Шул тиклем ялҡыттың. Әйҙә инде ЗАГС-ҡа барайыҡ. Барыбер әлегә һинән башҡа өйләнерлек кеше юҡ”, – тип ишетә һәм бик ҡаты үпкәләй. Сөнки һөйгәненең еренә еткереп, балдаҡ бүләк итеп, тубыҡланып, ҡулын һорауы хаҡында хыяллана.
8. Ҡатын-ҡыҙ: “Миңә һыуыҡ”, – ти һөйгәненең уны ҡосағына алыуын теләп.
Ир-ат уға ҡалын юрған килтерә һәм йылытҡыс ҡабыҙа.
9. Ир-ат: “Минең йоҡом килә”, – ти, ысынлап та йоҡларға ятырға теләүен күҙ уңында тотоп.
Ҡатын-ҡыҙ быны: “Әйҙә карауатта бер аҙ ҡосаҡлашҡан килеш һөйләшеп ятып торайыҡ”, – тип ишетә лә, биш минут шыбырҙашҡандан һуң һөйгәненең хырлап йоҡлап китеүенә үпкәләй.
10. “Бөгөн ниндәй көн?” – ти ҡатын-ҡыҙ, уларҙың танышҡан йәки тәүге тапҡыр ҡулға-ҡул тотоношҡан көндәрен күҙ уңында тотоп.
Ир-ат уйлап та бирмәй генә “21 ғинуар”, ти, һәм уны ниндәй үпкә һүҙҙәре көтәсәге хаҡында белмәй ҙә.
11. “Борщ ашағым килә”, – ти ир кеше һис ни уйламай ғына.
Ҡатын-ҡыҙ быны: “Һинең билмәндәрең, ҡоймаҡтарың ялҡытты. Бына әсәйем һәр ваҡыт тәмле итеп борщ бешерә”, – тип ишетә.
12. “Мин дуҫтарым менән балыҡҡа барам”, – ти ир кеше. Һәм, ысынлап та, шуны ғына күҙ уңында тота.
Ҡатын-ҡыҙ быны: “Һинең менән күңелһеҙ, шуға дуҫтарым менән ваҡыт үткәрәм”, – тип ишетә һәм үпкәләй.
13. “Ял көндәренә әсәйем янына барам”, – ти ҡатын-ҡыҙ һөйгәненең уны һис ҡайҙа ебәрергә теләмәүе хаҡында ишетергә теләп.
Ир-ат иһә ҡатыны, ысынлап та, әсәһен һағынған тип уйлай ҙа: “Ярай, һин юҡта үҙемә берәй шөғөл табырмын әле”, – тип яуаплай. Ҡатын-ҡыҙ йәнә үпкәләй.
14. “Шул тиклем араным”, –ти ҡатын-ҡыҙ һөйгәненең иркәләүен теләп.
“Мин уны ялҡыттым”, – тип уйлай ир һәм бер нисә сәғәткә өйҙән сығып китә.
15. “Ташла шул эшеңде, үҙеңде күпме яфаларға була?!” – ти ир-ат ҡатынын ысынлап та йонсотҡос эштән ҡотолоуын, уны бәхетле итеп күрергә теләп.
Ҡатын-ҡыҙ быны: “Эшкинмәгән. Ана өйҙә бәлеш бешереп кенә ултыр, бының өсөн артыҡ аҡыл кәрәкмәй”, – тип ишетә һәм йәнә бер һөнәр үҙләштерергә ҡарар итә.
16. “Минең яңы күлдәк алғым килә лә бит, тик аҡсабыҙ юҡ шул”, – ти ҡатын-ҡыҙ ирен күберәк аҡса эшләргә дәртләндерергә теләп.
Ир-ат быны: “Эшкинмәгән, хатта күлдәк алырлыҡ та аҡсаң юҡ”, – тип ишетә һәм бөтөнләй эшләмәй башлай.
17. “Кискеһен өйҙә шундайын тынлыҡ хөкөм һөрә”, – ти ҡатын-ҡыҙ балалар хаҡында уйлай башларға кәрәклеген күҙ уңында тотоп.
Ир-ат өйҙә музыка етмәй тип уйлап, ҙур телевизор күтәреп ҡайта. Һәм ҡатынының ҡәнәғәт булмауына аптырай.
18. Ҡатын-ҡыҙ: “Ярҙам итә алмаҫһыңмы?” – тип һорай.
Ир-ат быны уның нимәлер эшләй алыуына шикләнеү тип ҡабул итә, һәм барыбер фәтүә булмаясаҡ, тип, бер нәмә лә эшләмәй.
19. Ир-ат бер ваҡытта ла ярҙам һорамай. Кире осраҡта ул үҙен көсһөҙ, булдыҡһыҙ тип иҫәпләй.
Ҡатын-ҡыҙ ул миңә ышанмай тип үпкәләй.
20. “Һин мине яратаһыңмы?” – тип һорай ҡатын-ҡыҙ, комплимент ишетергә теләп.
Ир-ат: “Көнөнә нисә тапҡыр яратам тип әйтергә була һуң?” – тип асыулана.
21. “Мине һине яратмайым”, – ти ҡатын-ҡыҙ, тегеһе уны рәнйеткәне өсөн ғәфү үтенер тип уйлап.
Ә ир шым ғына асҡысын ала ла сығып китә. Сөнки ул үҙен яратмауҙары хаҡында ишетте һәм быны үҙгәртеп булмай.
22. “Һин бөгөн шундай матурһың!” – ти ир-ат, һөйгәненә һоҡланыуын белдерергә теләп.
Ҡатын-ҡыҙ быны: “Кисә лә, элекке көн дә матур түгел инең, бөгөн тырышҡанһың”, – тип ишетә.
23. “Нисек?” – тип һорай ҡатын-ҡыҙ яңы күлдәк кейгәс, һоҡланыу көтөп.
Ир-ат: “Был күлдәк һиңә оҡшаймы? – тип ишетә һәм, – төҫөн әллә ни шәп тип әйтә алмайым, шулай ҙа барырлыҡ, иң мөһиме, ҡиммәт түгел”, – ти. Был хәл ҡатын-ҡыҙҙы сығырынан сығара.
24. “Мин үҙемә телефон һатып алдым”, – ти ир-ат бары телефон алыуын белдерергә теләп.
Ҡатын-ҡыҙ быны: “Аҡсаны мин эшләйем, шуға уны нисек тотоноуҙы үҙем хәл итәм”, – тип ишетә. Һәм үҙен иренең елкәһендә ултырыуҙа ғәйепләйҙәр тип уйлай.
25. “Тәмлеме?” – тип һорай ҡатын-ҡыҙ ниндәй ҙә булһа ризыҡ әҙерләгәс, маҡтау көтөп.
“Ғәҙәттәгесә, яҡшы”, – ти ир кеше һәм киләһе юлы тоҙҙо әҙерәк һалырға кәрәклеген белдерә.
26. “Ғәфү ит”, – ти ир-ат ниндәй ҙә булһа күңелһеҙ хәлдең башҡаса ҡабатланмаясағын күҙ уңында тотоп.
Ҡатын-ҡыҙ быны: “Миңә һинең ниҙәр кисереүең барыбер түгел – һөйлә”, – тип ишетә һәм хис-тойғоға бирелеп, уның ҡылығының үҙен ни тиклем рәнйетеүе хаҡында йәнә бер тапҡыр бәйән итергә тотона. Был хәлдән һуң ир шаҡ ҡата: “Ул бит ғәфү үтенде. Тағы ла нимә өсөн ыҙалаталар һуң уны?!”
27. “Ғәфү ит”, – ти ҡатын кеше иренең күңел кисерешәре хаҡында ишетергә теләп.
Ә ир өндәшмәй. Сөнки ул ҡатындың башҡаса улай итмәйәсәге хаҡында ишетте. Һәм бының менән ризалашты. Әммә тегеһе биш минуттан һуң ул йәнә әлеге шул һорауҙары менән йөҙәтергә тотона. “Башҡаса улай итмәйем”, – тип әйтте бит инде тип аптырай меҫкен ир.
28. “Минең һөйләшкем килмәй”, – ти ир-ат бары арыған икәнлеген белдереп.
“Һинең менән күңелһеҙ. Һөйләшерлек һүҙ ҙә юҡ, мин һине яратмайым”, – тип ишетә быны ҡатын-ҡыҙ.
29. Ҡатын-ҡыҙ өндәшмәйсә генә бөтәһен дә эшләй, әммә ире үҙе ярҙам тәҡдим итер тип өмөтләнә.
Ир-ат: “Тимәк, минең ярҙамым кәрәкмәй, өндәшмәгәс, барыһы ла яҡшы”, – тип уйлай.
30. Ир-ат өйгә һис сәбәпһеҙ гөлләмә тотоп ҡайтып, ҡатынына һөйөүен белдерергә теләй.
Ҡатын-ҡыҙ: “Һөйәркәһе бармы икән әллә, тиктән генә түгел был”, – тип шикләнә башлай.
Бәғзе саҡта (һәр ваҡыт тиергә лә мөмкин) ир-аттың әйткәнен һүҙмә-һүҙ аңларға кәрәк. Улар бары тик факттарҙы ғына белдерә. Шуға ла телмәрҙәрендә индәйҙер ишара, төрттөрөү, этлек эҙләү, артыҡ һорауҙар биреп йөҙәтеү артыҡ. Беҙҙән уларға бары нимә теләүебеҙҙе аныҡ рәүештә еткереү талап ителә. Ә ир-аттың нәфрәтен һүндереү өсөн иң шәп ысул – уны тыныслыҡта ҡалдырыу һәм ваҡытында телде тыя белеү.
Бәғзе саҡта (һәр саҡ тиергә лә мөмкин) ҡатын-ҡыҙҙың һүҙҙәрен түгел, интонацияһын ишетергә кәрәк. Уның нимә әйтеүе түгел, нисек әйтеүе мөһим. Интонация аша ул һүҙҙәр аҫтында нимә йәшеренеүе хаҡында уйларға кәрәк. Һәм, әлбиттә, унда бик күп нәмәләр йәшеренгән булыуы ихтимал. Шуға ла уның нимәне күҙ уңында тотоуы хаҡында асыҡтан-асыҡ һорау яҡшыраҡ. Ниндәйҙер аңлашылмаусанлыҡ, ыҙғыш тыуа ҡалһа, ҡатын-ҡыҙҙы тынысландырыу өсөн “кил яныма, матурым” тип ҡосаҡлап алыу ҙа етә.
Ысынлап та, беҙ төрлө шул. Һәм бер-беребеҙҙе аңлауы еңел түгел. Шулай ҙа ирҙәрҙең һүҙҙәрен – ҡатын-ҡыҙҙар, ҡатын-ҡыҙҙарҙыҡын ирҙәр теленә тәржемә итергә өйрәнһәк, “ғаилә” фәне буйынса “бишле”гә өлгәшергә булалыр, моғайын.

Йәсминә Сафина әҙерләне.

Читайте нас: