Шоңҡар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
30 Сентябрь 2020, 21:15

Прививка эшләтһәң...

Вакцина вирусҡа ҡаршы организмдың иммун системаһын антиматдәләр эшләүгә ҡуҙғыта.

Башҡортостанда грипҡа ҡаршы вакцинация яһау кампанияһы дауам итә. Бының өсөн республикаға 551 970 доза вакцина килтерелгән.

Ошо көндәрҙә 527 640 доза 60 йәштән өлкәндәр һәм хроник сирҙәре булғандарға прививка яһатыу өсөн таратыласаҡ. 7000 доза – ауырлы ҡатындарға, 11 360 доза – 15 йәштән 17 йәшкә тиклемге урта махсус белем биреү студенттары өсөн биреләсәк.

Грипҡа ҡаршы вакцинация Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының 2014 йылғы приказы буйынса иҫкәртеү прививкаларының милли календарына индерелгән.

Статистика мәғлүмәттәре буйынса, гриптан прививка сирләп китеү осраҡтарын 1,4 – 1,7 тапҡырға кәметә, сирҙе еңел үткәреү мөмкинлеге бирә, етди өҙлөгөү һәм үлем осраҡтарын иҫкәртә. Шулай уҡ пневмония буйынса дауаханаға һалыу осраҡтарын 40-50 процентҡа кәметә.

Вакцина вирусҡа ҡаршы организмдың иммун системаһын антиматдәләр эшләүгә ҡуҙғыта. Антиматдәләр – ул аҡһым, улар ҡанға ингән вирус кеүек микробтарҙы таный һәм көрәшә. Прививканан һуң иммунитет ике аҙнанан һуң эшләнә башлай, тулы кимәлдәге иммунитет бер айҙан барлыҡҡа килә һәм гриптан 6-12 ай дауамында һаҡлай.

Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәре буйынса, йыл һайын миҙгелле эпидемия ваҡытында донъя халҡының 20 проценты грипп менән сирләй. 3-5 миллион осраҡта сир ауыр формала үтә, 250 000-нән 500 000 тиклем кеше үлә. Рәсәйҙә йыл һайын 27 миллион кеше грипп һәм ОРВИ менән сирләй.

Читайте нас: