Шоңҡар
+3 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
7 Октябрь 2020, 20:00

Ауырыуҙар гөлләмәһен һатып алғығыҙ киләме?

Табип кәңәштәре.

Лилиә Рөстәм ҡыҙы Вәлиева, Өфөнөң 21-се дауаханаһының 1-се поликлиникаһы терапевы.
Тәмәке тартыу – алама ғәҙәт кенә түгел. Ә кешенең физик һәм психологик яҡтан хәле ҡаҡшауын да, ихтияр көсөнөң юҡлығын да күрһәтә. Улар хроник сирҙәр менән дә йыш яфалана. Мәҫәлән, башҡаларға ҡарағанда тымау менән күберәк йонсой. Үпкәһе зарарлана. Уның тәүге билдәһе – йыш йүтәлләү. Бындай осраҡта тиҙерәк арынырға кәрәк. Әгәр ҙә, юҡ икән, үлемесле ауырыуға дусар булыусылар күп ундайҙар араһында. Статистика мәғлүмәттәренә күҙ һалғанда, былай ҙа тартҡан һәр унынсыһында тын юлдарында яман шеш барлыҡҡа килә.
Ҡайһы берәүҙәр, тәмәке менән мауығыуҙарын, хатта табиптарҙан да йәшереп маташа. Әммә кейеменә генә түгел, тәненә, сәсенә һеңгән еҫ уны “һата”. Тағы ла, аҡ халатлылар уларҙы йүтәленә, тештәренә ҡарап та “таный”. Шулай уҡ, саҡ ҡына физик күнегеү эшләһәләр ҙә тындары ҡыҫыла, тиреһе йәшенән алдынан ҡартая, һырҙар иртә барлыҡҡа килә.
Ғөмүмән, хәҙерге заманда сәләмәт йәшәү рәүеше модала. Шуға ла, хәләл аҡсағыҙға үрҙә һанап киткән ауырыуҙар гөлләмәһен һатып алырғамы, юҡмы, уйланһағыҙ ине.
Читайте нас: