Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
14 Октябрь 2020, 13:00

Бармаҡтарының күҙе бар

Сибайҙа командировкала булғайным, шунда, сараһыҙҙан, әхирәтемә яурыным һыҙлауына зарландым. Ысынлап та, бер яурынымдың беләк буйы менән ҡуша һыҙлауына йыл тулып килә ине. Табыптарға ла, массажға ла, башҡа дауаларға ла йөрөп ҡараным - ярҙам итмәне. Шул ваҡыт әхирәтем бер ҡыҙға алып барырға булып китте. Ул үҙе дауаланыуҙа халыҡ табиптарын, һылау-өшкөрөүҙе алға ҡуя торған ханым, ә мин ундайға артыҡ ышанмайым. Шулай ҙа еңде был мине, алып китте.

Миләүшә Ҡаһарманова.

Бармаҡтарының күҙе бар

Халыҡ араһында йөрөгәндә ниндәй генә мөғжизәләргә юлығып, ниҙәргә генә тамаша ҡылмайһың. Шуның кеүек мин дә бер ғәжәпкә юлыҡтым әле.
Сибайҙа командировкала булғайным, шунда, сараһыҙҙан, әхирәтемә яурыным һыҙлауына зарландым. Ысынлап та, бер яурынымдың беләк буйы менән ҡуша һыҙлауына йыл тулып килә ине. Табыптарға ла, массажға ла, башҡа дауаларға ла йөрөп ҡараным - ярҙам итмәне. Шул ваҡыт әхирәтем бер ҡыҙға алып барырға булып китте. Ул үҙе дауаланыуҙа халыҡ табиптарын, һылау-өшкөрөүҙе алға ҡуя торған ханым, ә мин ундайға артыҡ ышанмайым. Шулай ҙа еңде был мине, алып китте.

Хәйбулла районының Иҫәнгилде ауылына алып барҙы. Унда беҙҙе ябай ауыл өйөндә йәш кенә (хатта бала-саға тип әйтергә була) бер ҡыҙ ҡаршы алды. "Был бала ни эшләргә мөмкин?" тип аптыраным. Ултыртты был хәҙер, яурынды, арҡаны майлап, урта бармаҡ осо менән генә йөрөтә башланы. Йомшаҡ ҡына ҡылана, бөтөнләй көс һалмай. Инде килерен килгәс, түҙәм инде ни эшләһә лә, тип ултырам. Биш минуттай йөрөнө лә яурында был бармаҡтар, теп-теүәл генә итеп һыҙлаған нөктәләрҙе тапты һәм шул урынға ғына баҫты. Ауыртманы, әммә эстә нимәлер мыртылдағандай булды. "Ныҡ ҡолағанһың, яурының сығып йөрөгән" тине. Шул ваҡыт, былтыр яҙ, тау саңғыһында шыуғанда тәкмәс атҡаным "келт" итеп иҫемә төштө. Бына һиңә, үҙем дә онотҡанмын һәм, иң ҡыҙығы, нисә табип ҡулынан үттем! Машинаға сығып ултырғанда яурыным баҫылғайны... Аптыраҡ!

Икенсе көн тағы ла барҙым Иҫәнгилдегә. Шифалы ҡулдарҙың хужабикәһе менән танышып-һөйләшеп ултырҙыҡ. Нәсимә Шайморатова икән. Заманында шул яҡтарҙа данлыҡлы дауалаусы булған Нурия инәйҙең ейәнсәре. Нурия инәй хаҡында Мөжәүир хәҙрәт "бармаҡтарының күҙе бар" тип әйткән тиҙәр. Был һәләт 10-12 йәштәрҙә "йыға һуғып" килде, ауырытып, ыҙалатып белдерҙе үҙен, тип һөйләй ҡыҙ. Башта класташтарын, уҡытыусыларын дауалаған, бөгөн уларҙың йорто янынан машиналар өҙөлмәй. Төрлө сирҙәр менән дә киләләр икән, хатта, үҙе әйтмешләй "әсәй була алмаған ҡарт апайҙарға ла бәпәй алырға ярҙам иткән" ???? ("Ҡарт апайға нисә йәш ине, тиһәм, 37 ине, ти.)

Нимәһе хөрмәткә лайыҡ - Нәсимә дауалауына хаҡ ҡуймай, кем күпме теләй үҙе белеп бирә, уның хатта был тәңгәлгә иҫе лә китмәй кеүек. Әллә ниндәй мөғжизәләр ҙә вәғәҙә итмәй, алдаштырмай ҙа. Бары балаларса бер ҡатлы хәбәрҙәрен иғтибар менән тыңлағанда ғына уның был ябай донъя кешеһе түгеллеген аңғарырға мөмкин.

Ысынлап хайран итте мине был ҡыҙ. Шундай рәхмәтле булып киттем. Һәм бындай кешеләр бер мин генә түгелдер. Дөрөҫ әйткәндәр, ысынлап, бармаҡтарының күҙе бар.
Читайте нас: