Шоңҡар
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
15 Октябрь 2020, 23:00

Тормоштан йәм табып йәшәй

Хәлит Фәтиховтың баянда уйнай башлауы була, Динго йырларға тотона.

Күркәм сифаттары һоҡландыра.
Бер нисә йыл элек Ауырғазы районында гастролдәрҙә йөрөгәндә Солтанморат ауылында ла булдыҡ. “Башҡортостан мәҙәниәте” программаһы менән көндөҙ мәктәптә лә концерт ҡуйҙыҡ. Уҡыусыларҙан: “Һеҙҙең ауылдан сыҡҡан ниндәй данлыҡлы шәхестәрҙе беләһегеҙ?” — тип һорағас, татар әҙәбиәте классигы Ғәлимйән Ибраһимов менән Лилиә Фәтихованың да исемен ҙур ғорурлыҡ менән атағайнылар.
Сәнғәт донъяһына илткән юл башы
Бөтә ижади ғүмерен башҡорт эстрада сәнғәтенә бағышлаған нәфис һүҙ оҫтаһы, Башҡортостандың халыҡ артисы, Ғәлимйән Ибраһимов исе­мендәге премия лауреаты Лилиә Ғарифулла ҡыҙы Фәтихова әле лә тамашасыларҙы ҡыуандыра. Уның сығыштары үҙе бер шоу-программа, көлкө байрамына әйләнә.
Лилиә беренсе класҡа төшкәнсе үк, ата-әсәһенән күреп, мандолинала, бер аҙҙан баянда уйнай башлай. Биш йәшенән уҡырға, яҙырға өйрәнгән Лена апаһы уға үҙе белгән шиғыр­ҙарҙы ятлата. Үҙе оялсан, шуға этке­ләп тигәндәй һеңлеһен сәхнәгә сыға­ра. Лилиә иһә һис кенә лә тартыныуҙы белмәй. Мәктәптә һәм ауыл мәҙәниәт йортонда үткән барлыҡ концерттарҙа ла ҡатнаша — шиғырҙар һөйләй, йырлай, мандолинала һәм баянда уйнай, бейей. Ғарифулла һәм Рәйәғәт ғаиләһендә дүртенсе, төпсөк бала булып тыуған ҡыҙ бәләкәй сағынан ауылда “әртис” булып таныла.
Рәсем төшөрөргә лә һәләтле Лилиә мәктәптең стена гәзитен сығарыуҙа ла ҡатнаша. Шаулап-гөрләп мәктәп йылдары ла үтеп китә. Киләсәк хыялы — театр актрисаһы булыу. Хоҙай Тәғәлә уға моңло тауыш та биргән. Бәлки, ул йырсы ла булып китер ине, әммә уның күңеленә актриса һөнәре яҡын. Йырлай-йырлай Ғәлиәбаныуҙы, “Зәңгәр шәл”дәге Мәйсәрәне уйна­ғыһы килә.
Ауылдағы урта мәктәпте тамам­лағас, Стәрлетамаҡтағы Республика мәҙәни-ағартыу училищеһының театр бүлегенә уҡырға инә. Беренсе курста уҡығанда уҡ, актерлыҡ оҫталығынан тыш, баянсы булып та таныла. Тәүге уҡыу йылын уңышлы тамамлап, ауылға йәйге каникулға ҡайтырға йөрөгәндә, уны училище етәкселегенә саҡырталар. “Тәртип боҙманым буғай, нимәгә саҡыралар икән?” – тип шөб­һәләнеп, Лилиә директор бүлмәһенә йүнәлә. Шул йәйҙә М. Ғафури исе­мендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының бер труппаһы Нәжиб Асанбаевтың “Һыу юлы” музыкаль комедияһы менән Стәрле­тамаҡ тарафтарына сыға. Гастрол­дәрҙе башлап ҡына торғанда, театрҙың баянсыһы, ҡапыл сирләп, Өфөгә ҡайтып китә. Артистар баян­сыһыҙ тороп ҡала. Аптыраған көндән театрҙың музыкаль етәксеһе, композитор Таһир Кәримов, студенттар араһынан берәй баянсы егет бирмәҫ­тәрме, тип мәҙәниәт училищеһының директорына килә. “Баянсы егет бирә алмайым, баянсы ҡыҙыбыҙҙы бирә алам”, – ти директор, кабинетҡа ҡыйыуһыҙ ғына килеп кергән Лилиәгә күрһәтеп.
— Бына ул, Лилиә Хәкимова, беҙ­ҙең һәләтле студентыбыҙ!
Таһир Кәримов Лилиәгә спектаклдә уйналырға тейешле барлыҡ көйҙәрҙе өйрәтә. Отҡор ҡыҙ уны ҡабатлап шунда уҡ уйнап та күрһәтә. Спектаклде музыкаль биҙәүсе булып бер ай буйы гастролдә йөрөп ҡайта. Данлыҡлы актерҙар менән яҡындан таныша.
Көҙөн Өфөгә, эш хаҡы алырға барғас, Лилиәне театр директоры Нәжибәк Хафизов үҙенә саҡырып ала. “Артистар һинән бик ҡәнәғәт ҡалған. Ҡайһы яҡтан, кем ҡыҙы булаһың?” — тип һорай. “Мин Ауыр­ғазы районының Солтанморат ауылынан. Ғарифулла Хәкимовтың ҡыҙы”, — тигәс, Нәжибәк Шәйкамал улы ҡыуанып китә. “Беҙ бит һинең атайың менән Ауырғазы колхоз-совхоз театрын төҙөнөк. Хәҙер ул Салауат театры булып китте. Ғарифулла – бик талантлы кеше”.
“Һинең урының – эстрадала”
Ғарифулла Хәкимов театрҙа эш­ләгән еренән һуғышҡа китә. Өс һу­ғышта ҡатнаша ул. Зенит батареяһы командиры була. Бер нисә тапҡыр яралана. Күрһәткән батырлыҡтары миҙалдар менән билдәләнә. Һуғыш бөткәс, өлкән лейтенант Ғарифулла Хәкимов ауылына ҡайта. Ғүмере буйына колхозда партия ойошмаһын етәкләй. Ҡатыны Рәфәғәт уҡытыусы була. Нәжибәк Шәйкамал улы Лилиәгә уҡыуын Өфө сәнғәт училищеһында дауам итергә тәҡдим итә. Шулай итеп, ул Стәрлетамаҡтан Өфөгә, Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрына актерҙар әҙерләнеүсе төркөмдөң өсөнсө курсына күсерелә. Актерлыҡ оҫталығы дәрестәре менән бергә ҡурсаҡтар менән эшләргә өйрәнә. Бер үк ваҡытта академия театры оркестрында музыкант булып та эшләй. Спектакл­дәрҙә күмәк сәхнәләрҙә ҡатнаша. Хатта уға Ғабдулла Әхмәтшиндың “Тальян гармун” спектаклендә гармунсы егет Фәрит ролен дә уйнарға тура килә. Егет булып сығырға уңай­һыҙланһа ла, ярайһы уҡ уңышлы килеп сыға.
Уҡып сығып, ҡулына диплом алһа ла, бер ҙә Ҡурсаҡ театрына эшкә барғыһы килмәй Лилиәнең. Уның һабаҡташтарынан Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында Миңлеғаян Сафина ғына эшләй. Бөгөн ул – танылған актриса, Башҡортостандың халыҡ артисы. Лилиә Хәкимова иһә академия театрында музыкант булып ҡала, актриса булып китеренә өмөтөн өҙмәй.
— Лилиә ҡыҙым, күреп тораһың, бында Гөлли Мөбәрәкова, Нурия Ирсаевалар балҡый. Улар янында үҙеңде актриса булараҡ танытыу һиңә ауыр буласаҡ. Бар яҡлап та талантың бар, урының эстрадала булырға тейеш, — ти бер көн Нәжибәк Хафизов. — Филармония директоры Сәлих Хөснийәров менән һөйләшермен.
1975 йылдан Лилиә Фәтихова һүҙ жанры артисы — конферансье булып эшләй башлай. Ҡасандыр үҙе филармонияла директор булып, “Кәтүк менән Бағанай” дуэтын ойошторған, эстрада өсөн бик күп сәхнә әҫәрҙәре яҙған Нәжибәк Хафизов яңылыш­маған. Хәҙер инде Лилиә Фәтихова исемен белмәгән, уның талантына һоҡланмаған кеше һирәктер.
— Филармонияла Рамаҙан Йәнбә­ков төркөмөндә эшләй башланым, — тип хәтерләй Лилиә ханым. — Мәшһүр йырсының башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыуы барлыҡ боролоштары менән күңелемә һеңеп ҡалған. Халыҡ йырҙарын уның кеүек бөтә нескә­лектәре менән башҡарыусылар юҡ тиерлек. Унан отоп алған күп кенә йырҙарҙы үҙем дә хәҙер йәштәргә өйрәтә алам.
Ошо уҡ төркөмдә эшләгән талантлы баянсы Хәлит Фәтихов менән табышып ҡауышалар. Бер-береһенә ғашиҡ йәштәрҙең мөхәббәте ғүмер­леккә була. Күп йылдар эсендә төрлө коллективтарҙа эшләй Фәтиховтар. Рамаҙан Йәнбәков, Филүс Гәрәев, Зәки Мәхмүтов, Шамил Хәмәҙинуров, Фәдис Ғәниевтәр менән улар элекке Советтар Союзының барлыҡ төбәк­тәрендә лә тиерлек гастролдә була. Мәшһүр көлкө оҫтаһы Кәтүк — Әхәт Ураҙмәтов менән эшләү иһә Лилиә өсөн үҙе бер оҫталыҡ мәктәбе.
1990 йылда Фәтиховтар үҙҙәренең “Ихлас” эстрада төркөмөн ойоштора. Төрлө йылдарҙа улар менән Шамил Хәмәҙинуров, Римма Ибраһимова, Фәйрүзә Нуриева, Ридәл Фәтхиев, Сүриә Ғималова, Рәмил Хәзиев кеүек талантлы йырсылар эшләне. Драма театрында балҡырға тура килмәһә лә, филармонияла күп йылдар эшләү дәүерендә Лилиә Фәтихова киң амплуалы эстрада артисы булып танылды. Лирик-драматик поэмаларҙы ла, көлкөлө сатирик монологтарҙы ла берҙәй оҫталыҡ менән башҡара. Рәми Ғарипов, Әнғәм Атнабаев, Тимер Арслан һәм башҡа шағирҙарҙың әҫәрҙәрен уҡый. Халыҡ шағиры Марат Кәримовтың “Тормош ғашиҡтарға” поэмаһын үҙе баянда уйнап башҡа­рыуы тамашасыларҙы тетрәндер­гәйне. Күҙ йәштәре аша тыңланылар уны.
Көлкөлө монологтар менән дә һәр ваҡыт төрлө образдарҙа сыға Лилиә Фәтихова. Ул сәхнәлә йәмһеҙ булып күренеүҙән ҡурҡмай, төрлө сүрәткә инә белә. “Секретарша” скетчында “эйе” һәм “юҡ” тиеүҙән башҡа һүҙ белмәгән, кешеләрҙең йомошона битараф булған, тере ҡурсаҡ секретарь-машинистка булып уйнай, Рәдиф Тимершиндың “Ҡыҙ” монологында бала күҙе менән өлкәндәр тормошон асып бирә. “Әбей” скетчы тамашасы күңеленә хуш килгәс, Р. Тимершин тағы ла дауамын яҙып биргән. Өс серияла булып киткән был әбей монологы төрлө темаларға бағыш­ланған. Әбей образы Юнир Салауатов яҙып биргән “Ҡәйнә” сатирик монологында бар. Ҡасандыр танылған режиссер Фәтих Иҡсанов менән уйнаған “Иҫерек ҡатын” сатирик миниатюраһы ла иҫтә ҡалған. Эскән иренән биҙрәгән ҡатын бер көн үҙе “иҫереп” ҡайтып өйҙә дауыл ҡуптара. Шым ғына йөрөгән ҡатынынан был хәлде көтмә­гән ире уны нисек тынысландырырға белмәй. Был номерҙа Лилиә шау ҡуптарып, тамаша залынан килеп менә сәхнәгә. Сәстәре туҙған, кейеме таушалған. Башта кешеләр танымайынса, ысынлап та, иҫерек ҡатын килеп инде тип уйлай. “Был ни хәл, ҡайҙа милиция?” тип ҡысҡыралар. Актриса сәхнәгә килеп менгәс кенә аңлап, көлөргә, ҡул сабырға тотоналар. Был “иҫерек” ҡатын йөҙөндә һәр кем үҙенең танышын “таный”. Эргәмдә ултырған бер ҡатындың: “Хәс тә беҙҙең ауыл Фәриҙә инде!” — тип ултырғаны хәтеремдә.
Фәтиховтар – ижади ғаилә
Данлыҡлы эстрада режиссеры Фәтих Хәйрулла улы Иҡсановты һағынып иҫкә ала Фәтиховтар. Ул уҙғарған “Тальян гармун” байрамдарында, барлыҡ көлкө кисәләрендә һәм башҡа ҙур сараларҙа Лилиә һәм Хәлит Фәтиховтар ҡатнаша, програм­маның үҙәгендә була ине. Ф. Иҡсанов ҡатнашлығындағы “Кемгә — йыр, кемгә — юмор” концерт программаһы ла ҙур уңыш менән барҙы. Йыл һайын Яңауыл ҡалаһында Фәтих Иҡсанов иҫтәлегенә үткәрелгән гармунсылар бәйгеһендә Фәтиховтар жюри ағзаһы булараҡ ҡатнаша.
Лилиә Фәтихова репертуарындағы тағы ла бер сағыу номер — “Йәшлек мөхәббәте” скетчы. Эстрада артисы Данис Фәтихов менән татар яҙыусыһы Зөлфәт Хәкимдең хикәйәһен сәхнә­ләштергәйнеләр. Йәшлектә бер-бере­һен яратҡан Зариф менән Сәлимә 20 йылдан һуң вокзалда осраша. Хәтирәләр яңыртыла. Бер нисә минутлыҡ кәмит эсендә үҙҙәренең холоҡ-фиғелен күрһәтеп өлгөрә ир менән ҡатын. Дыуамал Зариф менән үҙ һүҙле, телдәр Сәлимәнең, йәш­лектә ҡауышҡан булһалар ҙа, тормоштары килеп сыҡмаҫ ине. Залдағы тамашасы эсен тотоп көлә, урынында ултырып түҙә алмай ине. Лилиә Фәтихова тамашасыға һүҙ генә еткермәй. Һәр образына тап килтереп кейемдәрен тегә, сәхнәлә уның кейеме лә, реквизиты ла, хатта эте лә уйнай. “Эте” тип яңылыш яҙманым, сөнки уның эте лә ҡасандыр сәхнәлә “уйнаны”. Эт ғүмере ҡыҫҡа шул, был дүрт аяҡлы “артист” үлеп ҡалған.
Фәтиховтарҙың Динго ҡушаматлы немец овчаркаһының көсөк сағынан уҡ йырлау оҫталығы беленә. Хәлит Фәтиховтың баянда уйнай башлауы була, Динго йырларға тотона. Көйҙө дөрөҫ итеп ҡабатлай. Был хәлде күреп шаҡ ҡатҡан Шамил Хәмәҙи­нуров эт менән концерт номеры эшләргә тәҡдим итә. Заказ буйынса Рәдиф Тимершин “Бартер” тигән сатирик хикәйә яҙып бирә. Унда 90-сы йылдарҙағы хәлдәр бәйән ителә. Эт өйрәтеүсе булып эшләгән кинологка, аҡса юҡлыҡтан, эш хаҡына эт бирәләр. Был ябай эт түгел, йырсы ла булып сыға. Динго шул тиклем сәхнәгә өйрәнеп китә, гастролгә сығырға ашҡынып ҡына тора. Тамашасылар Фәтиховтарҙың концертына йырсы этте ҡарарға ла йөрөй. Дингоның даны Башҡортостанға тарала.
Иртәнге “Сәләм” тапшырыуына ла саҡыралар. Быны ишетеп ҡалған Татарстандың халыҡ артисы Ғәб­делфәт Сафин Ҡазанда үтәсәк концерттарында ҡатнашырға саҡыра. Аптырап ҡала Лилиә, берҙән, ире дауаханала ята. Хәлит ҡатынын саҡы­рыуҙан баш тартмаҫҡа өгөтләй. Лилиә Фәтихова эте Динго менән Ҡазандың Кәрим Тинчурин театры залында 16 көн сығыш яһап ҡайта. Татарстан тамашасыһы хайран ҡалып алҡыш­лай. Шунан бирле Ғәбделфәт Сафин менән Фәтиховтар ғаиләһен ижади дуҫлыҡ бәйләй. Фатир тәҡдим итеп Татарстанға эшкә лә саҡырғандары булды. Әммә уларҙың тыуған Баш­ҡортостан ерен ҡалдырып китергә уйҙарында ла булғаны юҡ.
Лилиә Фәтихованы бер ҡасан да зауыҡ ташламаны. Тамашасыны көлдөрәм тип, арзан анекдоттар һөйләү менән дә шөғөлләнмәй. Уның репертуарға ҡытлыҡ кисергәне юҡ. Яҙыусы, сатириктар төрлө темаларға яҙып биреп тора. Сәхнә тәжрибәһе туплаған, бик ҙур ижади багажы булған Лилиә Фәтихованы һәм һүҙ жанрында эшләгән башҡа артистарҙы хаҡлы ялға сыҡҡас та филармониянан китергә ҡушалар. Уларға лайыҡлы алмаш юҡ. Миңә ҡалһа, сатира жанрында эшләгән сәнғәт оҫталары ғүмере филармонияла булырға, халыҡҡа хеҙмәт итергә тейеш. Быйыл юбилей йылы булһа ла Лилиә ханым ни өсөндөр концерт менән сығыш яһарға ашыҡмай әле.
Фәтиховтарҙың балалары ла сәхнәлә үҫте тиһәң дә була. Илшат Фәтихов — музыкант, шулай уҡ композитор булараҡ та танылды. Йыр­ҙарын Башҡортостан һәм Та­тарс­тандың билдәле йырсылары баш­ҡара. Кесе улдары Айнур бәләкәй генә сағынан гармундарҙа уйнап, тамашасыны таң ҡалдыра ине. Хәҙер ул виртуоз-баянсы. Швейцарияла үткәрелгән музыканттар конкурсында донъя кубогын яулаған. Халыҡ-ара конкурстар лауреаты. Фәтиховтарға хас булған тағы ла бер күркәм сифат — кешелеклелек. Уларҙың кемделер насарлап, тәнҡитләп һөйләгәнен ишеткәнем юҡ.

Сәхнә йондоҙо, уңған, сибәр ҡатын, ихлас кеше, әсә һәм өләсәй Лилиә Фәтихова тормоштан йәм табып йәшәй, ижад итә.

Автор: Харис ШӘРИПОВ
Читайте нас: