Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
16 Октябрь 2020, 13:20

Отчет

Мәғлүмәтле булырмы һуң Уны уҡыған әҙәм?!

Минира Үтәгәнова
Ҡай арала өлгөргәнбеҙ
Һандар ҡолдары булып.
Бөтә донъя селтәренән
Оса ворд, эксель,”болот”.
Мәғлүмәтте еткерәбеҙ
Иртәнән кискә ҡәҙәр.
Мәғлүмәтле булырмы һуң
Уны уҡыған әҙәм?!
Ашығабыҙ эшкә тиеп
Көтә бит тауҙай отчет!
Шул минуттан ғүмереңә
Башлана, гүйә, отсчет...
Ваҡыт тығыҙ. Матур эштәр
Тормошҡа ашмаҫ хыял.
Һандың тормош һанһыҙлауын
Әйтегеҙсе, кем тыяр?
Читайте нас: