Шоңҡар
-15 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
17 Октябрь 2020, 23:35

“Фатихаңды ниңә бирмәнең, әсәй?..”

— Ауылыбыҙ менән янып юҡҡа сыға инек, ләғнәт төшкөрө, яуыз иблискә ҡаршы көрәшеп, йәшәү көсөмдө юғалттым, тик шулай ҙа еңдем мин уны!

Ҡәйнә менән килен араһындағы мөнәсәбәт һәр осорҙа ла көнүҙәк булып ҡалған, атайҙар һәм балалар проблемаһы кеүек, быуаттар төпкөлөнән үк килә. Дөрөҫ, үҙ-ара килешеп, уртаҡ тел табып, бик татыу йәшәгән ҡәйнә-килендәр ҙә аҙ түгел арабыҙҙа. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, талашып, асыу һаҡлап, кенә тотоп ғүмер кисергәндәре лә етерлек, бер-береһенән “тоҙлап, борослап” үс алғандары ла бар хатта! Баш ҡалаға юлланған сағымда автобуста йәнәшәмдә ултырып барған осраҡлы танышым һөйләгән ғибрәтле ваҡиға күңелемдә уйылып ҡалды һәм ҡулыма ҡәләм алырға мәжбүр итте.
...Артыҡ ҙур булмаған, ғәҙәти генә ауылда бер ғаилә йәшәй. Үҙҙәренең уңғанлығы менән тирә-йүндә дан ҡаҙана улар. Колхозда ябай хеҙмәтсәндәр генә булып эшләһәләр ҙә, заманына күрә бына тигән йорт һалып инәләр, ихата тултырып мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрайҙар, умартаһын да тоталар. Әлеге йүнсел, өлгөлө ғаиләнең күрке, ҡыуанысы һәм ышанысы булып берҙән-бер улдары үҫеп етә. Оҙон буйлы, таҙа кәүҙәле, типһә тимер өҙөрҙәй Айрат исемле был егет хужалыҡта ғүмере буйына механизатор булып тир түккән атаһы Әнүәрҙе лә, фермала һауынсы булып эшләгән әсәһе Мөслимәне лә бик ярата, хөрмәт итә. Иң мөһиме — бәләкәйҙән ҡул араһына инеп, эш һөйөүсән, ихлас күңелле, итәғәтле һәм тыйнаҡ булып үҫә. Ябай хеҙмәттең ҙур шатлыҡ, ысын бәхет икәнлеген, әгәр ялҡаулан­маһаң, емештәрен дә мул биреүен яҡшы аңлай ул. Шуға ла мәктәпте тамамлағас кем булырға тип оҙаҡ баш ватмай, ауыл хужалығы белгеслегенә уҡырға инә. Юғары уҡыу йортонда белем алып, тыуған ауылына ҡайта. Иң элек механик булып эшләй, һуңынан уны баш инженер вазифаһына үрләтәләр. Бына шулай көйлө генә бара был ғаиләнең тормошо. Тик бер мәл, аяҙ көндә йәшен һуҡҡандай, донъяларының аҫты-өҫкә килә уларҙың. Бөтә ауыл халҡын шаҡ ҡатырған, өҫтәренә ишелеп төшкән шул ҡайғы-хәсрәттең, ғазап-михнәт­тәрҙең һәммәһенә лә һөйөклө улдары Айрат сәбәпсе була ла инде...
...Айрат колхозда эшләүен дауам итә. Хеҙмәтен күңел биреп, еренә ет­кереп башҡара, гел маҡтаулы бу­ла. Кистәрен клубҡа йәштәр араһы­на күңел асырға сыға, хәмер эсеү менән мауыҡмай, аҙып-туҙып йөрө­мәй. Ял көндәрендә үткәрелә торған киске дискотекаларҙың береһендә ул бик сибәр, оялсан ғына ҡыҙҙы осрата.
– Марина булам, – тип таныштыра үҙен күрше ауылдан ҡунаҡҡа килгән сая ҡыҙ.
– Ә мин – Айрат, был ауылда йә­шәйем, – тип йылмая егет, һы­лыу­ҡайҙың иҫ киткес сибәр­легенә һушы китеп.
Ике йәш йөрәк араһында шул миҙгелдән мөхәббәт ялҡыны ҡабы­на. Йәйге күктә емелдәшкән йон­доҙҙар берәм-берәм һүнеп, алһыу таң нурҙары беленә башлағансы ауыл урамдары буйлап етәкләшеп, һөйләшә-көлөшә йөрөп, төндөң уҙғанын һиҙмәй ҙә ҡалалар. Ҡыҙҙың мари милләтенән булыуын да, табиплыҡҡа уҡып йөрөүен дә шунда белә Айрат. Марина ла егет менән ныҡлап ҡыҙыҡһына. Иртәгәһен тағы ла осрашырға һүҙ ҡуйышып хушлаша йәштәр.
Ваҡыт тигәнең ағым һыуҙай аға ла аға инде ул... Өс йыл ғүмер уҙып та китә, Марина уҡыуын та­мам­лап эшкә урынлаша. Ике йәш йөрәк араһындағы һағынышлы осрашыуҙар менән яңыртыла бар­ған мөхәббәт уты тағы ла көсәйә, ялҡынлана, дөрләй. Оҙаҡламай егет ғаилә ҡороп бергә йәшәү тураһында ҡыҙға тәҡдим яһай. Марина шатланып риза була. Айрат үҙ ғүмерендә беренсе, етди ҡарар ҡылыуы тураһында ата-әсәһенә лә еткерә, тик улар килендең сит милләттән булыуын һис өнәмәй.
– Ниңә, улым, үҙебеҙҙең ҡыҙҙар бөткән инеме әллә һиңә? Ҡаны­быҙҙы, динебеҙҙе бутап, туған-тыу­масалар, ауылдаштар алдында оятҡа ҡалыр хәлебеҙ юҡ, минән фатиха ла, бәхиллек тә көтмә! — тип ярһып, үкһеп илап ебәрә әсәһе. Айрат иһә ғәзиз әсәһен бындай халәттә бер ҙә күргәне булмағанға, бөтөнләй ҡаушап ҡала, тик үҙ уйынан кире ҡайтмай. Ата-әсәһенең ризалығынан башҡа һөйгәненә өйләнә. Туй тигәндәре әҙәм төҫлө булмай инде уларҙың, исем өсөн генә үткәрелә.
Туй мәжлесе уҙып, бергә йәшәй башлағас, ғаиләлә именлек юғала: талашып көн итә башлайҙар. Зәһәрен сәсеп торған ҡәйнә лә, аҙ һүҙле, ҡырыҫ холоҡло ҡайныһы ла бер гонаһһыҙ килендәрен, уның сит милләттән булыуын иҫкәртеп, түбәнһетә, төрлөсә йәберләй. Айрат хәләл ефетен яҡлап берәр һүҙ өндәшһә, өйҙә оло янъял ҡуба.
...Бер аҙҙан Марина ауырға ҡала. Йөклө булыуына ҡарамаҫтан, ҡәйнә йортонда әүәлгесә тырышып донъя көтә: иртә таңдан тороп һыйыр һауа, малдарҙы көтөүгә ҡыуа, ҡош-ҡорт ҡарай, йәйге эҫе ҡояшта көн буйы баҡсала эшләй. Ихатаһы, йорто, һөйөклө иренең өҫ-башы ла һәр саҡ ялт итеп тора. Уйлап ҡара­һаң, шундай уңған, сабыр килендең ҡәҙерен белеп, һөйөнөп кенә йә­шәр­гә ине лә бит уларға!.. Тик ҡәй­нәһе Мөслимәнең дыуамаллығы быға һис юл ҡуймай.
Шулай бер ваҡыт, билдәләнгән көндә Марина район үҙәгендәге дауаханаға ҡатын-ҡыҙҙар консуль­тацияһына юллана. УЗИ-ла тикше­реү үткәндән һуң, табиптар уға: “Һеҙҙең игеҙ балаларығыҙ тыуасаҡ”, — тип әйтә. Бындай ҙур шатлыҡты тиҙерәк һөйгәне Айрат менән дә уртаҡлашҡыһы килә уның, ауылға ашҡынып, осоп тигәндәй ҡайтып етә. Өйгә ингәндә барыһы ла түңәрәк өҫтәл янына төшкө ашҡа йыйылған була. Ҡыуанысы эсенә һыймаған Марина хәләл ефетенән һөйөнсө ала. Был хәбәрҙе ишетеп ҡалған ҡәйнә кеше йәмһеҙ тауыш менән:
– Мари балалары үрсетеп ятаһы эшебеҙ юҡ беҙҙең, теләһә ҡайҙа олаҡ, башҡаса күҙемә күренәһе булма! – тип бик яман екеренә башлай.
Бығаса бар нәмәгә түҙеп йәшәгән килен балаҡай был тиклем кәмһе­теүҙе күтәрә алмай. Телефон аша йәһәт кенә бер яҡын туғанын саҡыртып, үҙенең бирнә әйберҙәрен йыйып, машинаға тейәп, бөтөнләйгә ҡайтып китә. Йорт тупһаһын атлап сыҡҡанда ул айырым-асыҡ итеп:
– Мин китәм, ләкин һуңынан бик үке­нәсәкһегеҙ быға, күрмә­гәнегеҙҙе күрһәтермен әле мин һеҙгә! – тип янай.
Шулай итеп, килен төшкән йорт­тоң ҡапҡаһы ябыла... Марина кит­кәс, йортта элекке йәшәү тәртибе урынлаша: күҙҙәренән осҡон сәсеп торған Мөслимә әүәлгесә һәр нәмәгә баш була, тормош иптәше менән улы иһә күндәм генә, арыу-талыу белмәй эшләй бирә.
...Бер мәл Мөслимә ферманан бик арыған ҡиәфәттә ҡайтып инә. Ашарға ла хәле ҡалмайынса, көс-хәл менән генә диванға барып ята. Тора-бара ауырыуы көсәйгәндән-көсәйә уның.
– Был ни хәл булды һуң әле, – тип ауылдағы йөҙйәшәр кендек әбейе янына барырға мәжбүр була ул. Белемсе ҡарсыҡ иһә, уның ни йомош менән килгәнен алдан һиҙенеп, һүҙ башлай:
– Их, Мөслимә ҡыҙым, хәлдә­регеҙ шәптән түгел һеҙҙең! Уратып һөйләй торған ғәҙәтем юҡ минең, шуға ла тураһын әйтәм, ғәйепкә алмаҫһың, тип уйлайым... Һеҙҙең ғаиләгеҙгә, донъяғыҙға ауырлыҡ киләсәк, сөнки киленегеҙ кире ҡайтарып була алмаҫлыҡ боҙом һалған, – ти ул.
Мөслимә был һүҙҙәрҙе ишеткәс, ҡото алынып:
– Йә, Хоҙай, ғәзиз башҡай­ҙа­ры­быҙҙың ниҙәр күрәһеләре бар икән? – тип өҙгөләнеп илай башлай.
Көн артынан көн уҙа, бисара ҡатын сиренән арына алмайынса донъя ҡуя. Бер аҙҙан ире Әнүәр ҙә ике-өс көн ауырып торғандан һуң сәйер генә рәүештә үлеп китә. Шулай итеп, донъялағы иң ғәзиз кеше­ләрен – башта әсәһен, унан һуң атаһын ерләй Айрат. Ә алда иһә уны тағы ла ҡурҡынысыраҡ бәлә һағалай...
Көҙгө көндәрҙең береһендә, үҙе­нең иномаркаһына ултырып, мәр­хүм атаһының үлемен рәсмиләш­тереү өсөн район үҙәгенә юллана ул. Китеп күпмелер ваҡыт үтеүгә йорттарында янғын сыға. Гүйә, бензин һибеп ут төрткәндәр тиерһең: башта өйҙө, унан бер-бер артлы ҡаралты-ҡураны ялҡын телдәре ялмап ала. Фажиғә урынына халыҡ йыйыла, йөҙйәшәр кендек әбей ҙә ашығып килеп етә, янғын һүндереү машиналарын да саҡырталар. Ут-ялҡын шул тиклем көслө була ки, хатта яҡын да бара алмайҙар, тауҙай донъяны ҡарап тороп яндыралар. Ярайһы ғына елле көн булғанлыҡтан, ут тирә-йүнгә тарал­маһын тип, белемсе ҡарсыҡ үҙенең иң көслө доғаларын уҡый башлай. Шул саҡ һәммәһе лә сатыр-сотор янған ҡаралты-ҡура эсендәге мал­дарҙың сараһыҙлыҡтан ҡысҡырған тауыштары менән бер рәттән, ниндәйҙер күҙгә күренмәҫ, сәйер заттарҙың йәмһеҙ итеп шарҡылдап көлгәнен, шыңшып илағанын да ишетә.
Әбекәй доғаһын тағы ла ҡысҡы­ры­быраҡ уҡыуын дауам итә, ни ғәжәп: ҡоймалар буйлап ике яҡ күр­ше­гә үрмәләгән ялҡын телдәре үҙенән-үҙе юҡҡа сыға бара. Унан һуң йыйылған халыҡ бығаса күҙ күрмәгән, ҡолаҡ ишетмәгән, кеше аңына һыймаҫлыҡ ҡот осҡос күре­нештең шаһиты була: баяғы көлгән, илаған тауыштар үҙәк өҙгөс сең­ләү­гә әүерелә һәм дөрләп янған ихата өҫтөнән туҙан, көл, ҡором ҡа­тыш утлы өйөрмә булып күккә аша.
– Күрҙегеҙме, балалар, ергә ҡара көстәр төшкәйне, иблис мәлғүн үҙе булды ул, – тип һөйләнә әбекәй һәм, хәлһеҙләнеп, башы әйләнеп, сайҡалып китә. Янындағы кешеләр, һуштарына килеп, уны яҡында ғына ятҡан түңәрәк таш өҫтөнә алып барып ултырта.
— Ауылыбыҙ менән янып юҡҡа сыға инек, ләғнәт төшкөрө, яуыз иблискә ҡаршы көрәшеп, йәшәү көсөмдө юғалттым, тик шулай ҙа еңдем мин уны! Үҙемдең ғүмерем бәрәбәренә һеҙҙең барығыҙҙы ла оло афәттән ҡотҡарҙым. Хушығыҙ, бәхил булығыҙ, уландар! — тип көс-хәл менән генә әйтә лә мәңгелеккә күҙҙәрен йома ул.
Шул мәл сиреналарын ҡысҡыр­тып, янғын һүндереү машиналары ла килеп етә. Тик ут-ялҡын баҫыл­ған, йорттан, ҡаралты-ҡураларҙан ха­рабалар ғына тороп ҡалған була...
Кис район үҙәгенән Айрат та ҡайтып етә. Ҡапҡа төптәренә яҡын­лашыуға донъяларының янып көлө күккә осоуын күрә, машинаһынан төшөп нимә эшләргә лә белмә­йенсә, кендек әбей йән биргән таш өҫтөнә барып ултыра. Әкрен генә көҙгө ямғыр һибәләй. Ул башын тотоп, бер нөктәгә текәлеп, уйға бирелә... Уҙып барған ауылдаштары уға өндәшергә йөрьәт итмәй. Бер аҙҙан күрше әбей Ғил­миниса сыға, Айратты тыныс­ландырырға тырышып, йыуатып, өгөтләп, үҙҙәренә ҡуна алып инеп китә. Бөтә нәмәгә битараф ҡалған егет өйҙәгеләргә иғтибар ҙа итмәйенсә, киҫелгән ағастай, карауат өҫтөнә ауа. Күҙҙәренә йоҡо эленмәй, таңға тиклем керпек тә ҡаҡмай ята ул: үткән тормошон, кино таҫмаһындағы кеүек, күҙ алдынан кисерә. Уның уйҙарын бер Хоҙай һәм үҙе генә белгәндер...
Кешеләр менән ихлас арала­шыу­сан, асыҡ күңелле Айратты башына килгән ҡайғы тамам бөгөп һала: ул бойоға, бер кем менән дә һөйләшмәй, үҙ-үҙенә бикләнә. Ярай әле, фажиғә көнөндә район үҙәгенә барған саҡта барлыҡ документтары ла янында була уның. Бер аҙна тигәндә колхоз менән алыш-биреште өҙөп, еңел машинаһын һатып, юллыҡ, эшкә урынлашҡанда эш биреүсенең “ҡулына һалырлыҡ” һәм йәшәп китерлек аҡса йүнәтеп, ауылдан башын алып сығып китә. Өҫтөнә ябырылған афәттән арыныу, сикһеҙ хәсрәтен онотоу өсөн бөтөнләйгә Себер тарафтарына юллана.
...Киткән көндә Ғилминиса әбей туҡталышҡа тиклем оҙата бара уны. Көҙ урталары була, ғәҙәт­тәгесә, һалҡын ямғыр туҡтауһыҙ быҫҡаҡлай, күктә егеттең һағышы төҫлө ҡурғаштай ҡарағусҡыл болоттар талғын ғына ағыла ла ағы­ла... Автобус көткән саҡта Айрат ауыл яғына ҡарап, уйға сумып, һүҙ­һеҙ генә баҫып тора, ә күрше әбей уны ысын күңеленән ҡыҙғанып, тын ғына илай. Эх, беләһе ине шул сағында ниҙәр тураһында уйланы икән ул?.. “Минең дә ғаиләле булып, балалар тәрбиәләп, әҙәмсә йәшәргә, бәхетле булырға хаҡым бар ине бит, фатихаңды ниңә бирмәнең, әсәй?” — тип һыҙланған, өҙгөләнгәндер ул, моғайын...
Рафил Саматов.
Читайте нас в