Республикала йәш быуындың һаулығын һаҡлау, нығытыу ниәтендә булдырылған тиҫтәләгән шифахана бар. Шуларҙың береһе – “Һаҡмар” балалар шифаханаһы бөгөнгө көндә халыҡ тарафынан ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра, унда бер тапҡыр булғандар икенсе юлы теләп килә.
Хәйбулла районының Йәнтеш ауылында урынлашҡан. 2000 йылда ғына нигеҙ һалына. Егерме йыл дауамында эшләгән был һауыҡтырыу үҙәген республика ғына түгел, сиктәш өлкәләрҙә лә беләләр. Тәүҙә йәйге лагерь булараҡ асыла. Бөгөнгө көндә Урал аръяғы райондарында берҙән-бер “Әсә һәм бала” программаһында эшләп килгән шифахана һанала.
Өфөнән 560 саҡрым алыҫта, хозур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан. Йыл әйләнәһенә эшләй. Егерме бер көнгә һуҙылған дауалау курстары үтергә күрше Силәбе, Ырымбур өлкәләренән дә киләләр. 3 йәштән 14 йәшкә тиклемге 60 бала һәм уның менән килгән бер өлкән кешегә урын булдырылған.
Дауаланыусылар ике, дүрт урынлы бүлмәләргә урынлаштырыла. Бар уңайлыҡтар ҙа бар: йыуыныу бүлмәһе, һыуытҡыстар ҡуйылған. Көнөнә алты тапҡыр ашатыла. Ауырыуҙарҙың төрөнә ҡарап, диета ла ҡаралған.
Заманаһы шундай – кемдер, нимәлер тураһында белгең килһә интернет киңлектәрен гиҙеү ҙә етә. Хәйбулла районында урынлашҡан был шифахана тураһында иһә унда дауаланып ҡайтҡан балаларҙың, уларҙың ата-әсәләренең йылы һүҙҙәре, матур теләктәре яҙылған баһаламаларын осратырға мөмкин.
“Һаҡмар”ға ҡыҙым менән дүрт йәшендә килдек, - тип яҙа Әсмә Сәғитова. – Һалҡын ваҡытта саҡ ҡына тирләп тышҡа сыҡһа ла, өшөһә лә мышҡылдай ине. Күп тә үтмәй төкөрөк йоторлоҡ хәлдә лә булмай ҙа ҡуя. Өй төрлө дарыуҙар менән тулды. Урындағы педиатрға йыш мөрәжәғәт иткәс, бер мәл ошо шифаханаға барырға тәҡдим итте. “Ирем ябай эшсе, мин – уҡытыусы. Ер аяғы, ер башында урынлашҡан ергә барып дауаланырға ҡайҙан аҡса булһын?” – тип күҙҙәрем түңәрәкләнеп китте. “Беҙҙән бирелгән юллама менән бушлай бит ул”, - тигәс тә ышанмай торҙом әле. Уның артынса уҡ: “Бәләкәй генә баланы нисек йөҙәр саҡрымдарға һуҙылған ергә оҙаҡ ҡына ваҡытҡа йәлләмәйенсә нисек ҡалдырырға?” – тигән икенсе хәүеф-борсолоу барлыҡҡа килде. Аллаға шөкөр, быныһы ла ыңғай хәл ителде. Баҡһаң, бала әсәһе йә атаһы менән бергә була ала, етмәһә, өлкәндәргә йәшәү, ашау бушлай икән.
21 көн дауамында урындағы тәбиғәткә һоҡланып, дауаланып, Һаҡмарҙа һыу инеп, ҡояшта ҡыҙынып ҡайттыҡ. Таулы райондарҙың береһендә йәшәгәс, йәй беҙгә һуң килә. Унда ла күп ваҡыт көндәр һалҡынса тороу сәбәпле һыу инеп булмай тиерлек. Хәйбуллала иһә хәлдәр башҡасараҡ булып сыҡты. Йәйен ҡарбуз кеүек йылы яратыусы емештәр тәгәрәп үҫкән яҡта ял итеүе үҙе бер кинәнес. Әллә ҡайҙа сит тарафтарға ла барыу кәрәкмәй.
Йыш ауырыу сәбәпле күп ваҡыт өйҙә ултырырға тура килгәнлектән, ҡыҙым кеше менән дә бик аралашып бармай ине. Бында иһә балалар майҙансығында ял итергә килеүсе тиҫтерҙәре менән уйнап, кеше араһында төрлө түңәрәктәргә йөрөп, төрлө конкурстарҙа ҡатнашып илгәҙәкләнеп китте. Тағы ла иң мөһим ваҡиғаны яҙырға онотоп торам, тымау тейеп, тамағы ауыртып сирләүҙәр, “Һаҡмар”ҙа булғандан һуң, ниһайәт, артҡа сигенде.
Күп ваҡыт эшем ултырып эшләүгә бәйле булғанлыҡтан күптән остеохондроз менән яфалана инем. Арҡа һөйәгенең муйын-түш өлөшө ҡайһы ваҡытта үлтереп һыҙлай торғайны. Шифаханала ун көн массаж эшләткәс, ауыртыу кәмеү менән бергә күҙ алдарым да яҡтырып киткәндәй булды”.
Ысынлап та, көндәр һалҡынайтыу менән яҙ ҡояшы ихлас яҡтыртҡансы Әсмә Сәғитова кеүек йәш әсәләр бындай ҡаршылыҡтар менән йыш осраша. Аҙым һайын тиерлек һағалап торған ауырыуҙы гелән дарыуҙар менән генә үткәреп ебәргән балаға саҡ ҡына һалҡын тейгәндә ангина, тонзиллит кеүек сирҙәрҙең ишек шаҡыуын көт тә тор. Яҡшылап дауаланмағанда бронхит, астма кеүек хроник ауырыуҙарға ла әйләнеүе бар. Күптәре һуңынан ғүмере буйы үҙен һиҙҙертә. “Һаҡмар” шифаханаһында тап ошо диагноздар менән килеп, үҙ эшен белгән һәм яратып башҡарған табиптар тарафынан тәҡдим ителгән процедураларҙан һуң тулыһынса тиерлек йүнәлеп ҡайталар. Иммунитетты күтәреүсе замана технологияларының да булыуы ярҙам итмәй ҡалмай, әлбиттә. Бының шулай икәнлеген, әлеге лә баяғы интернет селтәрҙәрендә яҙылған башҡа яҙыуҙарҙы уҡып та белеп була.
Әллә тәбиғәт, әллә дауаланыу ярҙам итте...
Аллергик сирҙәр – замана ауырыуҙарының береһе. Күҙгә күренмәһә лә, аҫтыртынлығы менән бөгөн күптәрҙе йонсота. Шул иҫәптән бала-сағаны ла.
Ошо диагноз менән яфаланыусыларҙың һаны йылдан йыл артҡанын күҙаллап, “Һаҡмар” балалар шифаханаһына ла ярҙамға ашыға.
Балалар менән килеүселәр араһында һирәкләп булһа ла атайҙарҙы ла осратырға мөмкин. Ял итеү, дауаланыу оҡшаймы, килешәме икәнлеге тураһында һорашыу, кәйефтәрен белеү маҡсатында балалалар майҙансығында улының уйнағанын күҙәтеп ултырыусы атайҙарҙың береһенә мөрәжәғәт иттем. Танышып киттек. Андрей атлы икән. Благовещенск ҡалаһынан килгәндәр. Ғәҙәттә, ир-егеттәр аҙ һүҙле була. Уға иһә был һауыҡтырыу үҙәге оҡшағаны күренеп тора. Һорау бирер-бирмәҫтән хәбәрен теҙҙе генә.
“Саша беренсе класты тамамлаған йылды әллә нимә булды ла ҡуйҙы. Йөҙө ҡыҙарып китә, күҙҙәре йәшләнә, етмәһә, бер туҡтауһыҙ сөскөрә лә бышҡыра. Табиптар аллергия тигән диагноз ҡуйһа ла, нәҫел-нәсәптә булмаған был ауырыуҙың нимәнән икәнлеген аныҡ ҡына әйтә алманылар. Таныш-тоноштарҙан һораша-белешә торғас, бер нисә кеше “Һаҡмар”ҙы тәҡдим итте. Ете-һигеҙ сәғәт юлда һелкенеп барырға кәрәклеге хаҡында белгәс, әлбиттә, танау төштө. Бушты бушҡа ауҙарып, ваҡыт үткәреп йөрөмәйбеҙме икән, тигән, уйҙар ҙа барлыҡҡа килде. Ятып ҡалғансы – атып ҡал, тиҙәр бит. Ҡатын менән кәңәшләшкәндән һуң, тәүәкәлләнек.
Беренсе тапҡыр килгәндә ҡыш ине. Ғүмере буйы ҡалала йәшәгән кешегә бындағы тынлыҡ, һиллек аптыратты башта. Һуңынан һауаһы. Күкрәк тултырып тын алыу тигәндәренең нисек булыуын дүртенсе тиҫтәне ваҡлап барғанда, бында килгәс кенә аңланым. Улым да башта: “Мине ҡайҙа алып бараһың ул?” – тип мыжып маташһа ла, килеү менән тиерлек ул хаҡта бөтөнләй онотто. Дауаланыу менән бергә Шайтантауҙан сана, саңғы менән шыуыу ҙа килеште тегегә. Бит алмалары ҡыҙарып, күҙҙәре нурланып китте. Дәрестән һуң телефонға ҡапланып ултырыу түгел шул, ти эстән генә ҡыуанам.
Үткән яҙ, йәй айҙарында аллергия үҙенең барлығын һирәк һиҙҙерте. Улымдың мәжбүри рәүештә өйҙә бикләнеп ултырыуҙары ла кәмене. Әллә дауалау килеште, әллә экологик яҡтан таҙа тәбиғәт ярҙам итте инде. Тулыһынса сирҙең юлын быуыр өсөн бына икенсе тапҡыр килдек”, - ти ул.
“Һаҡмар” балалар шифаханаһы тураһында рәхмәт әйтелеп яҙылған баһаламаларҙы ла, уның хаҡында Андрей кеүек теле телгә йоҡмай, сәғәттәр буйы маҡтаусы дауаланыусыларҙың ата-әсәләрен дә йыш осратырға мөмкин. Мең тапҡыр ишеткәнсе, бер тапҡыр күр, тиҙәр. Тәнгә дауа, йәнгә сихәт бирә “Һаҡмар”ҙы ла бер тапҡыр үҙеңә балаң менән барып дауаланып ҡайтҡанда һин дә үкенмәҫһең.