Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
5 Ноябрь 2020, 20:55

COVID-19 менән ауырығанда тән температураһы

Ни өсөн температураны төшөрөргә ярамай?

COVID-19 менән ауырығандарҙың күбеһендә тән температураһының 37,5 градус булыуы күҙәтелә – был сирлеләрҙең 90 проценты өсөн хас, тип билдәләне Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш баш пульмонологы Сергей Авдеев. Тағы башҡа билдәләре хәлһеҙлек, арыусанлыҡ, йүтәл, тын ҡыҫылыу, баш һәм тамаҡ ауыртыуы күҙәтелә.
Бынан алда Федераль медицина-биология агентлығының баш инфекционисы Владимир Никифоров белдереүенсә, COVID-19 менән сирләгәндә 38,5 градусҡа тиклемге температураны төшөрөргә ярамай, ә түҙергә кәрәк. Коронавирусты организм ОРВИ кеүек ҡабул итә, шуға күрә уға ла ҡағиҙәләр бер үк, тип аңлатты ул.
Читайте нас: