Шоңҡар
-25 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
6 Ноябрь 2020, 15:25

Хөрмәт йөҙөнән йырлағайным…

— Мин, һинеңсә, уйнашсымы? Тоттоңмо мине? – тип ҡысҡыра Маһира.

Юлдыбай башы шаңҡып бер талай ултырҙы ла тороп кейенә башланы. Тиҙерәк автобусҡа сығырға кәрәк. Юбилейға һуңларға ярамай, ҡатыны Мәүлиха күптән унда инде. Юлда барғанда үҙе менән булған ваҡиғаны тағы бер күҙ алдынан үткәреп, уйҙарының осона сыға алмай аҙапланды.
Ҡолағында Маһираның “Докажи!” тип сәрелдәүе, Сәлимйәндең “Зерә саҡырғанмын” тигән тауышы яңғырай. Был әллә төшмө икән, тигән уй килде башына. Их, төш кенә булһа икән был! Ул үҙен үҙе ҡапшап ҡараны. Юҡ шул, ысынбарлыҡ был.
“Хәтерлә һин татлы минуттарҙы…” тигән йыр һүҙҙәре тағы иҫенә төштө уның. Дә-ә, хәтерләрһең дә, ғүмергә онотмаҫлыҡ булды бит.
Юлдыбай менән Мәүлиханы ауылдаштары Сәлимйән тыуған көнөнә саҡырғайны. Бармай булмай, яҡын кеше бит. Оло юбилей. Ауылда эшләп, күптән пенсияла ята. Юлдыбай ауырыҡһынып торһа ла, барырға булды. Кешенән алда килгәс, бер аҙ көтөп ултырҙылар. Төргәктәрен, бүләктәрен тотҡан ҡунаҡтар тиҙ арала йыйылып бөттө.
Мәжлес ҡыҙа бара, ҡотлауҙар, тостар яңғырай. Береһенән-береһе уҙҙырырға тырышҡандай тойола. Бына, ниһайәт, Юлдыбайға сират етте. Ул ҡатынына:
— Һин ҡотлау һүҙҙәре әйт, ә мин йыр бүләк итәм, — тине.

Юлдыбай йыр ярата, гармунда ла уйнай. Һәр саҡ үҙ алдына көйләп йөрөй. Әле бына Мәүлихаһы ҡотлап, бүләген юбилярға тапшырғас:
— Мин һиңә, дуҫ кеше, йәш саҡтарҙы иҫкә төшөрөп, бер йыр ишеттерәм, — тине лә йырлап ебәрҙе. Халыҡ тынып ҡалды.
“Таң атҡанда,
айырылышҡан саҡта,
Ҡулдарыңды ҡуям ҡулыңа…”
— Маһира менән осрашып, хушлашҡан саҡтарыңды иҫләрһең, — тип өҫтәп ҡуйҙы аҙағынан.
Маһира ҡыҙарып, бүртенеп, иренә ҡараны ла:
— Һин ҡасан мине оҙаттың? Иҫләмәйем. Икенсе ҡыҙ менән таң атҡансы оҙатышып йөрөгәнһеңдер, моғайын. Юлдыбай ҡайҙан белә? — тине.
Сәлимйән бөтә зал аша:
— Мин белмәйем улайтып оҙатып йөрөгәнемде. Һин, Юлдыбай, бушты һөйләмә! – тип ҡысҡырҙы. Барыһы ла көлөштө, быны шаяртыу тип ҡабул итте. Тағы ҡотлауҙар, йыр, бейеү…
Юлдыбай менән Мәүлиханы өс көндән тағы бер юбилейға саҡырҙылар. Был юлы өлкән йәштәге апайҙың тыуған көнө ине. Мәүлиха әҙерләшәм тип алдан китте.

Юлдыбай сәғәткә ҡараны ла, үҙ алдына көйләй-көйләй, кейенә башланы. Болдорҙа кемдәрҙеңдер һөйләшкәне, аяҡ тауыштары ишетелгәнгә йүгереп сыҡһа, ҡаршыһында төҫө ҡасҡан Сәлимйән менән ҡашын төйгән Маһира тора. Юлдыбай һәр саҡтағыса ихласлыҡ менән ҡунаҡсыллыҡ күрһәтергә әҙерләнде.
Һытыҡ сырайлы Сәлимйән бармаҡ янап:
— Докажи: мин ҡасан Маһира менән таң ҡаршыланым? — тип екеренде.
— Ә мин ҡайҙа, ҡасан таң атҡансы йөрөгәнмен? Хәҙер үк әйт! — тип сәрелдәне Маһира.
Был икәү тын да алдырмай теҙеп алып китте. Хужаның ауыҙын да астырмайҙар, уның һүҙҙәренә ҡолаҡ та һалмай һүгәләр генә.
— Минең өс көн йоҡлағаным да, ашағаным да юҡ! Давлением күтәрелде, — ти Сәлимйән.
— Мин, һинеңсә, уйнашсымы? Тоттоңмо мине? – тип ҡысҡыра Маһира.
Юлдыбайҙың башы шаңҡыны, күҙ алдары томаланды, тыны ҡыҫыла башланы. Йә Мәүлихаһы юҡ янында.
— Белмәнем былай икәнегеҙҙе. Ҡырҡ йылдан ашыу ҡатышып йәшәгәндән һуң нимә таптыраһығыҙ… Йыр бит ул! Хөрмәт йөҙөнән йырлағайным… — тигән булды ғәйепле балалай.
— Лутсы килмәһәң! Бөтә халыҡ алдында хур иттең беҙҙе шул йырың менән…
Маһира, үҙенең яһиллығына үҙе маһайғандай, аяҡтарын киреп баҫты ла, иҙәнгә бер төкөрөп, ишеккә йүнәлде.

Ҙур эш башҡарғандай, Сәлимйән күндәм генә ҡатынының артынан эйәрҙе.
Юлдыбай башын тотоп ултырҙы ла ултырҙы. Ҡапыл телефон шылтырағас, һиҫкәнеп китте.
— Юлдыбай, һине көтәбеҙ, тиҙ бул, — тип Мәүлиха ирен ашыҡтырҙы. “Ҡабат йырлаһаммы!” —тип ир кеше йәһәт кенә урамға сығып автобус туҡталышына ашыҡты.
Ә ҡолағында моң сыңланы:
“Хәтерлә һин татлы
минуттарҙы,
Шул хистәрҙе ал һин
юлыңа….”
Рәсимә Айсыуҡова.
Читайте нас в