2023 йыл Рәсәйҙә Халыҡ-ара диңгеҙ йылы булыуы ихтимал. Бындай тәҡдим менән Владимир Путинға РФ-һының транспорт министры Евгений Дитрих мөрәжәғәт итте. Ил етәксеһе фекеренсә, был яҡшы идея. Әммә Президент ҡарар ҡабул итер алдынан саралар календарен ҡарарға кәрәклеген дә билдәләне.