Шоңҡар
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
9 Ноябрь 2020, 23:55

Земфираны аптыраталар бит!

Нисек инде үҙ балаларыңды төрлөсә яратырға мөмкин?

Ғәжәп беҙҙең халыҡ. Бигерәк тә кешенең ғаиләһе менән ҡыҙыҡһынабыҙ. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Земфира Байбулдинаны Сафияға бәйле һорауҙар менән аптыраталар. Ошо көндәрҙә сәнғәт йондоҙо инстаграм битендә ҡайһы бер әҙәмдәрҙең мәғәнәһеҙ һорауҙар биреүе хаҡында былай тип яҙҙы. “Минән йыш ҡына, Рәдиф Сафияға ҡарата ниндәй мөнәсәбттә, уны ла Камила менән Нурсолтан кеүек яратамы, тип һорап аптыраталар, – тип яҙҙы. – Бына ошондай кешеләргә нисек яуап бирергә тейешмен икән? Бәлки, миңә лә, ә һеҙ ҡайһы балағыҙҙы нығыраҡ яратаһығыҙ, тип һорарға кәрәктер? Һәм улар нимә тип яуап бирер? Был бит бер кешенең генә һорауы түгел, күптәр шулай ти. Нисек инде үҙ балаларыңды төрлөсә яратырға мөмкин?Сафия беҙҙең өсөн ғәҙәти бала һәм беҙ бер ҡасан да уға әҙерәк иғтибар биргәнебеҙ юҡ. Улай итергә уйға ла инеп сыҡмай. Шундай һүҙҙәр бар бит: бармаҡтың ҡайһыһын тешләһәң дә, бер төрлө ауырта. Бында ла шулай: бөтә өс балабыҙ ҙа беҙҙең киҫәктәребеҙ, мөхәббәтебеҙ емештәре.
Рәдиф менән Сафияның мөнәсәбәте ғәжәп яҡшы Айырыуса хәҙер Сафияның атаһына айырым ҡыҙыҡһыныу һәм мөхәббәте тойғоларын белдерә башлаған йәше етте. Ул атаһын гел көтөп ала, оҙаҡ ҡайтмай торһа һораша, оҙаҡ итеп уны ҡарай, өйрәнә. Рәдиф уға шулай уҡ яуап бирә. Башҡаса нисек булырға мөмкин һуң?”
Читайте нас: