Шоңҡар
+21 °С
Облачно
Общие статьи
13 Ноября 2020, 09:50

Бүләк оторға теләһәң?

Бының өсөн нимә эшләргә кәрәкме?

14 декабрҙә билдәләнгән Башҡорт теле көнөнә уңайынан «Vibeргә» интернет-конкурсы старт алды.
Уның маҡсаты – социаль селтәрҙәрҙә башҡорт телендәге контентты, башҡорт теленә, башҡорттарҙың тарихына, шәжәрәһенә ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыу.

Ҡатнашыусыларҙың йәше сикләнмәй. Улар 2020 йылдың 7 декабренә тиклем Бәйләнештә һәм Instagram селтәрҙәренә үҙҙәренең ижади эштәрен һалырға тейеш. Ике номинация тәҡдим ителә – «Башҡорт телендә иң яҡшы открытка» һәм «Башҡорт телендә иң яҡшы вайн». Шарттар менән @bashkort_postcards һәм @bashkort_vine аккаунттарында танышырға мөмкин.

Популяр башҡорт вайнерҙары, блогерҙары һәм башҡаларҙан торған жюри баһалары буйынса номинацияларҙа еңеүселәр билдәләнә. Аҡсалата бүләк — 3 меңдән 50 мең һумға тиклем.

Читайте нас