“Үҙе ҡыйбатлы итальян бутиктарында кейенә, ә балаларына ҡытай әйберҙәрен ала”. Күптән түгел “Меркурий” баҙарында йөрөгәндә Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Земфира Байбулдинаға шулай тип әйткәндәр. Был хаҡта сәхнә йондоҙо инстаграм селтәрендә яҙа. “Әммә быға иҫем китмәй, – ти Земфира. – Унда ла сифатлы, шул уҡ ваҡытта арзан кейем табырға була. Унда хаҡтар күпкә осһоҙораҡ. Икенсенән, балалар тиҙ үҫә, шуға ла ҡыйбатлы әйбер алыуҙың мәғәнәһен күрмәйем. Хатта 2 – 3 айҙан һуң алған кейемдәре лә ярамауы ихтимал”.