Шоңҡар
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
19 Ноябрь 2020, 21:20

Асҡар Плюшкины

Берҙән-бер көн, Кәпәс әбей үлеп ҡалған, тигән хәбәр ишетелде.

Халыҡ кемгә лә булһа ҡушамат йәбештерергә әүәҫ. Ҡайһы ауылға ғына барһаң да, исеменә өҫтәп ҡыҙыҡлы атамаһы булған (бәғзе мәл ул әҙәм балаһының фиғеленә тап килеп тора бит әле) кешене осратаһың.
Бөтә ил Бразилия, Мексика сериалдары менән мауыҡҡан мәлдәрҙә Ишҡол ауылында, мәҫәлән, күпселек әлеге сериал геройҙарының исем­дәрен йөрөтә ине. Бер һауынсыға “Байҙар ҙа илай” кинофильмынан Эстер исемен таҡ­ҡандар. Былай сибәр генә йәш ҡатын инде ул Эстер, әммә, хәтерләһәгеҙ, холҡо аламараҡ. Һауынсы ғәрләнгәндер инде, илап ауыл түрәһенә килгән.
– Ағай, миңә Эстер тип әйтәләр, эшкә йөрөмәйем башҡаса, – ти икән был.
– Эй-й-й, һеңлекәш, юҡҡа көйә­ләнәһең, бына миңә “Фюрер” тиҙәр. Бер ҙә иламайым бит, – тигән түрә.
Һауынсы тынысланып сығып киткән, эшен дә ташламаған. Ә лаҡап әле булһа йөрөй.
Район үҙәге Асҡарға күсеп килгәндә миңә туғыҙ йәш тирәһе ине. Ул саҡта Асҡар – ыҡсым ғына ауыл, бар халыҡ бер-береһен белә. Күбеһе ҡушаматлы. Хәтеремә иң ныҡ уйылып ҡалғаны – Кәпәс әбей (Шапка-бабка), Йөн табан. Бер ваҡыт әсәйемдән: “Ул Йөн табан апайҙың табанына йөн үҫкәнме?” – тип һораным. Баҡтиһәң, был дүрт-биш ҡатын-ҡыҙҙы берләштергән дөйөм ҡушамат икән…
Кәпәс әбей тарихы үҙенә башҡа. Ҡайҙандыр ситтән килеп урынлашҡайны ул, милләтен дә аныҡ әйтеп булмай: мишәрме, татармы. Исеме, яңылыш­маһам, Миңйыһан ине буғай. Хәйер, уны берәү ҙә исеме менән йөрөтмәне. Өйө төртһәң ауырға тора, бәләкәс кенә, ярым емерек, баҡса-фәләне лә юҡ. Соландың урам яҡҡа ҡарап торған яғында – кескәй генә тәҙрә. Ана шул тәҙрәнән Кәпәс әбей көнө-төнө араҡы һатты. Өйөнөң ике яғында ике түрәнең ҙур, күркәм йорттары: береһендә – КПСС район комитетының беренсе секретары, икенсеһендә район Советы башҡарма комитеты рәйесе йәшәй. Әбейҙе йәлләгәндәрме, енәйәтсел шөғөлөн бөтәһе лә белде, әммә үҙен хөкөмгә тарттыр­ғандары булманы. Ә бит ул йылдарҙа ҡанундар ҡаты ине. Әбей, тинем, бәлки, улай уҡ оло ла булмағандыр Миңйыһан, сөнки 25-30 йылдан һуң да шул уҡ ҡиәфәттә ине: өҫтөндә йәйен дә, ҡышын да туҙып бөткән йылы фуфайка, аяғында – табанлы быйма, башында – ике ҡолаҡсыны ике яҡҡа һалпайып торған иҫке ирҙәр бүреге. Үтә һыуыҡ көндәрҙә Кәпәс әбей (ҡушамат уға әлеге сәйер бүрек арҡаһында тағылғандыр, моғайын) фуфайка тышынан алама ғына шәлен уратып бәйләй. Ул нисек туҡланғандыр, ятыр түшәге ни хәлдә, һауыт-һабаһы, өй эсе ниндәй булғандыр – берәү ҙә белмәй, сөнки Кәпәс әбей кеше менән аралашманы.
Берҙән-бер көн, Кәпәс әбей үлеп ҡалған, тигән хәбәр ишетелде. Яҡында ғына Магнитогорск ҡалаһында бер туған ҡустыһы ғаиләһе менән йәшәгән икән. Улар ҙа килгән, тинеләр. Күрше-күләне, таныш-тоношо ла йыйылғандыр, үлем хәле бығаса бер-береһен белмәй-күрмәй йөрөгәндәрҙе лә бергә туплай бит. Бөтәһен дә аптыратҡаны шул булған: өйҙә һыйыр мөгөҙөнә элерлек тә әйбер юҡ, имеш, уның ҡарауы бүрәнә ярыҡтарында, һике эсендә, ишек, тәҙрә баштарында, бөтә ярыҡ-йороҡта уҡма­шып бөткән ҡағыҙ аҡсалар табылған. Улар араһында хатта 1961 йылғы реформаға тиклемгеләре лә булған, имеш. Күпселеге бөтөнләй эшлектән сыҡҡан. Өйҙәге ризыҡ ҡалдығына ҡарағанда, әбей бик насар туҡланған булған. Мин ҡайһы ваҡыт уны кибеттә осрата инем, сәй-шәкәрҙән башҡа әйбер алғанын күргәнем булманы.
Ниндәй маҡсат менән аҡса йыйҙы икән һуң ул бисараҡай? Әллә күпме ҡарғыш-ҡәһәр ишеткәндер, моғайын, эскеселәрҙең ғаилә ағзаларынан, һис юғы ни өсөн әҙәмсә ризыҡланып, әҙәмсә кейенмәне икән, тигән уй килә башыма. Ирекһеҙҙән бөйөк Гоголдең Плюшкины хәтергә килә. Тимәк, әлеге образ “күктән” алып яҙылмаған…
Хәҙер “кәпәс әбей”ҙәр ишәйҙе, улар һәр ауылда, һәр урамда рәхәтләнеп үлем сәскән спирт, көмөшкә менән һатыу итә. Ҡанундар ҙа йомшарҙы, һәр хәлдә тыйылған спиртлы эсемлектәр менән сауҙа итеүсегә ҡарата бер ниндәй сара ла күрелмәй. Миңйыһан ҡар­сыҡтың араҡы­һынан халыҡ бөгөнгөләй ҡырылмай ине, күрәһең, сифатлыраҡ булғандыр. Бөгөн иһә “кәпәс әбей”ҙәр, Ғазраил ише, һәр ауылда йылына тиҫтәләгән ғүмерҙе ҡыя. Улар ҡулынан һәләк булыусыларҙың күбеһе – йәштәр…
Гөлшат Әхмәтҡужина.

Читайте нас: