Шоңҡар
+3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
19 Ноябрь 2020, 21:00

ЕҘНӘМ ХИКӘЙӘ

– Айбулат еҙнәм!.. Эстәге ҡатын телһеҙ ҡалды, шикелле. Мин дә әйткәнемдән шаңҡып торған арала, ҡайҙандыр, өйҙәнме, кәртә яғынанмы, ҡараңғылыҡтан пәйҙә булған берәү, ҡапыл беләгемдән тотто:– Балдыҙ?

Миләүшә Ҡаһарманова
Көн оҙоно илап ятам, миндә берәйһенең эше булһасы. Ысынында иламайымда инде хәҙер, туйҙым, күҙ йәштәре лә сыҡмай, көсәнһәм дә. Башта апайым әүрәткән, әсәйем йәлләгән саҡта илауы ла рәхәт ине. Хатта «анау» (исемен әйткем килмәй) килеп арҡамдан ҡағып, сәсемдән һыпап маташҡанда ла ярһығы ғына килгәйне. Аҙаҡ мине оноттолар. Әсәйем асыуланырға ла уйлай башланы әле. «Тор! Өй тулы кеше, әҙәм ҡаратып аунап ятма», – тип үтте. Торһам еңеләм инде, тормаһам әллә күпме нәмәне күрмәй ҡалам.
Апайым кейәүгә сыға бит бөгөн! Шуға илайым, шуға ҡайғырам. Сыға инде, «анау» килеп тик йөрөй бит йәнде көйҙөрөп. Сәскәләр алып килгән була. Ундай сәскәне мин апайыма үҙем дә йыйып бирә алам. Кәрәк булһа бер арба итеп өйөргә була, үҙебеҙҙә үҫә лә инде. Бүләк иткән пудраһын да күрҙем, йоморо ҡумтала он һымаҡ нәмәкәй. Биткә оҙаҡ һөртөп торһаң ашағы килеп китә, еҫе тәмле генә. Тыуған көнөнә тигән алҡаһы ла матур… тик барыбер апайымды бирге килмәй. Кистәрен скамейкала бергә ултырғандарында ҡарап ҡына торам да, апайымдың яурынына ҡулын һалһа шунда уҡ беләген этеп төшөрәм. Һалмаһын! Уны мин генә ҡосаҡлай, мин генә һөйә алам. «Балдыҙым уҫал», – тигән була, кәнфит менән әүрәтмәксе, аҡса бирмәксе. Алмайым. Ҡаршы тау ҙурлыҡ алтын бирһә лә мин уға апайымды…
Никах уҡый башланылар! Ипләп кенә тороп түрбаш яҡта шымып ҡалған ҡатын-ҡыҙ араһына инеп китәм. Оло яҡта ағайҙар өҫтәл тирәләй теҙелешеп ултырып, һаҡаллы мулланы тыңлайҙар. Мулла оҙаҡ ҡына йырлағас, ҡара-ҡаршы ултырғандарҙан «Риза, риза» тип әйттерҙе лә, тағы ла нимәләрҙер тип битен һыйпаны. Башҡалар ҙа шулай иткәс, был яҡтағы апайҙарға ҡушылып мин дә «әпәр» иттем. Унан апайымды ҡотлай башланылар. Инәйҙәр «Кейәү ҡотло булһын!» тигән булалар. Булмаһын әйҙә. Яратмайым шуны!
Торараҡ һый-хөрмәт араһында яҙылған да киткәнмен. Ҡоротло бишбармаҡ ашап алып, ҡыҙ бирешергә эйәреп килгән балалар менән уҙышып кәнфит ҡағыҙҙары йыйғанда мине йәштәрҙең кәләште юғалтып шау-шыулап алып китеүҙәре һиҫкәндереп ебәрҙе. Тамаҡ туйҙырып йөрөйөм, ә унда апайым юғалған! «Юғалған» тиһәләр ҙә берәү ҙә артыҡ ҡайғырмай, киреһенсә һунарға сығырға атлыҡҡан эттәр шикелле ашҡынышып торалар. «Теге» лә иптәш егеттәре араһында ауыҙын ҡолағынаса йырып алған да, ҡулы менән ул-был яҡҡа әйҙәп, эҙләп китеү йүнәлешен самалай. Бик мәшғүл булһа ла минең яндыра ҡарап тороуымды аңғарҙы әле, «Әйҙә, эҙләргә», – тип саҡырып, етәкләргә усын һуҙа. Шунан етәкләтеп торам тей! Эргәһендәге апайҙы юғалтып ултыра. Аңра. Мин янында булһам бер күҙ яҙҙырмаҫ инем. Тупылдата баҫып тегенең алдынан төшәм. Шулай ныҡ юғалһа ла юғала икән кеше. Мин күпме уйнаһам да улай юғалмайым, кис төшөүен аңғарыу менән өйгә һыпыртам. Был апайым нимәгә улай юғалып ҡуйҙы икән? Әллә «мынан» йәшенгәнме? Ай-һай шулайҙыр ул.
Ауылдың әллә нисә йортона инеп тентеү үткәргән апай-ағайҙарға эйәреп йөрөгәндә шулай уйлап ҡара янам. Ингән йорттарҙа беҙҙе алдаштырып ишектәрен асмай, кейәүҙән («мыны» шулай тиҙәр) аҡса таптырып йонсоталар. Еңгәләр менән тартҡылашыуҙан хәлдән тайған, унда-бында йә бүләге, йә аҡсаһы талап алынған, әммә шунда ла ныҡышып йөрөп кәләшен эҙләгән «бы»ға ҡарата күңелемдә йәлләүме, әллә шуның кеүегерәк башҡа төр йылы хисме уянырға итеп ҡыбырлапҡыбарлап ҡуя, тик мин яһилланып һиҙмәмешкә һалышам.
Ниһайәт апайҙы таптыҡ. Сәпсим йылға аръяғындағы инәйҙәрҙең өйөндә булған. Башта ҡапҡаға, унан һаманда әлеге ишеккә сауҙалашып сыр-сыу килдек. Кейәү егеттәре төйөнсөктәрендәге аллы-гөллө яулыҡтарын да, йәшелле-ҡыҙыллы аҡсаларын да таратып бөтөргә мәжбүр булды. Тупһа төбөндә геүләшеп, көлөшөп, таҡмаҡлап бейеп туйғандан һуң ғына ишек асылып китте. Инеп барған «теге»нең артынан мин дә йомолғайным, танауым төбөндә генә «шап» иттереп япты ла ҡуйҙылар. Башта «мине күрмәйһегеҙме әллә» тигән ҡиәфәттә башымды күтәреп йоҙаҡ һалып тороусыларға аҡайта ҡарап ебәрҙем. Тик уларың хи-хи лә ха-ха, мине бар тип тә белмәйҙәр. Асыуланып йоҙороҡлап ишекте туҡмай башланым, ҡулымды тотҡайнылар - тибәм. Ахырҙа күтәреп үк алып киттеләр.
«Апай, апай, мин бында!» тип ҡысҡырһам ауыҙымды баҫалар. Хәлемдән килгәнсә тыпырсынып ҡаршылашам: тешләйем, сапсыйым. Миңә бит быларҙан ысҡынып апайымды ҡотҡарырға кәрәк! Уны бит бикләп ҡуйҙылар… «анау» менән! Ну… Айбулат! (тәүге тапҡыр эстән булһа ла еҙнәмдең исемен атайым). Сығырһың әле, кәрәгеңде бирәм!
Үҙебеҙҙең ихатаға ҡайтҡас, үсемде кемгә төшөрөргә белмәй үрле-ҡырлы йөрөгәндә «теге»нең лапаҫ аҫтында торған матайы күҙгә салынды ла, боролорлоҡ бөтә нәмәләрен дә борғослағас та һарыуым баҫылмай, ерҙән услап тупраҡ алып бензин багына ҡойҙом да ҡуйҙым. Унан бакты кире ҡапҡасы менән ябып китеп барҙым. Икенсе көн уянһам кисәге ҡунаҡтар ҡайтып бөткән, ә «теге» әлеге матайын тиреп һалып өҫтөнә эйелгән. Уға күрше ағайҙар ҡушылған, бөтәһенең дә ҡулдары ҡап-ҡара майҙа. Апайым эргәләге бүкәнгә ҡунаҡлаған да «теге»нән күҙен ала алмай ҡарап ултыра. Был күренештән кәйефем тамам китеп,«яҡшы булған» тип тантана итеп өлгөрмәнем, әсәйем:
– Кем улайтып этләшеп йөрөргә мөмкин? Күреп ҡулын өҙөп алырға ине шуның, - тип һуҡранғанынан битемә ут ҡаба ла, йәшерен генә «теге»гә күҙ һалам. Ә ул шул һүҙҙәрҙе генә көтөп торғандай башын күтәрә лә туп-тура миңә ҡарай.
Ах! Ул бит белә! Минең эш икәнде! Ҡурҡышымдан манма тиргә төшәм. Әйтә инде! Хәҙер әйтә лә минең кәрәкте бирҙерә. Беҙ бит – «дошмандар». Ошо яуызлыҡты көтөп торғанымда был шаян йылмайып:
– Эх, балдыҙымды матайҙа елдертеп йөрөтөрмөн тигәйнем, – тимәһенме. Ғәрлегемдән боролдом да өйгә елдерҙем.
Атайһыҙ икәнлегемде тоймаһам да, атайлы ғаиләләрҙә нимәлер икенсерәк икәнлекте аңлайым. Шунлыҡтан еҙнәмдең (хәҙер мин уны шулай атайым, дөрөҫөрәге әсәйем «һыҙырыу» менән янап шулай тип кенә өндәшергә ҡушты) башҡа балалар янда булғанда килеп һүҙ ҡушыуы оҡшай. Ат эсерә барғанда йыуаш бейәһенең киң арҡаһына атландыра ла, яйлап ҡына йөрөтөп алып килә. Мин түбәндә йәнәшәнән тәпәйләгән малайҙарға һауалы ғына ҡарап барам. Әүһәләгенә лә бик ҡәнәғәтмен. Атынып эйеп һауаға тиклем осорға була. Көйәнтәгә тип муйыл киреп ҡуйҙы әле, киләһе килеүемә кибеп торор тине. Улар апайым менән күрше ауылда йәшәйҙәр, быйыл уҡырға барып, киләсәктә дүртте тамамлағас мин дә уларҙа торасаҡмын, беҙҙә мәктәп тик башланғыс ҡына.
Мин хәҙер еҙнәмде күрә алмайым түгел, киреһенсә, күргем килеп тик тора. Был хистәрем ни арала улай төптө икенсе яҡҡа әүеп киткәндер, ҡай арала ул мине шулай сихырлап алғандыр – белмәйем. Апайымдан бигерәк уны һағынам. Мәктәптән ҡайтам да әсәйемдән: «Еҙнәмдәр килмәйме әле?» тип һорайым. «Ураған һайын ҡотороп йөрөй алмайҙар инде, ял көнгә бер кискә генә килә һалып китербеҙ тигәйне апайың», – тигәндән ҡанатланып, буяу ҡәләмемде төкөрөкләп календарҙағы былай ҙа ҡыҙыл ялды тағы ла ҙурайтыңҡырап ҡуям – күренеңкерәп торһон.
Беренсе класты тамамлағанда апайымдар беҙгә бәпәй менән килде һәм шул ҡусты шатлығынан еҙнәм миңә сәпит һатып алған ине. Бәхеткәйҙәрем! Бәпәйҙән бигерәк сәпиткә ҡыуандым, шикелле.
Әсәйем:
– Аташландырып шуны, малайҙар нәмәһе алып, – тип асыуһыҙ ғына һуҡранырға уйлағайны ла, еҙнәм:
– Беҙҙең Әминәнең характеры егеттәрский бит, ҡәйнәм, ҡурсаҡ тотмай ул, өй төҙөмәй, әйҙә бер нәмәгә әүрәһен, – тип тиҙ генә ыңғайға һапланы ла ҡуйҙы. Ул арала мут ҡына итеп миңә күҙ ҡыҫты. Ризалығымды белдереп күҙҙәремде селт-селт йомдом, күҙ ҡыҫа белмәйем бит һуң, икеһе лә бергә ябыла ла ҡуя. Унан ҡолай-ҡолай ул сәпиттә йөрөргә өйрәнеүҙәрем. Терһәк-тубыҡтар туҙһа туҙҙы, малайҙарҙан ҡалышманым, ултырғысына менеп ултырырға буйым етмәһә лә, ике тимере араһына баҫып алып тәпәйҙәрен әйләндерәм генә. Быҙауҙарҙы, ҡаҙҙарҙы шуны менеп эҙләп алып ҡайтам хәҙер. Телде арҡыры тешләп сабаһы түгел, рәхәт.
Дүртенсене тамамлап еҙнәмдәргә күсенеп китеү минең өсөн ҙур байрам булды. Ауылдан балалар илашып китә торған булһа, мин иһә сумаҙанымдан алда матай арбаһына төшөп тә ултырҙым. Ҡапҡа төбөндә оҙатып ҡалған әсәйем алыҫайып барып бер нөктәгә әүерелгәс тә, арбанан еҙнәмдең артына үрмәләп, башымдағы яулығымды һыпырып төшөрөп, сәстәремде елгә туҙғыттым:
– Еҙнәй, шәберәк ҡыу! – Еҙнәм ҡылығымдан көлөп килә, тиҙлекте шәбәйтә. – Тағы ла шәберәк! – тип ҡысҡырам ауыҙ ҡыуышлығымды ел салшайтҡанда ла. Шулай беҙ туҙан уйнатып, күкрәк ситлегемдән йөрәгем ысҡынып оса яҙғансы матайҙа елдерҙек. Был ваҡытта апайымда ике малай ине инде. Шуларҙы бағып, аш-һыу араһында булашып, мал-тыуар ҡарашып үтә бында уҡыуҙан тыш ваҡытым. Апайым күберәген балаларына сырмалып ултыра. Шунлыҡтан күп кенә тыштағы эштәрҙе еҙнәм иртәнсәк сығып киткәндә миңә төбәп әйтеп китә. Ул ҡушҡанса итеп кенә башҡарып ҡуям. Ҡайта ла маҡтап ташлай. Беҙ апайым менән һүҙгә һараныраҡ, йомоғораҡ кешеләр булғас, ундай матур һүҙҙәрҙе таба ла белмәйбеҙ. Ә ул шундай килешле, урынлы ғына итеп әйтә. Дәрестәремде эшләй алмай туҙынғанда ла, еҙнәм, апайым асыуланмаҫлыҡ, мин үсекмәҫлек итеп һөйләшә белә. Ахырҙа дәрес тә эшләнә, беҙ ҙә дуҫ. Шулай уҡ минең мәктәптәге йыйылыштарыма ла ул йөрөй. Малайҙар менән һуғышып-фәлән киткәндә лә апайым шикелле «үҙе лә тик тормай» тип кенә ҡуймай, ә барып теге шилмаларҙы күреп һөйләшеп ҡайта. Апайыма «Атайһыҙ, етем тип ҡыйырһытып өйрәнмәһендәр» тигәнен үҙем ишетеп ҡалдым әле.
Мин алтыға бара торған көҙ апайым өсөнсөгә бәпәй алып ҡайтырға әҙерләнде. «Еҙнәңә, әллә, ҡыҙ табып бирһәм»,– тигән була инде серҙәш итә башлаған миңә. Миңә ни – барыбер, малайы ла, ҡыҙы ла, кем әйтмешләй, шул бәйнәт инде, ҡарашырға кәрәк. Апайым бындай хәлдә булғас тағы ла йүгерә-саба торған хеҙмәт минең елкәлә. Бер көн эңерләтеп кенә ҡайтмай ҡалған һарыҡ бәрәсен эҙләп йөрөйөм. Мал тауышы сыҡҡандай бөтөн ерҙәрҙе лә ҡараным инде. Күберәген кешеләрҙең кәртә-ҡураһы булған яҡтан – арттан үтәм. Берәүҙәрҙең ялан кәртәһе тәңгәлендәге тар ғына тыҡрыҡтан килә инем, бәйле торған атты танып иғтибар иттем. Мин кәртәгә яҡынлап, тәртә араһынан ҡулымды һонғас, ат та танып, бышҡыра-бышҡыра ынтылды. Еҙнәм менеп йөрөгән һоро айғыр ҙа һуң. Тура килгән һайын шаҡмаҡ шәкәр ҡаптырып өйрәткәнмен. Тик был ат бында нишләй икән, уны еҙнәм генә йөрөтә ине лә. Һәм был йортта кемдәр йәшәй? Еҙнәм уларға туҡтағанмы икән?
Аптыранып ҡарана биреп торҙом да, аттан яуап алып булмаҫын аңлағас, үҙ юлым менән киттем. Бәрәсте табып алып ҡайтып бикләнем дә, өйгә инер-инмәҫтән:
– Еҙнәм ҡайттымы? – тип һорайым. – Юҡ, - ти апайым кәйефһеҙ генә, – әле өс көнө бар. Нишләп?
– Былай… – Шул ваҡыт мине ниндәйҙер аңлайышһыҙ һиҙемләү ат хаҡында һүҙ ҡуҙғатыуҙан тыйҙы. Ҡатын-ҡыҙ һиҙемләүе булған икән ул.
– Оҙаҡ шул, ферма күсеп ҡайтһа былайтып ҡуна йөрөмәҫ ине лә, - ти апайым сытырайып. – Уф-ф, ауырытырға уйлай әллә, ваҡытым бар бит әле…
Төн ныҡлап төшөүгә апайым ысынлап ауырып китте. Билен баҫып ишекле-түрле кәлеп һуға. Ахырҙа мине фельдшерға йүгертте. Барып уны саҡырып ҡайтып килгәндә, апайымдың ыңғырашҡан һайын: «Айбулат ҡайтып өлгөрмәне бит әле… Айбулат юҡ…» тип өҙгөләнгәне иҫемә төштө лә, ниндәй шйтан ҡотортоуына эйәрептер, теге ат торған йортҡа ҡарай киттем. Барып тыҡрыҡҡа сығып торған тәҙрәһенә таяҡ менән үрелеп туҡылдаттым. Бер шаҡыным, ике.
Эстән ҡатын-ҡыҙ тауыш бирҙе: «Кем бар унда?» Бик ҡыйыу килһәм дә, быны ишетеү менән тороп ҡасырға ла уйлағайным, әммә өндәшергә көс таптым:
– Мин!
– Һин кем ул?! Нимә кәрәк?! – ти был асыуланып.
– Айбулат еҙнәм!.. Эстәге ҡатын телһеҙ ҡалды, шикелле. Мин дә әйткәнемдән шаңҡып торған арала, ҡайҙандыр, өйҙәнме, кәртә яғынанмы, ҡараңғылыҡтан пәйҙә булған берәү, ҡапыл беләгемдән тотто:
– Балдыҙ?..
– Апай ауырый, – тип кенә әйтә алдым еҙнәмде танығас, иҫемә килгәндә өйгә сабып ҡайтып еткәйнем инде. Күктән төшкән бәхет булып ҡайтып ингән еҙнәмә апайымдың ҡыуанғанын күрһәгеҙ. «Һиҙендеңме, Айбулат, күңелең һиҙҙеме?» – ти ҙә һорай, ти ҙә һорай үҙен юлға әҙерләшкән еҙнәмдән. Тегеһе көсәнеп йылмайып башын ғына һелкә ала.
Ҡайҙа булған таҫма теле? Ҡабаланып уны-быны сумкаға тултырған арала еҙнәм ике күҙен тултырып миңә ҡарап ебәрә. Ҡарашы бахырҙың! Хужаһының төшкө ашҡа тигән икмәген урлап ашаған эттеке кеүек. Йә үлтерәһең, йә ҡалдыраһың, тип, тилмерә. Мин ҡатылығыма барып күрмәмешкә һалышам. Ул ҡарашымды тоторға итә, хөкөмөмдө көтә. Өндәшмәнем. Унда ла, унан һуң да. Еҙнәм бик ауыр кисерҙе быны. Ҡаты ауырыу үткәргән кеүек булып барып саҡ «һауыҡты». Ә мин бөтөн был хикмәтле хәлдең төбөндә ниндәйҙер ярамаған нәмә барлығын тойомланым. Шул ғына.
Апайым тағы ла малай тапты. Туптай йомороланып, ҡулда һәлмәк кенә ауырлығы булған бәпәйҙе йыуындырышып йөрөгәнемде ҡарап күҙәтеп ултырған еҙнәмә апайым ғәйепле тауыш менән:
– Ҡыҙ булманы инде, һин ҡыҙ бала яратаһың бит, – тип ҡуйҙы. Шунда еҙнәмдең әйткәндәрен һис тә онотмайым.
– Ҡыҙыбыҙ бар ҙа инде, – тип эйәге менән миңә ымланы ла, уйынлы-ысынлы итеп, – һиңә оҡшап уҫал, миңә оҡшап егәрле, – тип ҡуйҙы. Ысынлап та, был ауылда мине «Айбулаттың ҡыҙы» ти ҙә ҡуялар бит. Һе, «Айбулаттың ҡыҙы»… Былай, оҡшай. Бынан ары ла, инде үҙем аңлаған һәм иҫләгән ғүмеремдә, мин еҙнәмдән аҙ яҡшылыҡ күрмәнем. Ул минең өсөн атай ғына түгел, терәк тә, таяныс та булды. Бошонған саҡтарымда сәсемдән һыйпап йыуата, яңылышҡанымда дөрөҫ йүнәлеш бирә, артыҡ шашынғанымда тынысландыра, мохтаж сағымда ярҙам ҡулы һуҙа, әүрәтә, күндерә һәм күңелемде үҫтерә белде. Апайым аңлай алмаған саҡтарымда ла хәлемде төшөндө, йөрәгемдәген тоя алды. Эскерһеҙ, атайҙарса яратты ул мине. Ә мин уны...
Бөгөн ул мине кейәүгә бирә. Никахтан һуң табында һуҡмышлаған. Әллә шуның шауҡымынан, әллә башҡаһынан ике күҙенән йәштәре субырлап ҡойолоп ултыра. Иркеһеҙҙән үҙемдең улар никахындағы хәлем иҫемә төшә лә: – Шулай, еҙнә, донъя алмаш килә, – тип көләм. Ә уның телендә тик бер һүҙ:
– Балдыҙымды… балдыҙымды алып китәләр…
Эй, еҙнәм. Еҙнәм – еҙ төймәм.
Читайте нас: