Башҡортостандың ҡаҡланған дөйәғош ите төбәк бренды булып, республиканы бөтә илгә таныта аласаҡ. Ул Беренсе милли төбәк брендтары конкурсында ҡатнаша. Әйткәндәй, тапшырылған заявкалар һаны буйынса Башҡортостан тәүге урындарҙа. Беҙҙән 26 аш-һыу өлгөһө тәҡдим ителә. Республиканың Ауыл хужалығы министрлығында бәйгелә ҡатнашҡан башҡорт тауарҙарының бик үҙенсәлекле булыуын билдәләйҙәр.
Ә иң ҙур ҡыҙыҡһыныуҙы дөйәғош ите тыуҙыра. Улар Ғафури районында “Мөғжизәле дөйәғош” фермер хужалығында үрсетелә.
"Уларҙы көнөнә ике тапҡыр ашатабыҙ. Иртән килгәс, бинаны йылытабыҙ - ҡоштарға йылы кәрәк. Артабан уларҙың йөрөгән урынын йыйыштырабыҙ. Билдәле ваҡытта ашатабыҙ, һәр ваҡыт таҙа һыу һалып торабыҙ, һауыттарын йыуабыҙ", – ти был хужалыҡ асылғанын алып эшләгән Альбина Йәнбәкова.
Был ферма зоопарк кеүек тә. Унда килеп экзотик ҡоштарҙы ҡарарға, һыйпарға, ашатырға, фотоға төшөрөргә мөмкин. Бында экскурсиялар ойошторола, деликатестар менән һыйлайҙар. Шашлыҡ, ҡаҡланған дөйәғош ите, ҡурылған йомортҡа тәмләп ҡарарға була. Шулай уҡ эксклюзив сувенир эштәр һатып алырға мөмкин. Һәм бына ошо үҙенсәлекле аш-һыуҙы бәйгегә тәҡдим итеп ҡарарға булғандар.
“Мөғжизәле дөйәғош” хужалығы етәксеһе Виталий Смирнов та был башланғысты бик уңышлы тип иҫәпләй, еңеүгә ышана.
"Бында сифат ҡына түгел, ә тауарҙарыбыҙҙың үҙенсәлекле тәме мөһим. Беҙҙең тәбиғәт, урмандар, яландар, һыйырҙарыбыҙ, бал ҡорттары, йылҡыбыҙҙың үҙенсәлекле генетикаһы... Быларҙың барыһы ла ҡабатланмаҫ тәм бирә. Ул беҙҙең республикабыҙға Рәсәй һәм сит илдәрҙән күп кешеләрҙе йәлеп итеп тора", – тине вице-премьер – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.
2 декабргә тиклем теләгән һәр кеше интернетта теге йәки был дәғүәсе өсөн үҙ тауышын бирә аласаҡ. Конкурсты илдең Ауыл хужалығы министрлығы ойоштора. Һөҙөмтәһе буйынса һигеҙ финалсы билдәләнәсәк, уларға комплекслы ярҙам программаһы эшләнәсәк. Бынан тыш, Рәсәй тәмдәре буйынса масштаблы карта формалаштырыласаҡ. Күберәк тауыш йыйырға тырышайыҡ, әүҙем булайыҡ!