Шоңҡар
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
23 Ноябрь 2020, 21:40

Төп бүләк – Илүзә Иҫәндәүләтовала!

Заман ҡыҙы ниндәй булырға тейеш?

Өфөлә «Мисс Өфө — 2020» матурлыҡ конкурсы тамамланды. Унда бөтәһе 12 һылыуҡай ҡатнашты.

«Мисс Өфө — 2020» исемен һәм төп бүләкте 20 йәшлек Илүзә Иҫәндәүләтова яуланы. Ул М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының III курсында уҡый. Заманса бейеүҙәр, керамика, һүрәт төшөрөү һәм моделинг менән мауыға, шулай уҡ саңғыла шыуырға һәм баскетбол уйнарға ярата.

«1-се вице-Мисс Өфө» исемен Карина Селиванова алды, «2-се вице-Мисс Өфө» — Юлия Казакова, «3-сө вице-Мисс Өфө» — Альбина Абдуллина, «4-се вице-Мисс Өфө» исемен` Диана Билалова лайыҡ булды.

«Йәш Өфө һылыуҡайы» һәм «Тамашасылар һөйөүе» исемен Аделина Сәлимова яуланы.

«Башинформ» фотоһы.
Читайте нас: