Шоңҡар
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
28 Ноябрь 2020, 21:30

"Ишетәһеңме мине, әсәй..."

Мәктәпкә төшкәс, студент булып киткәс, мин уларҙы ҙур күрҙем... иркәләтеүҙе лә, кәрәктер тип күрмәнем...

"...Улымды мин яңғыҙ ғына үҫтерҙем. Атаһынан айырылғас, башҡа ир - атҡа күңелем төшмәне. Малай кешегә атай тәрбиәһе кәрәк, аңлайым, тик үгәй атайҙың йәберһетеүе булыуы мөмкинлеген дә белеп, кейәүгә сығырға һис йөръәт итмәнем.
Идеаль ир итеп күргем килде улымды. Яҡшы уҡыһын, бөхтә кейенеп йөрөһөн тип тырыштым. Тәрбиәм тейешле һөҙөмтә бирмәгәндә , туҙынып енләнә, улыма хатта һуғып та ебәрә инем. Өлгәше насарланғанда ла, өйҙә кейем - һалымын тейешенсә йыйыштырмаһа ла, миңә ярҙамы теймәй киткәндә лә, күрше - тирәнең балаһын, йә белгән класташын өлгө итеп күрһәтеп, үҙ баламды иң түбәне итеп һүгә инем...
Һәр ваҡытта ла шулай булған микән ни был ҡатын, тиер күптәр. Юҡ. Минең дә көйлө, кәйефле саҡтарым ваҡыты менән булғылап торҙо. Улымды ҡыуандырып текә әйберҙәр бүләк иткәнем, яңылышлыҡтарын күҙ йомоп ҡабул итеүҙәрем дә булманы түгел...
Улым үҫте. Әрмегә әҙерләнде. Яңғыҙ әсәмен, әрменән алып ҡалам баламды тигән уй уянманы миндә. Исмаһам бер йыл булһа ла үҙем өсөн йәшәрмен, ял итермен тип уйланым.
Дуҫтарын, туғандарымды йыйып, шау - гөр килеп оҙаттыҡ улымды. Ғәҙәти байрам кеүек кенә күренде был ваҡиға миңә. Ә ысынында...
Саҡырылыу пунктынан улымды оҙатып ҡайтып, бикле ишегемде асып ингәс, мин үҙемдең япа-яңғыҙ ҡалыуымды аңланым. Сәй эсәһең, яңғыҙ кәсә. Ятып тораһың, бер генә урынды йыйыштырырға кәрәк. Өй ҙур, һин бер үҙең, теләһәң ила, теләһәң йырла, һис кем өндәшмәй...
Һәр көн иртән улым ятҡан урын ерҙең буш булыуын күреп күңелһеҙләнеүем көсәйеп, һағыныуым артты ғына. Шкафтан кейемдәрен алып еҫкәп, бер талай илап та алдым...
Түҙемһеҙлек менән, баламдыҡ ҡырҙан тәүге шылтыратыуын көттөм. Һәм ниһәйәт... көткән таныш тауыш!
Янымда саҡта барлығын, ҡәҙерен белеп бөтмәгән балаҡайымдың тауышы ғына ла мине сикһеҙ бәхетле итте. Йәнемә урын тапмағандай, йылы өйөмдә лә туңып тиерлек өшөгән аяҡтарым йылынып, күңелем үҙ урынына ултырҙы. Елеп йөрөп эштәремде эшләп, тамағыма аш йүнәтеп ашап, әле генә һөйләшһәк тә, икенсе аҙна аҙағы еткәнен — улымдың шылтыратыуын көтөү башланды.
Ваҡыт - ҡарышҡыр. Ҡабаланһаң, һинән шәп "йүгерә", ә ҡабаландырһаң, ҡарышып аптырата. Көс - хәл менән еткерҙем был сираттағы шәмбене.
Теүәл шул киске мәл, телефон "йырлай"...һәм экранда ҡыҫҡа яҙыу : "сынок".
Нисек барып ҡабул итеү кнопкаһына баҫҡанды белмәйем, бары теге оста " Әсәй! Алло!"- тигән таныш тауышҡа тиҙерәк яуап бирергә ашҡынып : "Әү, эйе, мин "- тип яуапланым.
Тик ул мине ишетмәй ине...
" Әсәй! Әсәй! Ишетәһеңме мине, әсәй?"-тип ҡат -ҡат ҡабатланы.
"Ишетәм, улым, мин һине ишетәм!"-тип яуаплаһам да, теге оста "Әсәй! Әсәй! Алло!"- тигән ике һүҙ алмаш - тилмәш яңғырап тик торҙо.
Эх, һин, телефон! Тапҡанһың да мәл!
Йәһәт кенә телефонымды һүндереп , кире яндырып (перезагрузка эшләп) алдым һәм улымдың номерын йыйҙым. Тағы ла шул уҡ хәл.
" Әсәй! Әсәй! Алло! Ишетәһеңме мине?"
Кәрәккән генә саҡта, ҡолағы тонған телефонға көс төшөрөп, яттан һүгә һүгә көйләп маташтым.
Аралашыу өсөн бирелгән ваҡыттарының самалы икәнлеген белеп, йәһәт кенә икенсе телефонға симка күсереп бәйләнеш эҙләп ҡараным.
Хәйерсегә ел ҡаршы — зарядкаһы ныҡ түбән, гудок ебәреп тә булмай, һүнә лә ҡуя.
Тиҙ, йә, тиҙерәк! Күкрәктән сыҡҡан йөрәк дөпөлдәү тауышы гүйә телефон батарейкаһына көс туплаша: дөп..дөп...дөп...дөп..
Шылтырата алырлыҡ көс йыйғанда, инде һуң ине инде. Улымдың телефон һандарын недоступен тине.
Ошо кистә, мин үҙемде йәне тәненән айырылған мәйет кеүек күрҙем. Балам миңә өндәшә, ә мин...тын. "Әсәй! Әсәй! Ишетәһеңме мине?!" Төнө буйы ҡолаҡ осомдан улыҡайымдың әсе ҡысҡырып мине саҡырыуы яңғыраны...
Ҡыйын микән уға?
Йәберһетәләрме? Тамағы аслы туҡлылыр... Ҡыш бит, өшөйҙөр ҙә...
Икенсе аҙна аҙағын еткереү минең өсөн иң оҙон арауыҡҡа тиң булды. Ә инде шәмбе кисенең һәр минут - секунды шутланып, телефон экранына текләп кенә уҙғарылды...
Балаҡайым... Имен! Һау ғына икән алайҙа, шөкөр. Тауышынан уҡ һиҙелә — һағынған. Барыһы ла яҡшы, әсәй, борсолма, тигән була йыуатып мине... ииииийй...
Ара алыҫлығына ҡарамай, улыма өндәшеп тә тормай, присяга биреү көнөнә хәрби городокка юл тоттом.
Юл һуҡты, уның ҡарауы, алда осрашыу. Шул елкетә күңелде.
Тимер ҡапҡалы казарма алды беҙҙең өсөн, улдарының ысын һалдат анты биреү тантаһын күрергә барған әсәләргә, бикле булып сыҡты. Карантин. Ярамай икән.
Минең ише әсәйҙәр күп кенә. Төрлө милләтле, төрлө телле, әммә һәр ҡайһыбыҙҙа бала тип өҙгөләнгән ҡайнар әсә йөрәге булыуы берләштерә ине беҙҙе.
Гөп - гөп баҫып, таш асфальтта маршировать итеп йырлаған көр һалдаттар тауышының ҡалын ағаслыҡ аша беҙгә ишетелеүенә лә иләҫләнеп, риза булып тыңланыҡ...
Инәлһәк тә, аҡса түләргә ризалыҡ бирһәк тә, КПП аша үткәреүгә ризалыҡ биреүсе булманы барыбер.
Присяга бөттө күрәһең. Колонна булып теҙелеп атлаған бер иш кейемле һалдаттар, беҙ торған ҡапҡа эсенән саҡ ҡына күренеп уҙа башланылар.
Шәрбәтле һыу тәъҫиренән гөж килгән күс кеүек ҡапҡа төбө гөрөлдәшеүгә күсте. Кемдер ек аша үҙенең һалдатын танып, ҡыуанысынан һикерһә, икенселәре хис тойғоларын һис тартыныуһыҙ бар донъяға яр һалды:
— Никита-а! Я тебя люблю, сыно-о-ок!
— Лёша, мы здесь! Поздравляю тебя! Горжусь тобой, мой дорогой..
Тамағыма торған төйөрҙө йотоп ебәрә алмай, һалдаттар колоннаһын тын ғына күҙ ҡараш менән оҙаттым.
Улым, мин бында!
Эске тауышым шыбырланы, өнөм сыҡманы...
Яй ғына тынлыҡ алды хаҡимлыҡты. Йыйылышҡан әсәйҙәр ҙә таралышыу яғын ҡараны. Мин генә, таш казарманың һанһыҙ тәҙрәләренән күҙем алмай текләп тора бирҙем.
Минең балам унда, минең улыҡайым...
Нишләп мин дә, бынау бар донъяға яр һалып һөйөүен белдергән әсәйҙәр кеүек, баламдың баштарынан һыйпап, йә арҡаһынан һөйөп, ошоға тиклем бер генә тапҡыр булһа ла, яратам тип әйтмәгәнмен икән?
Эсер һыуы, һулар һауаһы, ейер ризығы сәселгән ерҙәрҙә именлек, тыныслыҡ ҡына булһын инде...
Поезд тәҙрәһенән йылғыр йүгергән һәр ят күренештән күҙем алмай текләп, үҙемдең бар ғүмеремдең биттәрен һүтәм...
Юҡ... Мин башҡаса бындай тоноҡлоҡта йәшәмәйәсәкмен.
Улым ҡайтыр... һәм мин уны ҡыҫып ҡосаҡлап һөйөп, һис юғы, балаҡайым, мин һинең менән сикһеҙ ғорурланам, тип әйтәсәкмен..."
Ҡаҙаҡ ҡыҙы Айжан һөйләгән үҙкисереш хәл минең күңелгә үтә лә тейҙе. Сөнки беҙҙең хәлдәр бер төрлөрәк. Минең дә, әрмелә осоронда ғына түгел, тормошта ла, бәйләнеш өҙөлөү сәбәпле, улымдың әйтергә теләгәнен етә ишетмәгән, йә ул мине аңғаралмай аҙапланған мәлдәр булғыланы. Күҙмә күҙ ҡарап аңлашалмай һүҙгә килгән мәлдәр хаҡында әйтеп тораһы ла түгел...
Йәл, кем ғәйепле?
Әсәй булып "уступкаға" бармаған мин ғәйеплеме, әллә...
Мин дә һиҙәм, янда саҡта ул тиклем әһәмиәт бирмәгән ваҡлыҡтар, аралар алыҫайғас, аралашыуҙар һирәгәйгәс, ни тиклем мөһим икәнлеге асыҡлана.
Ә яратам тип... ысынлап әйткәндә, мин дә әйткәнем булманы. Хатта бер балама ла...
Бәләкәй сағында, әле тубыҡта һикертеп ултырғанда ғына, сәстәренән һыйпап арҡаһынан һөйгәйнем...
Мәктәпкә төшкәс, студент булып киткәс, мин уларҙы ҙур күрҙем... иркәләтеүҙе лә, кәрәктер тип күрмәнем...
Ирҙәр иламай, ирҙәр ныҡ була тип тыҡыным. Шуғамылыр, әрме тормошонан һис бер зарланыу һүҙҙәрен ишеттермәйҙәр... Барыһы ла яҡшы, барыһы ла һәйбәт имеш...
Әрме мәңгелек түгел. Бер йыл үткәс, булған "хаталарҙы" төҙәтеп, һағыныуҙы ҡәҙер хөрмәткә күсереп, аңлашып йәшәргә яҙһын тип теләйем мин дә.
Әҙме ни тормошта хәҙер мәңгелектә булған яҡындарын аңлап, ғүмер буйына ғәфү үтенеп йәшәүселәр?
"Атайыма яратам тип әйтеп өлгөрмәнем"- тип яҙғайны бер егет үҙ сәхифәһендә. Ғүмер йәшәй белһәң, бик оҙон, бер ауыҙ һүҙ өсөн дә әллә күпме "барьер" үтергә кәрәкмәй икән. Бала өсөн әсәһенең йә атаһының арҡаһынан һөйөп ҡуйыуы, әсә кешегә балаһының ваҡыт табып :"әсәй! Һауғынамы?!"- тип саф йөрәктән өндәшеүе, мөмкинлеге булһа, ҡайтып янында сәй эсеп кенә сығыуы ла оло кинәнес, бәхет...
Күңел ҡапҡаларыбыҙ туңыуҙан, асылмаҫтан ябылыуҙан Хоҙай аралаһын????????????
Ишетәйек...
Ишеттерәйек...
"Рәхмәт, әсәй!"
" Һау бул балам, һинең менән ғорурланам..."
Бер үк һуңламайыҡ...
Миңзәлә Сирғәлина.
Читайте нас: