Шоңҡар
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
29 Ноябрь 2020, 11:45

Әсәй, ҡайҙа булдың?

Был һүҙҙәрҙән Мәрйәмдең йөрәге өҙөлөрҙәй булды. Сабыйҙарҙы йәлләүҙән ирекһеҙҙән күҙ йәштәре сөбөрләне.

Мәрйәм еңел машинанан төшөп ҡалды ла тыйыла алмай үкһеп илап ебәрҙе. Әле генә магазиндан ҡыҙына матур күлдәк табыуына ҡыуанып, йөҙө айҙай балҡып сыҡҡан ҡатынды был хәлдә күреү таныштары өсөн ғәжәп тойолор ине.
Мәрйәмдең был тиклем дә илағаны юҡ ине. Тыйыла алманы үкһене ул. Хатта туҡталыштағы халыҡтың күҙенә салынмаҫ өсөн бер яҡ ситкәрәк барып баҫты. Юҡ, туҡтала алмай ҙа ҡуя инде. Күҙендәге һөрмәһе битенә буялып, ҡара юлаҡ булып ағып төштө.
Мәрйәм – тол ҡатын. Яңғыҙы Сәлимә исемле ҡыҙ үҫтерә. Ире бынан дүрт йыл элек юл фажиғәһендә үлеп ҡалды. Сабыйы ҙур үҫте инде хәҙер – бишенсе класта уҡый. Тиҙҙән Яңы йыл етә. Шуға ҡыҙына шыршы байрамына күлдәк алырға тип район үҙәгенә килгәйне. “Бигерәк матур булды күлдәге. Балам шатлығынан үрле-ҡырлы һикерер инде”. Сабыйының ҡыуанасағын күҙ алдына килтереп, үҙе лә сикһеҙ шатланған ҡатындың уйҙарын уны йүгереп килеп ҡосаҡлаған ике малайҙың һүҙҙәре бүлде:
– Әсәй, әсәй, һине һағындыҡ!
– Ҡайҙа оҙаҡ йөрөнөң?
Малайҙар тәтелдәй-тәтелдәй “әсәй"ҙәрен үбә башланы.
– Әсәй, ҡайҙа булдың?
– Һин булмағас, ныҡ ҡыйын. Гел илайбыҙ.
Аптырауҙан ни эшләргә белмәгән ҡатын береһен үпәс итте, икенсеһен яратты. Унан сумкаһынан бер нисә кәнфит алып һондо. Әммә балаларҙы тәмлекәс менән әүрәтеү мөмкин түгел ине.
– Әсәй, беҙгә кәнфит кәрәкмәй, һин үҙең кәрәк, – тине өлкәнерәге.
– Әсәй, әйҙә ҡайтайыҡ, – тип ҡулынан тартҡылай башланы бәләкәсе.
Аптырап ҡалған Мәрйәм берсә малайҙарҙың атаһына, берсә сабыйҙарға ҡараны. Шул мәл уларға мөлдөрәп, бына-бына илап ебәрерҙәй булып торған ир һүҙ башланы.
– Алмас, Айгиз, һеҙ, әйҙәгеҙ, машинаға инеп ултыра тороғоҙ. Мин әсәйегеҙ менән һөйләшеп алам, – тине.
Көтмәгәндә әсәләрен осратыу ҡыуанысынан малайҙар тиҙ генә уның эргәһенән китергә теләмәне. Күрәһең, яҡынын тағы ла юғалтыуҙан ҡурҡты улар.
–Юҡ, беҙ әсәй менән бергә инәбеҙ, – тип шаулашты малайҙар. – Әтеү ул тағы ла юғала.
– Әсәй, әйҙә машинаға. – Малайҙар тағы "әсәй"ҙәрен ҡулынан һөйрәтеп маташты.
Ир менән ҡатын малайҙарҙы юхалап машинаға ултыртҡас:
– Ҡатыным өс ай элек ҡаты ауырыуҙан үлеп ҡалды. Өлкәнемә – алты, кесеһенә дүрт йәш, – тип һүҙгә килде ир. – Малайҙар көн һайын, әсәй ҡасан ҡайта, тип һорай. Төрлөсә аңлатып аптырап бөттөм инде. Төндә лә әсәй тип илап уяналар. Ә һеҙ минең ҡатыныма шул ҡәҙәр оҡшағанһығыҙ. Шуға ла улар әсәһе тип уйланы. – Был һүҙҙәрҙе саҡ-саҡ әйтте ир, тауышы ҡалтыранды, бөрсөк-бөрсөк булып сыҡҡан күҙ йәштәрен һөртөп алды. – Үҙем нисек тә түҙергә тырышам да ул. Бына балалар йәл...
Ул арала малайҙар бер-бер артлы машина ишеген асып сыҡты ла:
– Әсәй, әйҙә ҡайтайыҡ, – тип Мәрйәмгә килеп йәбеште.
Ҡатын башҡаса булдыра алмай ине. Ул балалар менән бергә машинаға инде.
– Мин әсәйҙең алдына ултырам, – тип бәләкәсе уның алдына уҡ менде.
– Минең дә әсәй эргәһендә ултырғы килә, – тип өлкәне лә уның алдына ҡунаҡланы.
– Әсәй, һин беҙҙе яратаһыңмы? – тип татылданы бәләкәсе.
– Яратам, яратам.
– Һин бүтәнсә беҙҙе оҙаҡҡа ташлап китмәйһең, ивет?
Был һүҙҙәрҙән Мәрйәмдең йөрәге өҙөлөрҙәй булды. Сабыйҙарҙы йәлләүҙән ирекһеҙҙән күҙ йәштәре сөбөрләне. Быны күреп ҡалған малайҙар:
– Әсәй, һин киткәс, беҙ ҙә ныҡ иланыҡ, – тип тәтелдәште. – Хәҙер әсәйебеҙ булғас, иламайбыҙ, ивет.
Бер аҙ барғас, ир машинаһын туҡтатты. Унан телгә килде:
– Уландарым, әсәйегеҙҙең дауаханаға бараһы бар. Беҙ үҙебеҙ генә ҡайта торайыҡ. Ул иртәгә ҡайтыр, йәме.
– Әсәйҙе ҡалдырмайы-ы-ы-ы-ыҡ, – тип илап ебәрҙе өлкәне.
– Беҙгә әсәй кәрә-ә-ә-әк! – тип бәләкәсе Мәрйәмде ҡосаҡлап уҡ алды. – Әсәй, бер ҡайҙа ла барма, йәме. Әтеү һин ҡайтмайһың да ҡуяһың.
–Әсәйегеҙ аҙаҡ ҡайта, – тип атаһы тынысландырырға тырышты малайҙарҙы. – Һеҙгә уйнарға ҙур машина алып ҡайта.
Машина һүҙен ишетергә лә теләмәне малайҙар.
– Беҙгә бер нәмә лә кәркәмәй, беҙгә әсәй кәрәк.
– Балаҡайҙарым, мин бер ҡайҙа ла китмәйем хәҙер. – Был хәлдә Мәрйәмдең алдашмай сараһы юҡ ине. Малайҙар бер аҙ тынысланып, әсәһенең тиҙерәк ҡайтыуын теләне.
– Әсәй, хәҙер үк ҡайт, йәме.
– Беҙ шаярмайбыҙ, ивет, ағай. Һине тыңлап ҡына торабыҙ.
Мәрйәм машинанан төштө лә үкһеп илап ебәрҙе. Берсә балаларҙы йәлләне, берсә йәшләй тол ҡалған ирҙе ҡыҙғанды. Уның ҡыҙы ла етем үҫә, шулай ҙа әсәйле бала етем булмай тигәндәре дөрөҫ икән, тип уйланы. Ҡыҙы ваҡыт-ваҡыт атаһын юҡһынһа ла, хәле был тиклем үк түгел.
Мәрйәм был ир менән яҡындан таныш булмаһа ла, мәғариф идаралығында йыш күрә. Район ерендә уҡытыусылар бер-береһен белә тиерлек бит. Бүләк мәктәбендә эшләй ул. Уҡытыусылар көнөндә ниндәйҙер грамота ла бирҙеләр.
Өйөнә ҡайтҡас, әсәһенә, ҡыҙына көтөлмәгән осрашыу хаҡында илай-илай һөйләне Мәрйәм. Ҡыҙы:
– Бахырҙа-а-а-ар, әсәйһеҙ нисек йәшәйҙәр икән? – тип ауыр һуланы.
Бер аҙҙан ҡатындың телефоны шылтыраны. Теге ир. Мәрйәмде электән белеүен, телефонын мәғариф идаралығынан алыуын әйтте. Унан бер аҙ туҡтап, ауыр һулап:
– Малайҙарҙы туҡтатып булмай. "Әсәйҙе барып алайыҡ, ни эшләп ҡалдырып киттең? Ни эшләп ҡайтмай?" тип илайҙар. Аптырайым инде... Рөхсәт итһәң, беҙ һине хәҙер үк килеп алыр инек...
Ҡапыл-ғара ни тип яуапларға ла белмәне Мәрйәм. Шулай ҙа малайҙарҙы бәхетле итеү теләге уның күңелендә бая машинала ултырғанда уҡ оялағайны.
–Килегеҙ һуң...
Бер сәғәт үттеме-юҡмы, йорт алдына баяғы машина килеп туҡтаны. Унан ишек асылды ла атайҙары, бер-бер артлы теге малайҙар төштө. Балалар атайҙарынан алда уҡ өйгә йүгереп инеп, Мәрйәмдең ҡосағына ташланды.
– Әсәй, һағындыҡ һине!
– Әсәй, әйҙә ҡайтабыҙ!..
Читайте нас: