Шоңҡар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
1 Декабрь 2020, 19:40

Етемдәргә бушлай буласаҡ

Бының өсөн ҡайҙа мөрәжәғәт итергә кәрәк?

Башҡортостанда ата-әсә ҡарауынан ҡалған етем балалар өс йәшкә тиклем «Һөт кухняһы» продукцияһын бушлай алырға мөмкин. Республика хөкүмәте ҡарарына тейешле үҙгәрештәр индерелде.
«Аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән балаларҙан тыш, опекаға алынған балаларҙың да льготалы шарттарҙа тәбиғи, сифатлы һөт ризыҡтары алыу мөмкинлегенә эйә булыуы беҙҙең өсөн бик мөһим», – тип билдәләне Башҡортостан Республикаһының сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев.
Бушлай туҡланыуҙы юллау өсөн ғариза яҙырға һәм «Һөт кухняһы» учреждениеһы менән килешеү төҙөргә кәрәк. Быны теләһә ниндәй таратыу пунктына килеп эшләргә мөмкин. Әгәр бөтә документтар ҙа дөрөҫ булһа, 20 эш көнө эсендә туҡланыу тәғәйенләнеүе тураһында хәбәр ебәрелә.
Таратыу пункттарының тулы исемлеге менән milkrb.ru сайтында танышырға мөмкин.
Һөт кухняһы продукцияһы менән тәьмин итеү мәсьәләһе буйынса 8(347)246-55-01 номеры буйынса шылтыратып кәңәшләшергә була.
Читайте нас: