Шоңҡар
-29 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
1 Декабрь 2020, 20:01

ВӘҒӘҘӘ

Ҡараңғынан ҡурҡып, йүгереп барған еремдән ҡапыл туҡтап ҡалдым. Кем йырлайҙыр?

Рәзилә ЫРЫҪҠУЖИНАВӘҒӘҘӘАвтобус тәҙрәһенән күгүләнгә күлдәк әберкәләрен йәйеп ултырған бер әбей күҙгә ташланды. Төшөп килгәнемде күрә һалып, ул йәштәрсә генә йәтеш итеп торҙо ла, ялпылдап миңә ҡаршы атланы.– Һауғынаһыңмы, балаҡайым!– Мөнирә инәйем, иҫәнмеһегеҙ! Ни хәлдәрҙәһегеҙ?Ҡаршымда, мөләйем генә йылмайып инәй баҫып тора. Бәләкәй сағымда ниндәй булып иҫемдә ҡалған, һаман шул: тумалаҡ ҡына ялтыр бит сикәләре, йыуаш ҡараш... Өҫтөнә кейгән күлдәге, камзулы ла һәр ваҡыттағыса зауыҡлы, кәүҙәһенә һылап ҡуйылған кеүек таман ғына. Бөтәһен дә үҙе тегә инәй, замансаға әйләндереп, биҙәүестәр өҫтәп тә ҡуя. был уның кәүҙәһен, йөҙөн дә йәмләп кенә ебәрә.– Әсәйең, ҡыҙым ҡайта, тигәнде ишетеп ҡалып, ҡаршы сыҡтым әле бына. Иртәләгәнмен дә, арыным. Ҡараңғы ҡумтала ултырғансы тип, үҙәккә, ҡояш яҡтыһына йәйелеп алдым. Донъя мәшәҡәтенән арынып, былай ултырыу эләккәне юҡ ине, рәхәтләнеп йырлап та алдым. Әҙәм хәҙер баҫыуҙа, миндә берәүҙең дә эше юҡ. Инәй, шаянлығына барып, бер яҡ күҙен ҡыҫыбыраҡ миңә ҡараны ла, кеткелдәп көлөп ҡуйҙы.– Бик шәп иткәнһең, инәй. Ниндәй йыр йырлағаныңды ла беләм ул мин һинең.– Шуны белгәнең өсөн көтөп ултырам да инде һине, балаҡай......Бәләкәй инем әле мин. Өсөнсө-дүртенсе кластарға барған йыл булһа кәрәк. Әбейҙәр сыуағын иң йылы көндәре менән халыҡтың кинәнгән мәле. Ололар, һалҡындар төшкәнсе тип, ҡышҡа әҙерлектәрен барлаһа, бала-саға рәхәтләнеп ерҙә һикерәңләй. Күрше ҡыҙҙары менән иртәнән кискә тиклем һыҙыҡ һыҙабыҙ ҙа, тип-тигеҙ, шыма таштарыбыҙ менән һынашабыҙ. Таштар ябай түгел, беҙ уларҙы йылға буйынан барып алып ҡайтабыҙ. Һәр кемебеҙҙә, кәмендә, бишәү-алтау “запаста” ята. Ул “запастар”, ҡайсаҡ күлдәк, ыштан кеҫәләрен йыртып килеп сыға. Шулай булмай ҙа, таштар ауыр ҙа бит. Ә икенсе ерҙә һаҡлар әмәл юҡ. Һыҙығыбыҙҙың бер йортона берәүһен ырғытабыҙ, икенсеһенә инер өсөн икенсе таш уңай. Шулай бер йәйҙә әллә нисәмә кеҫәбеҙ йырыла, тишелә. Ергә генә лә һалып торорға булыр ине лә, тик ярамай, “ҡото” бөтөүҙән ҡурҡабыҙ.Бер көн шулай, хәл бөткәнсе уйнап, эңер төшөп байтаҡ үткәс кенә ҡайтып киләм. Әсәйҙәр, ҡайҙа уйнағаныбыҙҙы күреп йөрөгәс, эҙләргә лә сыҡмай. Тыныс күңел менән беҙҙе уйынға тапшыралар. Етмәһә, иртәгә ял, мәктәпкә барырға кәрәкмәй. Ҡайтып еттем дә, аласыҡҡа инеп, миңә тип ҡалдырылған ҡатыҡты һемереп, өй яғына йүгерҙем.Зәйтүнгөл сәскәһе кеүек,Йәштән һөйгән үҙ йәреңде,Ниңә инде яңғыҙ итергә?..Ҡараңғынан ҡурҡып, йүгереп барған еремдән ҡапыл туҡтап ҡалдым. Кем йырлайҙыр? Әсәйемдең йыры түгел, ят йыр ул, ундайҙы ғүмеремдә лә ишеткәнем юҡ. Етмәһә, төнө менән... Мин ҡапыл туҡтаған ыңғайы, кеҫәмдәге таштарым минән алғараҡ һикерҙе. “Их, – мәйтәм, – ҡоттары сыҡты, осто былай булғас! Күрше Миләүшәне еңдең, еңмәй ҙә!”Таштарым артынан ҡараңғы яҡҡа тағы алға ынтылдым да... тағы баяғы йырҙы ишетеп, туҡтап ҡалдым. Ай яҡтыһында беҙҙең солан эргәһендә ултырған ике һынды шәйләнем. Баштарын башына терәп, йырлайҙар. Тауыштары таныш. Йырлаусы ҡатын-ҡыҙ тауышы үрге остағы Мөнирә инәйҙеке шикелле. Һарыҡ эҙләгәндә лә уның тауышы ошолай моңло, яңғырауыҡлы булып сыға. Ә ир кешене танымайымсы. Ҡыҙыҡһыныуымды еңә алмай, уларға яҡыныраҡ шыуыштым. Инәй йырлап бөткәс, ир кеше ауыр итеп көрһөнгәне ҡолаҡты яра яҙҙы.– Их, Мөнирәкәйем! Һинең ошо тауышың ғүмерем буйы ҡолағымда сыңланы...Сеү!.. Инәйем әллә илай ул? Һулҡылдаған һымаҡ булып ҡуйҙысы. Йүгереп барып башынан һыйпағым килеп китте. Тик улай ярамай, уңайһыҙ булыр шул. Етмәһә, минең йәштәге балалар күптән әүен баҙарын иңләй. Тупһа эргәһендәге баҡсаға етәрәк нисек йәйелеп ултыра төшкәнмен, шулай ултырҙым да ҡуйҙым. Бындай матур күренештең йәмен ебәреп, дөбөр-шатыр өйгә инеп китһәм дә әллә нисек һымаҡ.– Әрменән ҡайтҡас, инеп хәлен беләм әле, тип әйтеп ебәргәйнең, нишләп килмәнең?– Ғаиләңде боҙмайым тинем шу...– Килһәң, исмаһам, бер ҡарашып ултырып сәй эсер инек. Ҡартым һәйбәт минең, бер һүҙ ҙә әйтмәҫ ине...– Әҙәмдең уҫал теле әллә нәмәләр еткерер ул... Беҙҙең бергә йөрөгәнде бөтә ауыл белде бит..– Эййй, ғүмер буйы әҙәмдән ҡурҡып йәшәмәйҙәр инде. Әҙәмдән ҡурҡып, үҙ яҙмышыңдың йәмен ебәреп...Инәйем тағы йырланы. Һаман да шул йырҙы. Зәйтүнгөл сәскәһе кеүекте... Йырлап бөткәс, тағы иланы. Был юлы эргәһендәгеһе лә иланы. Оялмайынса инәйем алдына башын һалып тороп иланы ла, мин йәшенепултырған баҡсанан мин һыу һибеп үҫтергән сәсәкәләрҙе өҙөп алып, инәйгә алып барып тотторҙо.Сәскәләрҙе ҡулына алғас, инәйем тағы иланы...Иртәнсәк карауатымда уянып киттем... нисек урыныма килеп ятҡанымдыр, уныһы сәпсим генә лә башымда ҡалмаған, әммә инәйем менән теге кешенең һөйләшеүе ғүмерлеккә хәтеремдә уйылды ла ҡуйҙы. Уның тураһында бер кемгә лә ауыҙ асып һүҙ ысҡындырғаным булманы. Үҫкәс, инәйемдең үҙенә һөйләрмен, тип кенә йөрөнөм. Һәм бына бөгөн килеп, һөйләр кешем үҙе мине көтөп алды...– Әсәң белә, һине тәүҙә үҙемә алып ҡайтам әле. Ҡартым теге йортҡа күскәненә лә йыл булып бара. Балалар бөтәһе лә гурытта, хәл белергә генә ҡайтып китәләр. Так ышту, ҡыҙым, миндә аулаҡ, – тип ҡулымдан етәкләп алды Мөнирә инәйем. Ҡаршылашманым. Мин дә күптән хыяллана инем уның менән самауыр шыжлауы аҫтында ғына серләшергә. Өйҙәренә барып еткәнсе, бала сағымдағы теге ғәжәп тә, серле лә төн тағы бер тапҡыр күҙ алдымдан үтте.– Мәктәпкә барғандан минең менән етәкләшеп кенә йөрөгән малай ине Ул. Ғәле ауылынан беҙгә йәйәүләп йөрөнөләр. Иртәнсәк, әсәйем һыйыр һауырға торғанында уянам да, Уны ҡаршы алам тип, Оҫҡондо буйына йүгерәм. Шул мәлдә Ул теге яҡтан шул Оҫҡондоға килә. Тауҙа йыуа шәп. Оҫҡондо йыуаһы. Шуларҙы йыйып, класташтарға ла алып киләбеҙ. Шулай тәбиғәт ҡыҙырып, Йәнйегеткә еткәс, мәктәптә ҡыңғырау шылтырап, дәрестәр ҙә башлана...Инәйем биҙәкле сынаяҡтарға мәтрүшкәле сәйен яһай. Их, ошо тәм!.. Һәр кемде лә әллә ҡайҙа ҡалған бала сағына, ошо еҫле үлән йыйып тауҙар гиҙгән мәлдәренә алып ҡайта. Күпереп бешкән ҡуликмәккә ҡуйыра ғына башлаған ҡаймаҡ һылап алып, тағы инәйгә ҡарайым. Үҙем һорау бирергә лә ҡурҡам, уйҙары менән үҙ заманына ҡайтҡан кешене өркөтөп ҡуймайым тип, сәйнәүҙән дә туҡталып, уның күҙҙәренә бағам...– Эйй... кем уйлаған, – яулығы сите менән ипле генә итеп күҙ тәңгәлен һөрттө ағинәй. – Шулай ҡаршы алышып, оҙатышып йөрөүҙәребеҙ мәктәпте бөткәнсе дауам итте лә ҡуйҙы. Хисмәт ағайым, мине көнләшепмелер, билендәге ҡайышын һыпырып алып, икәүебеҙҙе баҫтырып та ҡараны, юҡ, айырылмайбыҙ. Серҙәремде әхирәттәремә түгел, уға һөйләйем, кәңәш итәм. Ул мәлдә әле беҙҙең дуҫлыҡ мөхәббәткә әйләнгәнен дә һиҙмәйбеҙ, нисек бар, шулай бер-беребеҙ менән шаярып, баҫтырышып, етәкләшеп йөрөйбөҙ әле. Улаҡ башында усаҡ яғып, дуҫтарыбыҙ менән таң ҡаршылауҙар, Мөхәббәт һуҡмағын бер иттереп бейеүҙәр, гармун моңона иҫереп, йырҙар йырлау...Миндә хәсрәт, миндә ҡайғы, моңланам,Һинең уттарыңда янам мин һаман,Йәш йөрәгем, һин ярһыма,Дауылдан һуң диңгеҙ тына,Яныуҙарың бөтөр бер заман...Ошо йырҙы йырлаһам, әллә нишәп күҙҙәре йәшләнде тегенең. Мин ҡыҙыҡ күреп, тағы йырлайым. Тыйып ҡына ҡуйһа ней була, күҙҙәре шәмәреп миңә ҡарай ҙа... Үҙенең муйыл кеүек ҡап-ҡара күҙҙәре, мине күреү менән әллә ҡайҙан ялтырай башлай. Эй, бөхтәлеге... Беҙҙең заманда кейем күп булманы. Бер күлдәкте йылдар буйы ла кейгәнбеҙҙер. Ә Уның күлдәге һәр ваҡыт таҙа итеп йыуылған, үтекләнгән була. Салбарында ғүмер баҡый стрелка. Уң ҡулын салбар кеҫәһенә тыға ла, туп-тура баҫып йөрөгән оҙон сибәр егет...Сынаяғындағы сәйе бөткәс, Мөнирә инәй үҙенә сәй яһаған арала, мине ҡыҫтап, уныһынан-быныһынан ауыҙ иттерә. Шунан тағы ла хәтирәләргә бирелеп китә...– Әрмегә китере алдынан миңә: “Мин ҡайтҡансы үҙеңде кейәүгә биреп ебәрерҙәр инде, һиңә бәхетле ғүмер теләйем,“– тигән була, йылмайыңҡырап.– Юҡты һөйләмә, һинән башҡаға бармам, – тием.– Һинән һорап торҙолар ти, йәшең еткән, һоратыусыһы булыр. Тик, Мөнирәм, кейәүҙә булһаң да, ошо йырыңды минең өсөн генә йырлар әмәл табырбыҙ, йәме. Һис юғында, йомош уйлап сығарып, үҙем инеп, толомоңдоң еҫтәрен еҫкәп, йырҙы йырлатып ҡына сыҡһам, ғәйеп итмәҫһең инде, – ти.Эй, ҡысҡырып, урам яңғыратып көлөүем! Бушты һөйләп ултыра һымаҡ ине шул...Вәғәҙә биргән йәш егеткә донъяла,Саф мөхәббәт, керһеҙ күңел, хис кәрәк.Йәштән өҙөлөп һөйгән йәреңҮҙ вәғәҙәһен үҙе боҙғас,Ғазапланып тибә йәш йөрәк.Инәйем тағы күҙҙәрен һөрттө. Нишләптер, ваҡыт туҡтап ҡалған һымаҡ, моңһоу булып китте.– Һәйбәт кешелә кейәүҙә булдым. Хәмәтдин ҡартым ғүмере ауыр һүҙ әйтмәне, кеше һүҙе тейҙермәй, ҡурсалап ҡына йәшәне. Алты балаға ғүмер, матур тәрбиә бирҙек, тормош юлына сығарҙыҡ. Шулай ҙа йөрәк һөйгән кешең берәү генә була икән, балаҡай. Уйҙарымда гел Ул булды. “Инеп, толомоңдоң еҫтәрен еҫкәп, йырҙы бер йырлатып сығам”, – тигән вәғәҙәһе үтәлерен көттөм. Ғүмер буйы күрше ауылда ғына йәшәп, бер күренешкәнебеҙ ҙә булманы.– Ә...Беҙҙәге осрашыу һуң, тигәнде ҡыҫтырайым тип ауыҙ асып өлгөрмәнем, инәй дауам итте.– Оҫта ине. Мейес сығарырға тип, әсәйең саҡырған булған. Ишетеп, ҡартыма әйтәм: “Ғәйникамалдың һыйыры ике көн ҡайтмай, ҡасып йөрөй, балалары аҡтан айырылып тора, бер көрөшкә генә һөт апарып киләйемсе. Башын күтәрмәй генә ауыҙы эсенән һөйләнә баяғым: “Һөт сәбәп инде, ярай, мейесен һалышам тимәйһең”. Үҙемсә генә оҫта итеп кеткелдәйем. “Бар, бар, бараһың барҙыр, аңлайым”, – тип арҡамдан һыйпаған булды. Һеҙгә нисек барып еткәнемде хәтерләмәйем, Ул ҡапҡа тышындағы эскәмйәлә ултыра ине. Йәш саҡтағы һымаҡ, ҡосаҡлашып күрештек.– Һине көтөп ултыра инем, – ти әле, әллә шаяртып, әллә ысынлап.Таңға тиклем генә бергә булдыҡ. Йырлаштыҡ, илаштыҡ. Әйтер һүҙҙәребеҙҙе һөйләштек. Күктәге ай ғына шаһит барыһына ла. Яҡтыра башлағас, тупһа эргәһендә һине күреп ҡалдыҡ. Их, шилма, бәләкәс көйө күҙәтә белгәнһең...– Йыр тыңланым ғына...Шул ваҡыт өсөн уңайһыҙланып ҡуйҙым. Инәйгә, ул күргәнемде бер кемгә лә һөйләмәүемде бик тә әйтергә теләһәм дә, килеп сыҡманы. Үҙе лә аңлағандыр. Былай булһа, миңә ошолай хөрмәт күрһәтеп ултырыр инеме һуң?Таң атҡанда, һалҡын шишмә буйындаОсраштыҡ беҙ иркәм менән тағы ла.Күктә болот тулған ине,Һандуғас та тынған ине,Беҙ айырылып киткән сағында...– Бүтән күрешмәнегеҙме? Ҡайҙа һуң ул хәҙер?Инәйгә изгелек эшләгем килеп, Уны ер шарының ҡайһы урынынан булһа ла табып алып килергә ризалығымды әйтәм.– Бынан өс йыл тирәһе элек билем һыҙлап, балнисҡа һалғайнылар. Үкелдән һуң ятып торайым, тип ятһам, беҙҙең палата эргәһенән генә таныш аҙымдар менән берәү үтеп китте. Йөрәгем жыу итеп ҡалды. Етмешем етһә лә, яңылышмайым, Уның атлауын меңдәр араһынан айырам. Һикереп тороп ҡына артынан сығайым тиһәм, билем тағы тотто ла...Шунан икенсе көнө юҡ йомош табып, коридорҙа йөрөргә тырышам. Осраны баяғы. Беҙҙең күрше палатаға инеп китте. Мине әллә таныманы, әллә күрмәне... Шулай өс көн ҡарауылланым, Ул ине. Яҡын барырға,тәүләп һүҙ ҡушырға баҙнат итмәйем. Эргәһенә килеүсе булманы. Бахырҡайым, ғүмере буйы өйләнмәне бит. Дүртенсе төн буйы тынғылыҡ тапмай, йөрәгем һыҙлап сыҡты ла, иртә менән палаталарына һаҡ ҡына барып индем. Бер кеше генә карауатта ята, бүтәндәрҙе сығарғандар микән. Ишек төбөндәге урынға ултырып, теге кешенең хәлдәрен һорашып, шул-шул ята ине ошонда, ҡоҙам ул минең тиеңкерәп һорашам...– Бөгөн төндә үтте, – тисе. Ултырған еремдән аунап китеп иланым. Хатта ҡысҡырып, һамаҡлап үҙен әрләй-әрләй иланым. Үлер алдынан булһа ла күрешеп, толомдарымды еҫкәп ҡараһа ни була, бәлкем, ғүмере лә оҙайыр ине, тим шул...Миндә хәсрәт, миндә ҡайғы, моңланам,Һинең уттарыңда янам мин һаман,Йәш йөрәгем, һин ярһыма,Дауылдан һуң диңгеҙ тына,Яныуҙарың бөтөр бер заман...Был юлы инәйем иламаны, һөйләне генә. Йырланы ла. Уның һөйләүендә ҡайғы түгел, ә миңә әйтергә теләгәне мөһим ине.– Ғүмер мәлдәренең ҡәҙерен бер ебәрһәң, кире рәтләп алыуы ауыр. Бөтәһе лә йөрәктә бит. Иртән торһаң да, кис ятһаң да уйыңда кем, эргәңдә лә шул булһын...Мөнирә инәй менән оҙаҡ ултырып, эңер төшөүгә генә әсәйемдәргә ҡайтып индем. Күңелем мөлдөрәмә тулы булғас, төндө лә йоҡоһоҙ үткәрҙем. Мөнирә инәй менән Уның ғүмер юлдары, баҫалҡы мөхәббәте, кисерештәре уйҙарыма күскәйне.Таң һыҙыла башлау менән, һыйыр һауырға сыҡҡан әсәйем артынан мин дә торҙом. Малды көтөүлеккә ҡыуҙым да, Оҫҡондо тауына юлландым, Мөнирә инәйҙәрҙең йыраҡта ҡалған эҙҙәрен эҙләп... Оҫҡондоға етә килә Һынташ тигән урындан үттем. Ике таш һын, бер-береһенә һыйынышып ҡына баҫып, ҡатып ҡалған... Был һындар, ҡапыл, ҡасандыр ошо ерҙә бер-береһен күрер өсөн йүгергән йәш Мөнирә һәм Ул булып күренде миңә.
Читайте нас в