Шоңҡар
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
15 Декабрь 2020, 20:05

"Упҡынға өс аҙым"

Өйҙә алама яулыҡлы әбейем, ике “бетле башым” – ҡыҙҙарым, тағы ла маңҡаларын биттәренә шыялап һөртөп йөрөгән ике улым бар...

"Упҡынға өс аҙым" Хикәйә
Спартак Ильясов.
Ҡыш менән яҙҙың айҡалаша башлаған осоро ине. Хужалыҡ идаралығына, ғәҙәттәгесә, иртәнге етелә килеп, колхозға берләштерелгән ауылдарҙың бригадаларына шылтыратып хәл-әхүәлде белергә тип рация трубкаһын ҡулыма алыуға, “ах” та “ух” итеп, үҙәк бригада етәксеһе Ғазир ағай Мөхәмәтйәров һәм йылҡы көтөүсеһе Ғәрифулла ағай килеп инде. Инделәр ҙә, иҫәнлек-һаулыҡ та һорашып тормайынса, йылҡы көтөүсеһе хәбәр һалды. “Көтөүгә бүре өйөрө һөжүм итте!» Күренеп тора: ул бик ярһыған. Ҡулынан сискән бейәләйен йомарлай ҙа йомарлай. Уны ҡурҡыу ҙа солғап алған кеүек.
– Иптәш председатель, яҡтырыр-яҡтырмаҫтан бригадирға сабып килдем... Таңға яҡын ғына көтөүҙе урап йөрөп сыҡҡайным. Тыныс ҡына тибенәләр ине. Будкаға инеп ятҡас, әҙерәк ойоп киткәнмен. Таң алдынан өйөр айғырының кешнәүен һәм бейәләрҙең шаулашҡанын, дабыр ҙа добор булғанын ишетеп, будканан сығыуым булды, күрәм: алдымдан ғына дүрт бүре бер байталды баҫтыра. Ниәттәре – байталды ҡамалап, уның тамағына, елененә йәбешеү... Тиҙ генә будкала яһаулы килеш эленеп торған мылтығымды алып, алыҫлашып уҡ өлгөргән бүреләрҙең артынан атып ҡалдым. Аръяғын белмәйем – нимә булғандыр. Малды урап, тиҙ генә ҡарап киләйем тиһәм, санаға бәйләп ҡуйған менге атым да, теҙгенен өҙә тартып, ысҡынып ҡасҡан. Тирә-яҡ тып-тыныс кеүек...
– Ҡыңғырау тауышы ишетелмәйме ни?
– Юҡ. Ситтә мал өйөрөлгән кеүек күренгәс, ҡулға мылтыҡты алып, көтөүҙе йәйәүләп урап сыҡтым. Йылҡылар арыраҡ, тығыҙ булып, бер өйөргә тупланған. Йәш тай-тулаҡ өйөр уртаһында. Ололар, баштарын эскә ҡуйып, арттары менән бүреләрҙе ҡаршы алырға торған. Өйөр айғыры, көтөү тирәләй йөрөп, алғы аяҡтары менән ҡар аралаш ер тибеп, арлы-бирле өйрөлә. Мин ҡысҡырам, һыҙғырам. Яҡтыра биргәс, менге атымды нәселә тотоп, тирә-яҡты ҡарап сығырға булдым. Өйөрҙән йыраҡ та түгел өйкөм таллыҡ бар. Шуның янында нимәләрҙеңдер леберҙәп, арлы-бирле йөрөгәндәрен төҫмөрләнем.
– Әле ҡараңғымы?
– Эйе, әле ҡараңғы. Яйыҡ буйының туғайын таңғы һалҡынлыҡтың томаны баҫҡан. Оҙаҡ ҡына арлы-бирле йөрөгән йән эйәләрен ҡарап торҙом. Көнсығыштан офоҡҡа төшкән яҡтылыҡ аҡ ҡар өҫтөн ярайһы уҡ яҡтырта башланы. Ә мин атым өҫтөндә, теге леберҙәгән нәмәләр тайҙар икән тип уйлап, шуларға туп-тура барам. Бара биргәс, атым ҡолаҡтарын ҡайсылап, ҡуршылдап, тып туҡтаны. Өҙәңгеләрем менән тибенгеһенә төрткөсләп тә ҡарайым, китмәй был. Өйрөлөшөп, арлы-бирле йөрөгән йән эйәләре ҡапыл таралышып, миңә килә биреп теҙелешеп, ҡаршы торҙолар. Хәҙер инде уларҙы иҫәпләп тә була. Алтау. Бүреләр бит был! Тән эҫеле-һыуыҡлы булып китте. Тире өҫтө быжырмаҡланып, йөндәре текә торҙо. Һис ҡуҙғалмай былар. Тик торалар. Араларынан береһе, әллә өйөрҙөң башы – ата бүре, әллә инәһе, алға сығыңҡырай биреп, миңә тешен ыржайтып, уларҙы саҡ та соҡ итеп һуғып ала. Ҡаршылашып, бер-беребеҙҙе ҡурҡытып ҡыуырға байтаҡ сәбәләндек, ахыры. Ат та тик тормай, ҡуршылдай, сығынлай, ауыҙлығын теше менән талай, ҡолаҡтарын ҡайсылай, үҙе башын бороп, бүреләрҙән күҙен алмай. Арҡала мылтыҡ барлығын иҫләп, уны алып, тәтеләрен асып, тегеләргә төбәп саҡтырһам да, ут бирмәне. Бүреләр яғына тоҫҡап, тағы ла саҡтырам. Мылтыҡ һаман ут бирмәй. Шунда ғына төшөндөм: яһауҙар будкала элеүле ҡалған. Бүреләр урындарынан ҡуҙғалмай ҙа. Икәү-өсәүһе хатта теп-текә булып ултырҙылар. Уларҙың артында, таллыҡ янында, нимәлер ҙур булып ҡарайып ята. Хәҙер ул төҫмөрләнгән кеүек. “Баҫтырып алып киткән байталды шунда килтереп йыҡтылармы икән ни” тигән уй баштан “жыу!” итеп үтеп китте.
– Ә әле яҡтырмаймы, ағай?
– Юҡ. Тоноҡ ҡына томан аша ай ҡалҡты. Бүреләрҙең холоҡтары былай булыуын ишеткәнем юҡ ине. Ниндәй генә шарт булғанда ла, улар кешенән һиҫкәнергә тейеш тә бит... Гөрөшкән аттың башын тота алмай, уны ихтыярға ҡуйып, будкаға саптым. Кергәндә күҙ һалам: бүреләр ултырған урындарында юҡ. Улар өйкөм тал төбөндә ҡыбырлашалар кеүек. Күрәһең, улар байталды өҙгөсләп, рәхәтләнеп тамаҡ туйҙыра. – Ғәрифулла ағайҙың бүреләрҙең ҡурҡмай, хатта көтөүсегә ҡара-ҡаршы теҙелешеп ултырыуҙарын һөйләүе, өйөр юлбашсыһының тешен ыржайтып, хатта уларҙы бер-береһенә саҡ та соҡ итеп һуғып алыуы, уларҙың хәҙерге ваҡыттағы эске теләк торошона, рухи кисерештәре ни тиклем көслө булыуына ишара. – Шунда ғына мин уларҙың был батырлығына төшөндөм. Шик юҡ. Өйөрҙә йәше нәҡ тә тороғоу осоро (ҡасыу, бүреләрҙә февраль айында) еткән урта йәштәрҙәге инә бүре бар. Уға ситтән көслө ата бүре килеп ингән. Әле өйөрҙә ата-инәһенән һаман да айырыла алмай эйәреп йөрөгән былтырғы өс көсөк бар. Һәм өйөрҙә яңы кергән атаны ҡыуып ебәрергә көсө етмәгән ҡарт оло ата бүре йәшәй. Ул эйәреп йөрөгән өс йәш бүренең атаһы булырға тейеш. Килмешәк ата бүрене инә бүре ҡыумай, сөнки ул көслө. Бүре өйөрөндә ҡағиҙә шундай. Уларҙа әхлаҡ юҡ. Кем көслө – шул хужа. Яңы килгән көслө килмешәк кәнтәй янына төп атаны яҡын ебәрмәй. Кәнтәй артынан ул үҙе төшөп алған. Ике ата үҙ-ара үлемесле һуғышып китһәләр ҙә, өс йәш бүре, уларҙың инәләре лә, һуғышҡандар араһына кереп, үҙ аталарын яҡлашмай – ҡанунға ҡаршы барып булмай. Бүре араһында йәшәһәң, бүре булһаң да, бүресә олой белмәһәң, йәшәй алмайһың. Ҡартайып, йә теше һынған, йә ғәрип ата бүре, оя табып та, ғаилә ҡороп, кәнтәй менән йәшәй алмай. Кәнтәй уны ҡыуа, янына ебәрмәй. Сөнки ҡарт бүренең төп ҡоралы – ҡаҙау тештәре юҡ. Хәҙер яҙ килә. Бүреләрҙең нәҡ тә өйкөмләшкән осоро. Теше төшкән йә һынған ҡарт бүрене табыштарына – емтеккә лә ебәрмәйҙәр. Ул йә баш, йә тояҡ тирәһен генә тартҡыслай. Ит булған ҙур кәүҙәгә ул башҡалар ашап туйғас ҡына килә ала. Теше булмағас, дошманын йырта йәки тишә тешләй алмай. Уның тешләгән урыны артыҡ ауыртмай ҙа, һыҙламай ҙа. Ғөмүмән, төп ҡоралы булмағас, унан ҡурҡмайҙар. Тора-бара уны, артыҡ тамаҡты, өйөрҙән ҡыуалар. Ул, үҙен үҙе яҡлай алмай, өйөрҙән китергә мәжбүр була. Шулаймы, ҡустым, шулаймы уларҙың тормошо? – тип, Ғәрифулла ағай бүреләрҙең ғаилә тормошон һөйләүҙән туҡтаны. Бөтәбеҙ ҙә тын ҡалдыҡ. – Минең, иптәш председатель, иң ҡурҡҡаным бүре өйөрө түгел... Малды мин фермаға килтерҙем. Хәҙер мин бүре йыҡҡан байталдың хаҡын өҫтөмә ташларҙар, тип бошонам. Өйҙә алама яулыҡлы әбейем, ике “бетле башым” – ҡыҙҙарым, тағы ла маңҡаларын биттәренә шыялап һөртөп йөрөгән ике улым бар...
Шаярып һөйләй ҙә белә икән Ғәрифулла ағай, тип ултырам. Ул туҡтап ҡалды. Февраль айының ыҙғыр әсе елле таңы ла, Ғәрифулла ағайҙың бындай төндә япа-яңғыҙ ҡырҙа бүреләр менән күҙгә-күҙ ҡарашып, бер-береһенең мөмкинлеген һынап тороуҙары ла, дүрт балаһының өйҙә, баштарын тырнай-тырнай йә танауҙарын соҡоп, мыш-мыш йоҡлап ятыуҙарын күҙ алдыма килтереп, урынымдан торҙом. Тынысландырырға, ҡурҡыу тойғоһон йомшартырға теләп, уның ҡулбашынан ҡаға-ҡаға: “Артыҡ ҡайғырма, Ғәрифулла ағай. Иң мөһиме – үҙең иҫән-һау, көтөүең дә иҫән-аман. Фермаға ҡыуып килтереп яптым, тинең бит. Ә бер баш байталды “списать” итергә идаралыҡ ултырышына ғариза яҙ. Ҡарарбыҙ. Колхозға бер баш ҙур зыян түгел. Бүре өйөрөнөң нәҡ тә шул сәғәттә көтөүгә һөжүм итерен кем белһен инде, тигәс, ул ҡыуанысынан сыйылдап, танауынан һыу ағыҙып, илап ебәрҙе хатта. Ғазир ағай менән беҙ уны тынысландырҙыҡ. Ул, яңынан терелгәндәй булып, ҡапыл башын күтәрҙе лә:
– Былай булғас, иптәш председатель, мин бөгөн сменаны сдавать итмәйем. Тағы ла сменаға китәм... Йылҡылар янында төнө буйы бейеп йөрөп сығам, өшөмәҫ өсөн. Әммә бер бүрене лә малға яҡын ебәрмәйем, – тип, сығыуға йүнәлде. Мин уны шунда уҡ туҡтаттым. Бүре йыҡҡан байталдың ҡалдығы ҡайҙа ятыуын һорағас, ул:
– Әнә, Яйыҡ аръяғында, Батшалыҡ түбәһенең артында, – тине. Бригадирға, малдарҙың яраланғандармы-юҡмы икәнен белер өсөн, ветеринар-табип менән бергәләп ҡарап сығырға ҡуштым. Үҙем көндәлек эш менән мәшғүл булдым. Районға һунарсылар ойошмаһына шылтыраттым. Хәл-әхүәлде ауыл хужалығы идаралығына ла һөйләнем. Ғазир ағайға көтөүҙе бөгөн төнгөлөкә тибенгә сығармаҫҡа, бесән, һалам, һәр йылҡыға өсәр килограмм һоло ашатырға, яларға таш тоҙ бирергә ҡуштым. Сөнки ҡыш үтеп бара, ә йылҡы тоҙ күргәне юҡ. Боронғо ҡартатайҙарҙың алымы буйынса, ҡыш тибендә йылҡыға тоҙ бирмәйҙәр. Сөнки улар оҙаҡ тоҙ күрмәгәс, күп итеп ялай, кимерәләр. Унан һуң күп итеп боҙло ҡар ашайҙар. Боҙло ҡарҙы ашаған быуаҙ бейә ҡолон һала. Тоҙ һалырға үҙем ҡуштым да, үҙем үкенеп ултырам. Ниһайәт, зоотехникты саҡырып, үҙ бойороғомдо үҙем үтәмәҫкә ҡуштым. Ул сығып киткәс, күңелгә еңел булып ҡалды. Көндәлек эш – бөтмәҫ сылбыр... Бер-береһенә ялғанып бара. Әммә Ғәрифулла ағайҙың бүреләр менән ҡара-ҡаршы тороуы, төнгө мажараһы һис күңелдән китмәй ҙә ҡуя. Быныһы бер булһа, икенсеһе – минең ер-һыу атамаларына иғтибарлы булыуым. Батшалыҡ түбәһе – Яйыҡ боролошо, тип һөйләне бит Ғәрифулла ағай. Ә Яйыҡтың боролошо аҫтындағы текә яры иҫемдә. Утығып үҫкән ерем, ата-әсәмдең ауылы әле эшләгән хужалыҡтан 70-75 саҡрым алыҫ булһа ла, Батшалыҡ түбәһенең исеме үҫмер осоромда уҡ хәтеремә һеңеп ҡалған. Бында килгәс, һирәкләп булһа ла, ер-һыу исеменең ҡабатланып килеп сығыуы ла мине аптырата бирҙе. Аҙаҡ, яйлап, уның ниңә шулай булыуын да төшөндөм. Беҙ үҫкәндә бабайҙар ҡунаҡ булғанда әбейҙәр айырым ҡор булып ултыра торғандар ине. Бабайҙар ҡорона беҙ, малайҙар ҙа, яҡын йөрөнөк. Шундай табындарҙа йыш ҡына Барын-Табын ырыуының ер сиктәре, Айшан менән Тайшандың әллә ағаһы, әллә ҡустыһы Йомагилденең ҡышлау йорто ике ерҙә булған... Береһе – Яйыҡтың боролған ерендә, һул ярында, Мышағыр тауының ҡаршыһында, ә икенсеһе – Батшалыҡ түбәһендә, тип һөйләйҙәр ине. Ә Йомагилденең йәйләүе төп Урал һыртының “Айынташ” армытында, “Хөкөмташ” туғайында ултырған. Беҙгә, үҫеп килгән йәш-елкенсәккә, Яйыҡ йылғаһы ла, Батшалыҡ түбәһе лә, Айынташ армыты ла әллә ҡайҙа бик йыраҡта тойола. Яҙмыш боролоп, мине был ергә килтеререн башыма ла һалмай инем ул саҡта. Һөйләүҙәре буйынса, боронғо һуғыштарҙың алымына был ер бик тә уңайлы булған. Бигерәк тә ул яу яҙ миҙгеленә тура килһә. Ул осорҙа Яйыҡ ташҡыны тәрән, ағымы шәп була. Башҡорт яугирҙары Батшалыҡ түбәһенең өҫтөндә һәм ике яҡҡа һуҙылған ҡатылығында булһалар, дошмандары уларҙың артына сыға алмаған, сөнки тирә-яҡ – һаҙ. Батырланып, Яйыҡ аша Батшалыҡ түбәһенә күмәкләп, гөрөлөп тә сыға алмаған дошман. Сөнки сығыу урынын көслө ағым йыуа-йыуа, һыуҙан күренер-күренмәҫ ҡырлы ташлы текәлек итеп бөтөргән. Ат, йөҙөп килһә лә, тиҙ генә ярға сыға алмай, сөнки ташлы текәлек быға ирек бирмәй. Ат өҫтөндә ултырған дошман яугиры ярға сығыу мәшәҡәттәре менән албырғай. Ә ҡаршы яҡтағы ағас өйөмө йәки ҡойма артында ултырған уҡсылар өсөн дошман һыбайлыһы бик яҡшы сәп була. Ҡыҫҡаһы, Батшалыҡ түбәһе яу ҡайтарыу өсөн бик уңайлы урын һаналған. Мал-тыуарға эсергә һыу, ашарға үлән, күләгәлек өсөн таллыҡ һәм башҡа ыңғай шарттарҙы тәбиғәт, әйтерһең дә, үҙе махсус яһаған. Үткәүел юл яғынан күҙәткәндә лә Батшалыҡ түбәһе әллә ни айырылып тормай. Күрәһең, ул ҡалмаҡтарҙың башҡорт табындарының еренә һөжүм иткән осор һуғыштарына тура килгән. Батшалыҡ түбәһенең Барын-Табындар тарихына инеп ҡалыуы шуның менән дә билдәле. 1735 йылдарҙағы милли азатлыҡ көрәшенә тиклем Табын-Барындар еренең сиге Батшалыҡ түбәһенән 4–5 саҡрым төньяҡтан, Хәҙерге Урал ҡасабаһы өҫтөнән, көнсығыштан төньяҡ-көнбайышҡа боролған. Һөйөндөк ауылы Тирлән яны менән Ағиҙел, Әй башын эскә ҡалдырып әҙ генә барғас, Әй менән төньяҡҡа – Алтын тамаҡҡа барған. Беҙгә билдәле мәғлүмәт буйынса, Һүлийә-Сүлийә тирәһендә, Кесе Урал армыты өҫтөндә башҡорт ырыуҙарының ере осрашҡан. Ул ерҙә борон ҡулдан-ҡулға биреп, таштан һалынған дүрт мөйөшлө бик ҙур ҡорам – пирамида торған. Барын-Табын, Ҡыуаҡан-Табын, Әйле-Табын, Ҡатай-Табын ырыуҙарының ере сиге осрашҡан урын була ул. Ә ҡорамдың яҡтары көньяҡ-көнсығышҡа – барындарға, Көньяҡ-көнбайышҡа – ҡыуаҡандарға, төньяҡ-көнбайышҡа – әйлеләргә, төньяҡ-көнсығышҡа Ҡатай ырыуы йүнәлешен күрһәткән, тип һөйләйҙәр ине.
Ғәрифулла ағайҙың бүреләр менән булған ваҡиғаһына, байтал хаҡын түләтмәүҙе һорап, идаралыҡ ултырышына яҙған ғаризаһын ҡәнәғәтләндереүгә лә байтаҡ ваҡыт үткән кеүек. Уның иртә менән Ғазир ағайҙы эйәртеп, бик тәүәккәл, ҡыҙыу хәрәкәт менән идаралыҡҡа килеп инеүе һаман да күҙ алдымда. Һәр ваҡыт тыныс, ышаныслы тауыш менән яйлабыраҡ хәбәр һөйләгән Ғазир ағайҙың тауышы минең уйҙы тәстиҡләгән кеүек. Беҙ үҙ-ара һөйләшмәнек, әммә эстәге ҡарарыбыҙ бер төрлө ине. Кешеләрҙең эске ҡарарын, уларҙың уйын күҙгә күренмәҫ биҙәкле сөрмә һүрәтен күрә алыу һәләте бар ине, буғай, беҙҙә. Әммә шул ваҡыт миндә икенсе бер теләк гөлт итеп ҡабынды. Береһе – әле лә тыныс ҡына ятҡан Батшалыҡ түбәһенә барыу. Барып бик күрге килде ул урынды. Бүреләрҙең күҙҙәре янып, Ғәрифулла ағайға күмәкләп ташланырға әҙ генә бойом, әҙ генә инә бүренең эске һәм тышҡы ҡуҙғыу фарманын дерелдәп көтөп ултырған башҡа бүреләрҙең ынтылыш-ерен ҡарағы килде.
Көндәрҙән бер көн шул билдәле булды: Аллаһы бойорһа, алдағы йәкшәмбе буш буласаҡмын. Ул көн тиҙ килеп етте.
Һабантуйҙарҙа сабышып, йә беренсе, йә икенсе килә торған туры атты бик тәртипле, эшһөйәр склад мөдире Ғаяз тигән ағай егә ине. Алдан уға әйтеп ҡуйҙым: йәкшәмбе көнө ҡырға сығам, ағай. Ҡырҙа күпме кәбән ҡалған, яҙға тиклем етәме, быуаҙ бейәләр нисәү? Уларҙы фермаға алып ҡайтырға ваҡыт түгелме? Һәр нәмәне күреп, уға инаныу холҡоңда булһа, идара итеү ҙә еңелләшә. Йәкшәмбе көнө иртә менән идаралыҡҡа барып, хужалыҡтағы хәл-әхүәлде белеп килеүгә, ат ҡапҡа эсендә егеүле тора ине. Сана өҫтөнә талдан үрелгән ҙур алап-күреп бәйләп ултыртылған, эсенә бесән һалынған. Ғаяз ағас складта мөдир булып эшләне. Ҡырҙа ашарға ул-был, бинокль, башҡа кәрәк-яраҡты санаға һалыуға, мәктәптән ҡайтып ингән 9 йәшлек улым: “Мин дә барам ат менән”, – тип, сат йәбеште. Шунда мин улыма йүгерек туры атты егеп ҡырға йылҡы көтөүе йөрөгән ергә барыуымды әйтеүемә үкендем. Өҫтәүенә, мин уға бер аҙна элек йылҡы көтөүенә бүреләр һөжүм итеп, бер йәш байталды ашауҙарын һөйләгәс, ҡыҙыҡһыныуы сигенә еткән, күрәһең. Көн һайын кис ул минән бүреләрҙең оялары ҡайҙа, унда улар нисек йоҡлайҙар, бейәләр күп булғас, ниңә улар бүреләрҙе тапамайҙар һәм башҡа һорауҙар биреп йөҙәтеп бөтөрҙө. Ҡышҡы тәбиғәт һәм йәнлектәр мөхитенә ҡыҙыҡһыныуы ҙур булғас, уны үҙем менән алмаҫҡа ҡарарым етмәне.
Көн аяҙлы-болотло. Әҙ-мәҙ ҡар күҙәнәктәре төшөп ҡуя. Әммә һалҡын түгел. Улымдың тамаҡ туйҙырып алғанын көтөп, ашыҡмай ғына ҡырға йүнәлдек. Ат бик ҡарыулы, етеҙ, өҫтәүенә, аҙымлы. Юл булмаған ерҙә лә йәйәүле кешегә сана артынан өлгөрөрмөн, тимә. Ҡыҙыҡһынған яландарға етеп, биноклдән ҡарап, эҫкерт-кәбәндәрҙе иҫәпләнек. Улым ат тотоп бара. Дилбегәһе менән ҡағып, атты бер туҡтауһыҙ өтәләй, ҡыуа. Мин уны тыйып өлгөрмәйем. “Бала бит, малай кеше”, – тип, үҙемде тынысландырам. Бүреләрҙән ҡасырып, ситкә ҡыуып алып барған йылҡыларҙың тибен типкән еренә барҙыҡ. Йылҡыларҙы ҡарап, тейешле һығымтаға килеп, эңер төшкәнсе Батшалыҡ түбәһенә етеп ҡайтайыҡ, тигән ниәт менән Яйыҡ буйына тилбер генә юрттыҡ. Яҙға тартыр көндә Яйыҡ аша тура үтеүгә шикләнеп, “урау булһа ла, юл яҡшы” тип, күпер аша урап киттек. Мышағыр тауы ҡаршыһында күперҙе сығып, Яйыҡтың уң яҡ яры буйлап Батшалыҡ түбәһенә юрттыҡ. Был яҡта юл йәнләнде. Төлкө эҙҙәре йышайҙы. Йә Яйыҡ әрәмәлеге буйлап, йә Мышағыр тауы йүнәлешенән килгән бүреләр һуҡмағы ла күбәйҙе. Улар йә ҡушылып, йә айырылып, Батшалыҡ түбәһенә йүнәләләр. Атты атлатып ҡына барабыҙ. Төлкөләр менән бергә ҡола байталды бүреләр күптәнән инде ашап бөткәндер, тип уйлайым. Хәҙер улар Яйыҡ таллығы аша сығып, ауыл осондағы тиҙәклеккә, ферма янына уҡ барып йөрөйҙәрҙер. Килә торғас, ҡайҙандыр ситтән килеп ҡушылған сана эҙҙәре юлды хасил итте. Алда, һул яҡта – Батшалыҡ түбәһе. Өҫтөндә үҫеп ултырған ике зәғиф кенә йәш ҡайын күренә. Юл да шул яҡҡа борола. Бүреләрҙең Ғәрифулла ағайға ҡарап торған таллыҡ та күренде, буғай. Шул, шул! Тик улыма өндәшмәйем. Таллыҡҡа еткән һайын бүре эҙҙәре ишәйҙе. Бына өйкөм таллыҡ янына ла килеп еттек. Ат ҡуршылдай. Ҡанлы ҡар өҫтө ҡатып бөткән. Емтек ятҡан ергә төрлө яҡтан килгән бүре эҙҙәре бихисап. Таллыҡтың эсе менән дә, уны ситләп тә килгәндәр. Байталдың һөйәктәре эре булһа ла, улар ҙа юҡ. Күрәһең, йәш һөйәкте айырып алып, ситтә онтап ашағандар. Миңә ҡапыл уй килде: көн кискә ауышты. Буранлап тора. Хатта Айынташ тауы ла күренмәй. Байталды йыҡҡан ергә бүреләр ике-өс көнгә бер булһа ла килеп китәләрҙер. Бәлки, улар Батшалыҡ түбәһенең алдындағы ҡуйы таллыҡ алдында ята ла, эңер төшә башлаһа, ниҙер табып ашарға өмөт итеп, яр аҫтынан өҫкә сығаларҙыр. Таллыҡ араһында ятһалар, өҫтән күренмәйме икән? Сананан төшөп, атты етәкләп, ярға ҡаршы үҫеп ултырған ҙур ғына тубылғы ағасына табан атланым. Улым санала ултыра. Ара-тирә дилбегәһен ҡаға. “Атҡа теймә, тулатырһың бит”, – тип тегене тыям да, ары атлайым. Ниһайәт, текәлеккә ҡаршы ултырған тубылғы ағасына етеп, аттың теҙгенен уның төбөнә бәйләнем. Улымды өйрәтәм: “Һин күрептән сыҡмай ғына эсендә ултыр. Тоҡсайҙан термос алып һөт эс, икмәк аша. Әммә атҡа теймә, ысҡынып китһә, ҡасып ҡайтып китер, беҙ йәйәү ҡалырбыҙ”, – тигәс, ул ризалашып, башын ҡаға. Үҙе йәшкелт күҙҙәрен тоҙҙай итеп тызылдатып, миңә ҡарап ултыра. “Атҡа теймә, бороҡ!” – тип, уны тағы бер тапҡыр нығыттым да, сананан мылтыҡты, биноклде, йыраҡтаныраҡ атырға тип пуля тығылған ике патрон алып, ярға киттем. Күрәм: йылға яры ситендә лә, хатта боҙ өҫтөндә лә бихисап йәнлек эҙҙәре. Дөрөҫөрәге, төлкө эҙҙәре өҫтөнән бүреләр йөрөгән. Миңә ул ауыл яғына барыуҙан бер ниндәй ҙә фәтүә булмаҫ, тип, кире боролдом. Яйлап, яр сите менән өҫкә күтәреләм. Бер ниндәй ҙә йән эйәһе беленмәй. Тик, минең килеүемде ишетеп, таллыҡҡа йоҡларға килгән һайыҫҡандар ғына шаҡыр ҙа шоҡор булып ситкә оса. Түбәгә менгән һайын, яр сите келтә тәрәнәйгәндән-тәрәнәйә. Ниндәйҙер тауыш, ауаз ишеткәндәй булып, үрелеберәк өҫкә ҡараһам, ни күҙем менән күрәйем... Миңә ҡыялабыраҡ, әммә нәҡ тә яр ситенә туп-тура, йән-фарман санаға егелгән атым сабып килә. Күреп эсендә арлы-бирле сәбәләнгән улымдың башындағы бүрке осоп төшөп ҡалған. Үҙе баш ҡарама аша аттың артҡы аяҡтары янына ергә төшкән дилбегәне алырға ынтыла. Ә ат, ул ынтылған һайын, ҡуш аяҡлап уның башына һелтәй. Ләкин тибенгеһе, аттың аяҡтары, алай ҙа, йә сана ҡарамаһына, йә бушҡа ҡарлы һауаға тейә.
– Һикер! Һикер сананан! Һикереп төшөп ҡал! – тип ҡысҡырам. Ләкин ул ишетмәй. Ел бураны ла өҫтә яланда көсәйҙе. Ул арала яр ситенә 35–40 метр самаһы ер ҡалды. Һепертмә буран яр сите менә ялан өҫтөнән бер итеп тигеҙләп өрә. Һис айырып булмай: ҡайҙа упҡын тәрәнлеге, ҡайҙа үләнле ҡаты ер өҫтө.
“Һикер! Һикер!” – тип, асырғанып ҡысҡырам. Ишетмәй, буғай, улыҡайым. Кинәт, башыма уй килеп, арҡанан ҡулға мылтыҡты һыпыра тартып алдым. “Төш! Һикер сананан!” – тип, тағы ла ҡысҡырҙым да, ат хәҙер улым менән бергә яр аҫтына осалар тигән мәлдә атҡа пуля яһалған көбәк буйлап төҙәнем. Башҡа сара булманы. Мушкағамы, күҙ керпегенәме ҡар төштө, буғай. Ҡаплаған кеүек булғас, күҙҙәрҙе леп-леп йомоп алдым да, йән-фарман сабып килгән туры үҙем менән йәнәшләгәс, 35–40 метр самаһы ерҙән һул яҡтан аттың ҡултыҡ аҫтына күҙәп, тәтене ысҡындырҙым. Мылтыҡ тауышын ишетмәнем, буғай. Әммә прикладтың ҡулбашҡа “типкәнен” тойҙом. Ҡойроғон болғап, тибешеп, сабып барған ат нисектер һөрлөккән кеүек булып, башын эйеп, алғы ике аяғын алға һоноп, шыуған фиғелдә шып туҡтаны. Артҡы аяҡтары ла, кәүҙәһен йығылтмаҫ өсөн ҡалтая баҫып ҡатҡан ине. Ул арала улым сананан әллә йығылып, әллә һикереп төшөп, артта ятып ҡалған бүрегенә йүгерҙе. Ул әле ат менән дә, минең менән дә ни булғанын белмәй, буғай. Ә мин ат менән нимә булғанын белмәйем. Яралы ат хәҙер йығыла, хәҙер йығыла тигән инаныу менән билдәге ҡайышҡа эленгән хәнйәрҙе ысҡындырып алып, атҡа йүгерҙем. Маҡсатым – ат йығылыу менән, уны һуйып ебәреү. Ләкин... Мин хәнйәр тотоп уның янына барып еткәндә ат, башын эйеп, телен сығара биреп, ауыҙынан күбек ағыҙып, күҙе аларып, шаҡ ҡатып тик тора. Ҡыбырларға ла ҡурҡа ине, ахыры. Әйтерһең дә, саҡ ҡына ҡымшанһа, тәненә йөҙәрләгән уҡ килеп сәнселә. Аттың ҡорһаҡ аҫтын, ҡабырғаһын, түшен, бот араларын ҡарайым. Ҡан аҡҡан бер яра күренмәй. Аптыраным. Тағы ла ян-яғын күҙәтәм, әммә һис бер шикле нәмә күрмәйем. Бүреген табып, улым сана янына килеп етте. Үлемдән ҡотолғанын аңлап, улымды арҡаһынан һөйҙөм дә, етәкләп, ат алдына – 15–17 метрлап ҡына алда ятҡан текә упҡын яр ситенә киттем. Миллион йылдар буйы ташҡын һыуы ташлы түбәне ашап йыуыуҙан барлыҡҡа килгән был яр! Ат сабып килеп, шул ярҙан санаһы менән улымды алып, йәһәннәмгә осор ине. Иҫемде йыя килеп, ваҡиғаның ни тиклем фажиғәле бөтөүен аңлай башланым. Алдыма килгән ауыр, бик ауыр хәлдән тик ҡулымдағы шыма көбәкле һалҡын тимер ҡотҡарғанын күңелемдең әллә ни ере менән тәрән төшөнөп, өнһөҙ ҡара тимерҙе үбеп-үбеп алдым. Ат ҡатҡан фиғеле менән һаман да тора. Һис бер ҡыбырламаған. Тояҡтарын да алмаштырып баҫмаған. Иғтибар менән ҡарай торғас, күреп ҡалдым: атҡа мин атҡан яҡтан һулаҡай тәртәлә эс яҡтан бәләкәйерәк тапсыҡ ҡалҡып тора. Уны тартып алып, бәпес бармаҡты тығып ҡараһам, ул эскә инә. Тимәк, пуля тәртәнең ҡап уртаһына тейеп, уны үтә һуҡҡан да, ситкә боролмайынса, ат арҡаһындағы ыңғырсаҡтың ҡаты, киң айыл ҡайышына бәрелгән. Уны йәмшәйтеп, соҡорайтып ебәргән. Әммә ярып йәки тишеп, үтә сығып, ат ҡабырғаһына керә алмаған. Әммә аттың күкрәк һөйәгенең ҡабырғаһына шундай көс менән һуҡҡан – ат шаңҡып, аңын юғалтҡан. Пуляның бәрелеү көсө, күрәһең, тиңдәшһеҙ ҡеүәт тәшкил итәлер. Ә йән эйәһенең йәшәү ҡеүәте пуляларҙан да көслөлөр. Аттың хәлен төшөндөм. Йәҙрә һуғылыуҙан әллә ҡабырға һөйәге ярылған, әллә күкрәк һөйәге тоташҡан ере кимтелгән... Белмәҫһең. Әммә төшөнәм: аттың ҡабырға һөйәгенә көс төшөрмәҫкә кәрәк. Уға хәҙер тыныслыҡ, тик тыныслыҡ ҡына кәрәк. Хәлдең нисек булғанын да әле аңлай алмай торған улым, танауын мыш-мыш тартып, күреп эсенән сыбыртҡы эҙләй. Мин уны сананан күтәреп төшөрөп, тағы ла упҡын яр ситенә алып килдем. Ат телен ауыҙына тартып алһа ла, ҡыбырларға ҡурҡып, һаман да шаңҡып тора. Аҫта, әллә иреп уйылған, әллә ҡыш буйы шулай ятҡанмы, йылғаның ярға һуғылған ере уя тишек. Ул, болғорҙап-болғорҙап, бер ярға һикерә, бер аҫҡа китә. Ана шул боңғорҙаҡҡа күрһәтеп, улыма: “Ниңә тейҙең атҡа, улым? Ниңә сыбыртҡы менән һуҡтың? Үҙең дә, ат та анау ҡара боңғорҙаҡҡа төшөп китә яҙҙығыҙ бит. Атай һүҙен кире ҡаҡма, ул ҡушмағанды бер ваҡытта ла эшләмә, тип өйрәттем бит. Саҡ-саҡ ҡалдың үлемдән”, – тигәс, ул: “Ә бүре шул тишектән боҙ аҫтына кереп киттеме?” – тип ынтылып, ярҙан түбәнгә ҡарай. “Юҡ, улым. Бүре түгел, һинең кеүек малайҙар ҙа, хатта ололар ҙа атайҙарының, ҡартаталарының һүҙен тыңламаһа, шул ҡараңғы тишеккә кереп китеүе мөмкин. Аҡылды, зиһенде ҡушып йәшәмәһә, атай-инәйен тыңламаһа, анау боғорҙап ятҡан ҡараңғы тишеккә малайҙар ҙа, бүре кеүек йыртҡыс йәндәр ҙә, батшалар ҙа, ҡараңғылыҡҡа сумып, юҡ булалар”.
Читайте нас: