Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
17 Декабрь 2020, 01:20

Земфира Байбулдина:”Йәлләп китәм үҙемде”

Ике бала ҡарап йонсоған бер ҡатынға оҡшап ултырам.

Яратҡан артисыбыҙ Земфира Байбулдина тормошондағы бер ваҡиғаны ла йәшермәй. Яратҡан шөғөлдәре хаҡында яҙа, балалары тураһында һөйләй. Беҙҙеңсә әйткәнсә, шундай талантлы булһа ла, асыҡ та ярыҡ кеше ул. Был юлы ул “Инстаграм”да фотоларын ҡуйған. “Өҫтәге фото менән аҫтағы фото араһында 38 йыл айырма”, – тип яҙған ул бер туғандары, балалары менән төшкән фото янына. – Үткән ғүмер... Ҡустым Урал менән йәш айырмаһы 2,8 ай, һеңлем Гүзәл менән 7 йәшкә кесе. Фотоға ҡараһаң, мине бигерәк тормош баҫҡан, ике бала ҡарап йонсоған бер ҡатынға оҡшап ултырам. Миңә бында 8 -се йәшем киткән! Яҙ көнө, баҡсала муйыл күпереп сәскә атҡан саҡ ине! Беҙҙе, күрәһең, йылмайығыҙ, тип көлдөрөп тороусы булмаған.
Ә аҫҡы фотола минең йәнә итәктә балалар. Был юлы үҙем тапҡан! Йыш ҡына Нурсолтанға Урал тип өндәшәм. Оҡшатам улымды Урал ҡустыма! Шөкөр, балаларым йөҙөндә балалыҡ шатлығын күрәм... Минең бала саҡ, айырыуса ауылда эш араһында үткәс, бик ауыҙ йырып ултырмағанмын... Нисектер икенсе инек беҙ... Йәлләп киттем үҙемде... “
Читайте нас: