Шоңҡар
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
24 Декабрь 2020, 00:50

Роберт Тимербаев 60 йәшлек юбилейын билдәләй

Уның йырҙарын халыҡ ярата.

Бөгөн Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Роберт Тимербаев 60 йәшлек юбилейын билдәләй. Һәләтле яҡташыбыҙ - йөҙләгән популяр йырҙар авторы, талантлы композитор, моңло тауышлы йырсы.
Роберт Ғәфүр улы Тимербаев Раевка ҡасабаһында тыуған. Өфө сәнғәт училищеһын тамамлағас, хеҙмәт юлын Башҡорт дәүләт филармонияһында башлай. Филармонияла эшләгән йылдарында (1978-1999) бөтә Рәсәйҙе урап сыға, Германия, Франция, Италия, Голландия, Таиланд, Ғәрәп Әмирлектәре, Төркиә кеүек сит илдәрҙә сығыш яһай.
1999 йылда ул “Фәриҙә һәм Роберт Тимербаевтар” тигән төркөм төҙөй һәм ижади эшмәкәрлеген шаулап-гөрләп дауам итә. Был йылдарҙа ул танылған артистар менән уңышлы хеҙмәттәшлек итә: Салауат Фәтхетдинов, Хәниә Фәрхи, Нәзифә Ҡадырова, Радик Гәрәев, Хәмдүнә Тимерғәлиева, Айҙар Ғәлимов, Иҙрис Ғәзиев һәм башҡалар... Бөгөн дә ул Башҡортостандың һәм Татарстандың сәнғәт эшмәкәрҙәре араһында оло хөрмәт, ихтирам ҡаҙанған шәхес булып ҡала.
Яҡын дуҫы, ижадташы Рәмил Сурағол бына нимә тип яҙа: “Халыҡ һинең йырҙарыңды ярата, Роберт! Һинең йырҙар ҡайғы-хәсрәттәрҙе баҫа, шатлыҡтарҙы арттыра!”
Талантлы яҡташыбыҙҙы оло юбилейы менән ҡотлап, беҙ ҙә иҫәнлек-һаулыҡ, ғаилә именлеге, яңынан-яңы уңыштар һәм ҡаҙаныштар теләйбеҙ! Күңелегеҙҙән урғылып сыҡҡан моң бер ҡасан да тынмаһын, моң шишмәгеҙ сылтырап аҡһын да аҡһын!
Читайте нас: