Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
25 Декабрь 2020, 18:30

Яңы йыл табынына һыйыр ите ҡуймағыҙ

Йәнә ҡыҙыл төҫтәге кейем кеймәгеҙ...

Яңы йыл табынына һыйыр ите әҙерләмәгеҙ. Юғиһә йыл хужаһының кәйефен ҡырырһығыҙ. Үгеҙгә оҡшар өсөн күберәк йәшел ризыҡҡа өҫтөнлөк бирегеҙ. Йәшелсә, емеш-еләкте табынға төрлөләндереп һәм муллап ултыртығыҙ. Алма менән тултырылған өйрәк ите, ҡарабойҙай менән ҡаҙ ите, киптерелгән емештәрҙән, ҡош йәки һарыҡ итенән былау, балыҡ әҙерләргә мөмкин. Табынға бәрәңге, борсаҡ культуралары ҡуйыу яҡшы. Үҙгеҙ ашарға ярата. Шуға ла табынығыҙ һыйҙан һығылып торһон. Йәнә ҡыҙыл төҫтәге кейем кеймәгеҙ. Белеп тораһығыҙ бит, был төҫ үгеҙҙе сығырынан сығара.
Читайте нас: