Аҡман-тоҡман ҡарҙы уйнап ҡына һипкәндәй ине. Ҡайһы арала күҙ асҡыһыҙ буранға әйләнде? Иң татлы хыялдар тулҡынында бәүелгән Таңгөл, быймаһына ҡар тула башлағас, юлдан ситкә тайпылғанын аңғарҙы. Урман һыҙатына ҡарап юлды тоҫмаллап алды ла, һырынтыны һирпә-һирпә, алға атланы. Кисәге осрашыуҙың йылы хистәре ҡыҙҙы ҡабат үҙ ҡосағына алды.
“Концерт менән районға ҡайтам. Көтәм, Таңгөлөм минең!”
Сынтимер! Йөрәгенә яғылып тора исеме. Тик ул ғына күңел ҡылдарын зыңлатырлыҡ итеп, “Таңгөлөгөм минең” тип әйтә белә.
Телеграмма тотоп медпунктҡа килеп ингән әсәһенең ҡымтылған ирендәренән “Йөрөмә!” тигән әмер яңғырамаҫ борон, аҡ халатын да һалмай, ишеккә атланы Таңгөл. Бына хәҙер ашығып юлға сыҡмаһа, мөхәббәтен мәңгелеккә юғалтыуҙан ҡурҡты. Төймәләре асыҡ ҡупшы тунлы, аҡ медицина ҡалпаҡлы, резина бирсәткәле ҡыҙҙың артынан ауылдаштары боролоп ҡарап тороп ҡалды: “Кемгә ашығыс ярҙамға китеп бара икән?”
Уңайһыҙ ине Миңлегөлгә өтә баҫып атлаған ҡыҙы артынан юрғалауы.
-Иҙеүеңде ҡаптырып ал һис юғы. Кеше әллә ни уйлар. Атайыңа бер-бер хәл булғандыр, тиерҙәр.
Ишетмәне Таңгөл. Ҡолағында сыңлаған вальс көйөнә өйрөлә-өйрөлә ҡайтып инде. Күптән әҙерләп ҡуйған яңы сәңгел күлдәген, бейек үксәле туфлиҙарын юл сумкаһына һалды. Асҡыстар бәйләмен әсәһенә тоттороп, атаһы ятҡан төпкө бүлмәгә атланы.
- Бер төнгә бирешмәйбеҙ, эйеме, атай! Маладис ҡына бит һин.
Атаһының күҙҙәре, ризалыҡ билдәһе белдереп, селт-селт йомолоп алды.
- Нимә менән бараммы? Хәҙер бесән тейәгән тракторҙар үтә башлай. Тросҡа тотонам да, елдерәм генә! Егерме саҡрым нимә ул? Теге яғына - ялан тәпәй. Әллә ҡыҙыңдың разрядлы спортсы икәнен оноттоңмо?
Атаһының баш бармағы күтәрелеп ҡуйҙы – “Бер тигән!” Телдән ҡалһа ла, күңеле менән тойоп ята. Теге яҡта сөңкөлдәгән ҡатынының тауышына ҡолаҡ һалды:
- Егет артынан үҙең китеп бармаға? Ни менән ҡайтмаҡ булаһың иртәгә?
Ир бит әле. Эшкинмәй ятам тимәне, ҡатынына бармаҡ янап ҡуйҙы. Йәнәһе лә: “Ҡыҫылма! Үҙе белә.”
Атаһының ҡан баҫымын үлсәп, пульсын тотоп ҡарап ултырған Таңгөл руль борған хәрәкәттәр яһаны:
-Ҡәйнәәәм! Оло ҡапҡаңды ас. Аҡҡош машинамда мин киләм ҡыҙыңдың ҡулын һорарғааа!
Миңлегөл дә күршенән үтескә һүҙ һорай торғандан түгел. Ауыҙын кәүшәйтә биреп, һуҙып ебәрҙе:
- Ааай, элмәлүүк! Иртәнгене ашайыым төшмәлүүк! Шулайтып ҡына йырлап ятырмы икән ул әртис нәмәң?
Быныһы ҡолағына ла элмәне.
- Ҡыҫҡаһы, юлдағылар юлда булһындар, - тип көйләп тә өлгөрмәне, ҡултыҡ аҫтарына нимәлер ҡыҫтырып урам ҡапҡаһынан шымтайып инеп килеүселәрҙе күреп, йән-фарман ҡаршыларына йүгерҙе.
-Беҙ әле үлмәнек шул. Хәйерлектәр һандыҡ-тарығыҙҙа ятып торһон – үҙегеҙгә кәрәк булыуы бар.
Наҙлы, ипле тип белгән Таңгөлдөң зәһәр ҡарашы ауылдаштарын өтөп алды. Баҫҡан урындарында бер килке тапанып торғас, әйткән һүҙ зиһендәренә барып етеп, йүгерә-атлай таралыштылар.
***
Сәхнәнән ағылған моң Таңгөлдө берсә талғын бишектә бәүелтте, берсә ярһыу тулҡындарҙа өйрөлттө. Сәхнә оҫтаһы, сәхнә батшаһы өҙҙөрә генә, баян телдәре түгел, йөрәгеңдең бер ҡылы өҙөлөп китмәйме шунда!
Атаһы хаҡына сәнғәт юлынан баш тартып, һаулыҡ һағына баҫҡан Таңгөлдөң күңел төпкөлөндәге бикле торған йырсы халәте баш күтәрҙе - күңеленә танһыҡ көй башланыуға, залдан тура сәхнәгә барып сыҡты. Синтезаторға ҡушылып йырларға әҙерләнгән Сынтимер һөйгәненең хәлен аңланы – йыр тактына килешле реверанс яһап, Таңгөлдө етәгенә алды.
Һин дә мине яратҡанға,
Мин дә һине яратҡанға
Ҡоштар һайрай
таңдар атҡас,
Бергә булырға.
Моң тулҡынында бергәләп әйләнделәр. Зәңгәр күҙле, сәңгел күлдәкле ҡыҙ район үҙәге тамашасыһын арбаны. Парлы сығыш, һөйөү тулы ҡараш – тик сәхнә тыуҙырыр илаһи матурлыҡ залдағыларҙың күңелдәрен аҡтарҙы. Артҡы рәттәрҙәге йәштәр, сылбыр яһап тотоношоп, вальс ритмына бәүелделәр, алдағы олораҡтар күҙ йәштәрен һөрттөләр.
Йыр тамам. Залда тынлыҡ урынлашты.
- Һо-рай-быҙ! Һо-рай-быҙ! Һо-рай-быҙ!
Китте баштүбән концерт программаһы. Таңгөл синтезатор артындағы егеттең ҡолағына ниҙер шыбырланы.
Зал бергә йырланы:
Ишетһен бар донъя,
Донъяны яңғ(ы)ратам:
Яратам мин һине,
Яратам, яратам.
Шишмә һыуына сарсаған юлаусы кеүек ине Таңгөлдөң хәле. Концерт бөтөүгә, сәхнә артына килеп ҡулдарын ҡыҫҡан (ҡайҙа ул сәскә биреү) таныштарының, яттарҙың ҡотлауҙарына кинәнде. Бер миҙгел, кемдеңдер һынсыл ҡарашын тойоп, ялп боролоп ҡарарға әмәл тапты. Ғәзим икән.
Ғәзим уларҙың сабынына аҙашып килеп сыҡҡайны. Әллә нисә төр техниканы бергә ялғап, тимергә тимерҙе ҡоршап яһап алған драндулеты менән урман гиҙгән кеше яҙатайым йөрөгән. Бесәнселәр янына туҡтаны.
Миңлегөл апай һуңғы күбә төбөн һуғып йөрөй ине, мосафир менән сәйләп алды. Таңгөлдөң ике күҙе машинала.
- Үҙең теләп нәрәтәгә килеп керҙеңме, сабаҡ? Әллә бөгөн кәбән һалып бирәһеңме?
Баҙап ҡалды Ғәзим. Ҡул белмәгән эш түгел дә. Сылбырға ултыртҡан техниканы ҡышын көрттә йөрөр өсөн ҡулайлаштырғайны. Тота килеп, оло эшкә тотонорһоң да, ҡыялҡы сығарырһың.
- Тарттырырға күбә арҡаны юҡ бит әле. Бер һыйырға тигән кәбәнгә ос һәнәге лә кәрәк булыр. Яуып ебәрмәһә, иртәгә эштән һуң килеп һалырмын. Техник булып килдем лесхозға.
Эш рәтен белә икән. Шул арала күбә һанын самалап өлгөргән. Яуаптан ҡәнәғәт ҡалды Миңлегөл.
- Ошоғаса икәүләп тә ҡоя инек кәбәнде. Килмәһәң дә үпкә юҡ.
Таңгөл тешләшеп өлгөрҙө:
- Һин, егет, күбә тарттырырға лесхоздың атын ала күрмә. Аҙашырһың. Башта урман буйлап атыңды, унан үҙеңде эҙләп алырбыҙ. Карта һалып йөрөт кәҫәңә.
Буҙарҙы Ғәзим. Драндулетыма әүрәгәнмен, тип торманы.
Ҡойоп тормаған, лесхоздың “Урал”ына тейәп алған да килгән иртәгәһен бесәнде. Ике мәшәҡәттән бер юлы ҡотолдолар.
...Ярҙам тәҡдим итеп әрһеҙләшеп йөрөмәне Ғәзим. Шулай ҙа йылына бер тапҡыр ҡышҡы төндәрҙә ҡапҡа алдына килеп ятҡан ете-һигеҙ буй утындың ҡайҙан хасил булыуын самалай инеләр.
Ҡыҙыҡ ҡына бер кеше инде. Артынан ҡыҙҙар йығылып китеп йүгерә, берәү менән дә һөйләшкәнен күргәндәре юҡ. Тауышы ла матур, имеш. Урманда, ағас һирәйткәндә, ишеткәндәр. Буран тураһында ошоғаса бер кем ишетмәгән йыр, ти. Һис ҡыҙыҡһынғаны булманы Таңгөлдөң. Эш буйынса аралашҡанда егет ҡарашындағы йылылыҡты һиҙә. Исемен әйтеп, ҡыҙҙың үҙенә төбәп өндәшкәне юҡ. Тик бына өсөнсө йәй рәттән кемдеңдер мәк сәскәһе таждарынан “Таңым нуры” тип һикәлтәлә яҙыу ҡалдырыуына ғына ғәжәп ҡыла. Ауылдағы бер генә баҡсала ла алһыу мәк сәскә атып ултырғанын күргәне юҡ. Был хәл бер миҙгел генә булып, аҙна тирәһе дауам итә. Таңгөлгә нимә - сәскә таждарын йәһәт кенә сүп һауытына ырғыта ла онота.
***
Аҡман-тоҡман һепертмә буранға әйләнде. Таңға тиклем дауам иткән төнгө уйын, йоҡоһоҙ төн үҙенекен итте – барған һайын атлауы ауырлашты. Күңелен йылытып торған татлы уйҙары ла таралды. Егерме саҡрымды әүәл өс сәғәттә үтә ине. Әле лә шуға иҫәп тотоп сыҡҡайны. Әл дә юл ҡатыһын тойомлар өсөн оҙон таяҡ һындырып алған баштуҡ.
«Волга»һы менән ауылға килтереп ҡуям, тигәндәй кеше тойолманы. Буран сығырын Сынтимер алдан белгән, ахырыһы, юлды ла самалаған. Таңғы етелә иптәштәре менән клуб һикәлтәһенә сығып, баян уйнап, йырлашып оҙатып тороп ҡалды.
Аһ! Ҡосаҡлашып вальс өйрөлгәндән башҡа, икәүһенең аулаҡлап һөйләшер әмәлдәре лә булмаған. Бәхетенә илереп, шуға ла иғтибар итмәгән Таңгөл. Һәр саҡ иғтибар үҙәгендәге йырсының ваҡыты ла самалылыр. Билдәлелек яулап бара.
Туҡта, ҡыҙый! Әсәһе әйтмешләй, егет артынан үҙе барған булып сыға түгелме? Исеме йөрәгемә мәңгелеккә уйылған, тип үҙен-үҙе алдаманымы Таңгөл? Һәр саҡтағыса, сәхнәлә “яратам мин һине” тип йырлағандан башҡа, берәйҙе булһа ла ҡолағына шыбырлағаны булдымы икән? Әллә моңға сарсаған күңелен Сынтимерҙең йырҙары менән генә баҫып килгәнме? Башҡалалағы концертына берәйҙе саҡырҙымы? Юҡ!
Йырлағың килһә, матур күлдәк кей ҙә, Сынтимерһеҙ ҙә сәхнәгә мен дә йырла. Мотоциклы менән күперҙән осҡан егеткә беренсе булып ярҙам ҡулы һуҙғанға ҡәҙимге бурыс үтәүе генә түгелме икән?
Наҙлы ҡарашты, өҙҙөрөп “Таңгөлөм минең” тиеүҙәрен ҡайҙа ҡуяһың? Ҡайһылай итеп кеше тураһында насар уйлап килә! Бына хәҙер, берәй трактор яллап булһа ла, артынан килеп етер. Таныйҙар. Яраталар. Һүҙе лә үтәлер. Таңғы юлға ҡыҙҙың япа-яңғыҙын сығарып ебәреүгә борсола торғандыр.
Техника тауышы ишетелмәйме, тип ҡолаҡ һалды. Ҡул сәғәтенә ҡарап алды. Ун бер тулған. Эш сәғәте күптән башланды. Атаһы төнө буйы йоҡламай, борһаланып сыҡты инде. Борсолоуҙан ҡан баҫымы күтәрелгәндер. Әсәһе тәҙрәнән күҙен алмай көтәлер.
Йәбешкәк ҡар битен һыланы. Бейәләйе, мамыҡ башлығы боҙ булып туңды. Ваҡыт та ырағандыр. Тамам хәлдән тайҙы. Был буранда, был юлда кемдәндер ярҙам көтөүҙән фәтеүә юҡ. Разрядлы спортсы хәленең мөшкөл булыуын самаланы. Төшөнкөлөккә бирелмәҫкә! Аҙашырға ялан түгел. Буран бөткәнен ошонда көтөргә була.
Таяҡтың һындырып алған яғын ҡайтыу йүнәлешенә бороп һалды. Үҙе менән ҡайҙа ла бергә йөрөгән өс аялай термосынан сәй уртлап алды. Арҡаһы менән елгә ҡаршы ултырып, күлдәген өҫтөнә бөркәнде, юл сумкаһын башына кейҙе. Һепертмә бурандың үҙен күмгәнен көтөп алып, өңө эсенән тын алырға уйым ҡалдырҙы. Инде ярты сәғәт серем итеп, хәл алырға була.
....Әсәһе оло мейескә ут яғып ебәргән – ялҡыны бөркөлә. Таң менән атаһы һөйләшеп ятасы:
- Тор, балам, тор, тор!
- Аҙыраҡ ҡына ятайымсы.
- Тор!
Шундай ҡаты бойороҡ яңғыраны. Ҡолаҡтары шаулап, йөрәге даһырлап килеп уянды Таңгөл. Аяҡтары ойоған, тын тартырға ҡалдырған уйымды боҙ ҡаплай башлаған. Бармаҡтарын яҙып, һәрмәләнеп, термосын эҙләп алды. Ҡымтылған ирендәрен көскә асып, ҡалдыҡ сәйҙе йотоп ҡуйҙы. Тибәләнеп, ҡулдары менән борһаланып, буран шаршауын йырып сыҡты. Көн һаман да ҡараңғы. Йә кисләгән, йә асыртмаған. Сәғәте, еүешләнеп, туҡтап ҡалған. Урман һыҙатына ҡарап, ҡайһы яҡҡа атларға тейеш икәнен билдәләй алманы. Кинәт йүнәлеш билдәләргә һалған таяғы иҫенә төштө. Аяғы менән һәрмәп тә, ҡулдары менән соҡоп та ҡараны – тапманы. Йөрәген шом биләне. Ҡолаҡтары ҡабат шауланы. Үҙен тынысландыра алмай ыҙаланы. Бер ҡарарға килә алмай тулғанды.
Ҡапыл буран туҡтаны. Донъя тағы ҡараңғыраҡ булып китте. Баяғы шау даңғырҙап торған тауышҡа әйләнде. Таң нурындай офоҡ яҡтырып китте. Төнө менән көнө буташты, ахырыһы. Ни тиклем үҙен ныҡ тоторға, көслө булырға тырышһа ла, ҡатын-ҡыҙ булараҡ, бөгөн, хәҙер ярҙамға мохтаж булыуын аңланы.
Яҡтылыҡ ҙурайҙы. Ул арала Ғәзимдең ҡар борҡотоп, ҡолаҡ тондорғос тауыш менән яҡынлаған драндулеты күренде. Күрмәй тапап китмәһен, тинеме, сәхнә күлдәген ҡулына алып, аҡтыҡҡы көсөнә һелккеләргә тотондо. Йәне асырғанып:
- Ғәзим, мин бында, – тип ҡысҡырҙы.
- Тереме һин?
Ҡыҙҙың күҙҙәре йәшләнде. Машинаның санаһына барып ултырыр хәле ҡалманы.
Ғәзим, күтәреп алып килеп, толопҡа ураны. Өшөгән күңеленә йылылыҡ эҙләп, Таңгөл егеттең күҙҙәренә баҡты. Һынсыл ҡараштан тертләне.
- Атайың әсәйеңде ебәрткән. Нәҡ ошо урында аҙашырыңды ла белгән.
Аҡланғандай итте. Кәрәгең бер тин, тиеүеме?
- А-атайым? Те-елдән ҡалды бит ул. - Теше-тешкә теймәй ҡалтыранды ҡыҙ.
- Эйе, атайың. Бөгөн тотлоға-тотлоға һөйләшә башлаған. Ҡаты борсолоуҙандыр. Медпункт асылмағас, ҡайтып етмәгәнеңде үҙем дә аңғарғайным. Хәлдәр былайҙыр тип башыма ла инмәне. Тегендә... берәй ҡунаҡханала таң аттырғанһыңдыр тип уйланым.
Тамағына төйөр тығылды. Үткәреп ебәрҙе ҡыҙ.
...Өҫтө лыҡа һыу булһа ла Ғәзимде тура медпунктҡа борҙо Таңгөл. Ҡар һалған һикәлтәлә уттай ҡыҙыл булып янып ятҡан миләш тәлгәштәрен күреп, баҙап ҡалды. Ҡышҡы емештәрҙән ыҡсым итеп “Таңым нуры инең” тигән яҙыу һалынған. Таңгөл, ашығып, «инең» тигәнен алып ташланы ла, Ғәзимгә ҡараны.
- Исемемде... берҙе булһа ла әйт әле.
Һулышы туҡтаны, йөрәгенән һығып сығарҙы егет:
- Таңгөл! Таңым нуры инең.
- Таңым нуры һин ул, Ғәзим! Ә теге... урмандағы йырҙы ҡасан ишеттерерһең? Һүҙҙәре үҙеңдекеме?
- Юҡ. Көйө генә. Бөгөн.
...Ҡатын-ҡыҙҙар көнө уңайынан ҡуйылған концертта йыр яңғыраны.
Бурандарҙың бер аҙашып,
Ҡайтҡан саҡтары.
Аҡман-тоҡман уйнап ҡына
Һибә аҡ ҡарын...
Ғәзимдең йыры бәғерен өттө. Йырҙың һуңғы юлдарын тыңлағанда күҙҙәренән йәштәре соборлап аға ине Таңгөлдөң:
Алыҫ-алыҫтан
Килер юлдарың.
Күпер булһын таңым нуры,
Йырым, моңдарым.*