Һаҡлай белмәһәгеҙ, өҙмәгеҙ!
Ҡатын-ҡыҙҙың йәне – сылтыр шишмә,
Һөйөү тойһа, үҙен һөйгән йәнгә
Наҙлы шифа булып ҡағалыр.
Ҡатын-ҡыҙҙың йәне буранға тиң,
Томан ярып, юл күрһәтә ала,
Ҡатын-ҡыҙҙың йәне аҡ болоттор,
Яртамаһа, йәне – йәшенле ут,
Ләйсән ямғыр, әгәр яратһа.
Ҡатын-ҡыҙҙың йәне – өйөрмә ул,
Юҡҡа үпкәләтеп, рәнйетмәгеҙ,
Ҡайнар йәштәренә бешмәгеҙ!
Ҡатын-ҡыҙҙың йәне – наҙлы гөл ул,
Йылы ҡулда ғына сәскә ата,
Ҡарай белмәһәгеҙ, өҙмәгеҙ!
Һаҡлай белмәһәгеҙ, өҙмәгеҙ!