Шоңҡар
+8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
14 Ғинуар 2021, 17:05

Кәнсирт

Әбделхәмит сәбәләнеп соланға сығып, эске күлдәк-ыштанын эләктерә һалды ла, һөрәнләп өйгә табан сапты. -Әбей! Әбей, тим. Ҡара әле, бар, күршеләрҙе саҡыра һал. Ана, Сәғиҙулла улымдың башына эҫе ҡапты шикелле.

Һикһәнде ҡыуған олатаһынан аҡса алып өйрәнгән Сәғиткә был юлы бәхет йылмайманы. Аҙна-ун көн элек кенә әле, ун йәше тулғанда, олатаһы мул ғына сумырғайны аҡсаны яратҡан ейәненә. Был юлы Әбделхәмит ҡарт, малай ни тиклем генә инәлһә лә, ҡырт киҫте.

-Юҡ, ниндәй кәнсирт ти уны. Иртәгә иртән бесәнгә барабыҙ, ярҙам итеп йөрөрһөң шунда миңә. Ҡул араһына керергә ваҡыт!
Атаһынан йәки әсәһенән генә һорар ине Сәғит, улары ял итергә тип, Төркиәгә китеп барҙылар.
-Һуң, олатай, концерт бесәнгә ҡамасауламай бит, барыбер барырмын ярҙам итергә.
-Юҡ, тинем. Иртәрәк ятабыҙ бөгөн! – Мунсаға йыйынып йөрөгән Әбделхәмит ҡарт киреләнеп ултырған ейәненә боролдо. – Кейен әйҙә, арҡамды ышҡырһың.
-Бармайым мин һинең менән мунсаға! – Сәғит тә һырт йөнөн ҡабартты. – Үҙең концертлыҡ аҡса бирмәйһең, мин дә һинең менән бармайым. Өләсәйем барһын.
-Өләсәйең иртәгәлекккә беҙгә ейергә ризыҡ әҙерләй. Һыңғырлап ултырма. Әйҙә ҡуҙғал, сабакы малай.
-Олатаааай, Эльвин Грей бит был – Радик Юлъяҡшин. Ғүмер эсендә бер генә киләлер әле бындай концерт беҙгә, бир инде аҡса? Бесәндән ҡайтып етәбеҙ бит, барыбер, концерт башланғансы. – Сәғит олатаһына мөлдөрәп ҡараны.
-Ҡара һин уларҙы, кеше ҡотортоп икәүләп йөрөйҙәр икән әле, - Эльвин менән Радиктың икеһе бер кеше икәнен аңламаған Әбделхәмит ҡарт, малайҙың ҡулынан эләктереп, мунсаға ыңғайланы.

Ҡыҙған ташҡа шыжлатып һыу һипте лә, Әбделхәмит ләүкәгә менеп, яңы ҡайын миндеге менән сабынырға кереште. Шул ваҡыт Сәғиттең башынан хәйләкәр уй йүгереп үтте. Ул олатаһы эргәһенән һыпырылып ҡына төштө лә, мунса уртаһында бер аҙ сайҡалып торғас, лап итеп иҙәнгә ҡоланы.
-Нимә булды, улым, башыңа эҫе ҡаптымы әллә? Сабыныуҙан туҡтаған Әбделхәмит ҡарт, күҙҙәрен алартып аңһыҙ ятҡан ейәне эргәһенә бөкләнеп ултырҙы. –Ай, әттә, әйттем шул бисәкәйгә, иртәрәк шикелле әле, еҫе бөтмәгән, тип. Төтөнө күҙҙең эсен ашап инеп барған мунсаға ебәрҙе көсләп. Улым, улым!
Ҡарт Сәғитте күтәреп ҡарарға уйлай ҙа, ҡулдарының бер ҙә ибе юҡ, тегенеһе олатаһының ҡулынан шыуып ҡына төшә лә китә. Торғаны кәшкәйгән итек инде, кәкерәйгән дә төшкән.

Әбделхәмит сәбәләнеп соланға сығып, эске күлдәк-ыштанын эләктерә һалды ла, һөрәнләп өйгә табан сапты.
-Әбей! Әбей, тим. Ҡара әле, бар, күршеләрҙе саҡыра һал. Ана, Сәғиҙулла улымдың башына эҫе ҡапты шикелле.
Әбделхәмит күҙҙән юғалыуға, Сәғит соланға сығып, олатаһының хатта йоҡлағанда ла ҡулынан ысҡындырмаған ҡара күн кошелегынан бер услам аҡсаны йомарлап алып, салбарының кеҫәһенә тыҡты.

Хәйләһенең уң ғына килеп сығыуына шатланған малай, ышаныслыраҡ булһын тип, шампунь менән ауыҙын боғорлатып сайҡап, яңынан ләүкә янына ауҙы. Күршеләрен эйәртеп, олатаһы килгәндә, ауыҙ-морононан күперек ағыҙып, Сәғиҙулла һаман аңына килә алмай ята ине әле.

Иртәгәһенә Әбделхәмит ҡарт, ваҡытһыҙ Төркиәгә китеп олаҡҡан ҡыҙы менән кейәүен ете ҡырлы һүгенеү һүҙҙәре менән әрләп, бесәнгә бер үҙе ыңғайланы. Үҙен оҙатырға ҡапҡа алдына сыҡҡан әбейенең ҡулына аҡса тотторҙо ул.

-Сәғиҙулла улыма бирерһең, кәнсирткә билет алһын.
Читайте нас: