"Һаулыҡ һаҡлау" милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә, Йылайыр районының Сидоровка ауылында өр-яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды.
Яңы ФАП асыу - ауыл халҡы заманса медицина ҡоролмалары менән йыһазландырылған, заманса уңайлыҡтары булған медицина учреждениеһы ярҙамы аласаҡ, тимәк. Йылайыр районы башлығы Б. Н. Мелкоедов хәбәр итеүенсә, районда тағы ла өс яңы ФАП көтөлә.